Мәҡәләләр

"Ә беҙ ауылды үҫтерергә тырышабыҙ...."

"Ә беҙ ауылды үҫтерергә тырышабыҙ...."

Әлшәй районының Ҡармыш ауылында, халыҡтың риза булмауына ҡарамаҫтан, мәктәпте япҡандар, балалар хәҙер Раевкаға йөрөп уҡырға мәжбүр. Хәлде тикшереү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рөстәм Баянов һәм Сынтимер Баязитов, Ата-әсәләрҙең республика комиссияһынан Айгөл Атанова килгән.

Уҡырға
Кешегә күпме ер кәрәк? (Лев Толстой)

Кешегә күпме ер кәрәк? (Лев Толстой)

Күренекле урыҫ яҙыусыһы Л.Н. Толстойҙың 1886 йылда донъя күргән бик фәһемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Унда кешенең нәфсе ҡолона әйләнеүе, матди байлыҡ, дәрәжә хаҡына иманын һәм ғүмерен дә ҡыҙғанмауы бик оҫта һүрәтләнә. Беҙҙең өсөн тағы ла шуныһы ҡиммәтле: хикәйәлә башҡорттарҙың быуат ярым элек булған тормош-көнкүреше ғибрәтле итеп сағылдырыла. Тәржемәсеһе – Ш. Мөхөтдинов.

Уҡырға
Хикмәт һәм матур өгөт аша

Хикмәт һәм матур өгөт аша

Миәкә мосолмандары тарафынан кешеләрҙе спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында киң эшмәкәрлек алып барыла; район мәсеттәрендә йыл да дәрестәр ойошторолоп, Ислам дине нигеҙҙәре, ғәрәп теле өйрәтелә, шәриғәт ҡанундары аңлатыла; каникул ваҡытында балалар өсөн ҡыҙыҡлы саралар, уйындар даими уҙғарыла.

Уҡырға
Вадим Сәйфетдинов: “Һаҡламаһаҡ, башҡорт бал ҡорто бөтәсәк!”

Вадим Сәйфетдинов: “Һаҡламаһаҡ, башҡорт бал ҡорто бөтәсәк!”

Бөрйән районында башҡорт бал ҡортон, солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе Вадим Ғәлихан улы Сәйфетдинов әйтеүенсә, төрлө тоҡомло күстәрҙең бер-береһе менән ҡатышыуы һөҙөмтәһендә оло юғалтыуға табан барабыҙ.

Уҡырға
Күрше хаҡы

Күрше хаҡы

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәй һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр! Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ! Күршегеҙ нәмәләлер ғәйепле булһа ла, түҙегеҙ, Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер тороғоҙ.

Уҡырға
Яулыҡ (Айгөл Әхмәтғәлиева)

Яулыҡ (Айгөл Әхмәтғәлиева)

“Беҙҙе күреүсе, ишетеүсе юҡ”. Үҙ туҡталышына еткәнсе үк трамвайҙан төшөп ҡалған Мәҙинә, йәйәү атлаған ыңғайға шул һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат иҫкә алып, аҙымын ҡыҙыулатты. Мөмкин тиклем тиҙерәк өйөнә ҡайтып еткеһе, бысраҡ ҡулдар ҡағылған яулығын, күлдәген сисеп, тап-таҙа һыуҙа сайҡағыһы, ғөмүмән, шау-шыулы урам тормошонан бер аҙға булһа ла ҡотолғоһо килде уның...

Уҡырға
Ҡөрьән ‒ Аллаһ Һүҙе

Ҡөрьән ‒ Аллаһ Һүҙе

Мәҫәлән, Ҡөрьәндә шундай аяттар бар: “Ул бер-береһе менән осрашҡан ике диңгеҙҙе бергә ҡушты. Араларында тотҡарлыҡ бар ‒ улар уны үтә алмай” (“Әр-Рахмән” сүрәһе, 19-20-се аяттар). Ысынлап та, ғалимдар иҫбатлауынса, береһенең һыуы ‒ сөсө, береһенеке әсе булған ике диңгеҙ бер-береһе менән ҡушылмай икән.

Уҡырға
Саҙаҡа биреүсенең малы кәмемәҫ

Саҙаҡа биреүсенең малы кәмемәҫ

Өфөләге “Изге эш” мохтаждарға хәйриә ярҙамы фонды йәмғиәткә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә, кешеләр күңелендә мәрхәмәтте, өмөттө, ғәҙеллеккә ынтылышты арттырырға тырыша.

Уҡырға
Мал ағының фәнни яғы

Мал ағының фәнни яғы

Күп кенә халыҡтарҙа һөт элек-электән аҙыҡ та, дарыу ҙа булараҡ ҡулланылған. Ғәрәптәр, мәҫәлән, дөйә һөтөнөң эс ауыртыуҙан, тире ауырыуҙарынан ярҙам итеүен белгән. Әле иһә был һөттөң витаминдарға, минералдарға бай булыуы, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә алыуы фәнни яҡтан иҫбатланды.

Уҡырға
Мосолманға байлыҡ тыйылғанмы?

Мосолманға байлыҡ тыйылғанмы?

Йыш ҡына халыҡ фольклорында, әкиәттәрҙә, коммунизм осоронда яҙылған китаптарҙа байҙар яуыз кешеләр итеп тасуирлана. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә лә ҡайһы бер бай, ләкин кафыр, аҙғын һәм тәкәббер кешеләр телгә алынған: мәҫәлән, Фирғәүен, Ҡарун, Әбү Ләһәб, Нәмру́д һәм башҡалар. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк: байлыҡ үҙе – яҡшы ла, яман да түгел.

Уҡырға
Көндәштәр (Миләүшә Ҡаһарманова)

Көндәштәр (Миләүшә Ҡаһарманова)

Ҡала баҙарында ашлыҡ, ағас һатып, сауҙа итеп, аҙна ятып ҡайтҡан ирҙе ҡатындары тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп көтөп алды. Ҡайҙа барғанда ла бүләкһеҙ ҡайтмаҫына өйрәнгән, унан бигерәк, үҙ-ара ла бүлешкеләре килмәгән Сөләймәндәренең ситтә тағы берәйһенә күҙ һалып ҡуйыуынан ҡурҡып борсолған ҡатындарҙың күңеле тыныс түгел.

Уҡырға
Йәмил Ишморатов: “Бала саҡтағы хыялымдан баш тартмағанмын”

Йәмил Ишморатов: “Бала саҡтағы хыялымдан баш тартмағанмын”

"Бизнес өлкәһенә ылығыуым тәүге курста бөрөләнде лә туҡтауһыҙ көсәйҙе. Икенсе курста үҙеңде үҫтереү тураһында китаптарҙы күпләп алып уҡырға керештем, ҡараштарымдың үҙгәреүенә бигерәк тә Роберт Кийосакиҙың “Бай атай, ярлы атай” тигән китабы йоғонто яһаны. “Нимә көтәм мин? Тоторға ла эш башларға кәрәк! Был тормоштағы хәлем өсөн үҙем яуаплы бит, хөкүмәт тә, атай-әсәйем дә түгел”, – тип, тәүге аҙымдар яһарға тәүәккәләнем..."

Уҡырға
Һәр иҫерткес – харам

Һәр иҫерткес – харам

Ғәрәп телендә “хәмер” һүҙе “ха́мәра” ҡылымынан килеп сыҡҡан, ә ул беҙҙеңсә “ҡаплау” тигән мәғәнәгә тап килә. Ҡатындарҙың йөҙөн ҡаплай торған пәрҙә лә “химәр” тип атала. Ошо химәр, йәғни пәрҙә, йөҙҙө нисек ҡаплаһа, хәмер ҙә кешенең аҡылын шулай уҡ томалай.

Уҡырға
Рәфил Аҫылғужин: “Тамырынан айырылғандың киләсәге юҡ”

Рәфил Аҫылғужин: “Тамырынан айырылғандың киләсәге юҡ”

Егерменсе быуат башында, башҡорт әҙәби теленә дәүләт статусы бирергә кәрәк булғанда, көньяҡ-көнсығыш диалектын нигеҙ иткәндәр, республиканың көнбайышында һәм төньяғында йәшәүсе милләттәштәрҙең мәнфәғәтен иҫәпкә алмағандар...

Уҡырға
Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?

Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?

Уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡта уңышлы ғына эшләп йөрөүсе йәштәр үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыһына ҡунаҡҡа йыйылған. Уларҙың барыһы ла тормошона зарлана икән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме...

Уҡырға
Бер үк шарттар һәм өс сифат

Бер үк шарттар һәм өс сифат

Бер шәкерт уҡытыусыһы янына килгән дә: “Тормош ауырлыҡтарынан шул хәтлем ныҡ арыным. Гел генә ағымға ҡаршы йөҙөп барам кеүек. Бүтәнсә көсөм ҡалманы инде. Ни эшләргә икән?” – тигән.  Уҡытыусыһы кәңәш бирергә ашыҡмаған, өс һауытҡа һыу ҡойған да ҡайнатырға ҡуйған...

Уҡырға
Дауалай ҙа, йәшәртә лә

Дауалай ҙа, йәшәртә лә

Хижама – кешене тәненән бысраҡ ҡанды һурып алыу юлы менән дауалау ул. Табип, пациенттың хәлен һорашып, сирен асыҡлағас, ҡанды сығарыу урындарын билдәләй. Ғәҙәттә, банкалар арҡаның ҡалаҡ һөйәге тәңгәленә, бил тапҡырына ҡуйыла.

Уҡырға
Күрәгәле гөбәҙиә

Күрәгәле гөбәҙиә

Гөбәҙиә – татар һәм башҡорт халыҡтарының милли ризығы. Бик татлы һәм күрмәлекле булғанға ул һәр саҡ табын түренән урын ала. Әгәр инде был тәмлекәсте оҫта итеп үҙегеҙ бешергән булһағыҙ, ҡунаҡтарығыҙ маҡтап бөтә алмаҫ.

Уҡырға
Ашығыҙға себен төшһә...

Ашығыҙға себен төшһә...

Бөгөнгө фән әһелдәренә донъяла 50 мең самаһы ағыулы бөжәк барлығы билдәле. Был иһә киләсәктә уларҙан алынған биологик әүҙем матдәләрҙе файҙаланып кешеләр өсөн төрлө дарыуҙар яһарға мөмкинлек бирәсәк. Австралиялағы Макуэри университеты белгестәре, тәжрибә үткәреп, өй себендәренең, серәкәйҙәрҙең ҡанатында антибиотиктар барлығын асыҡлаған.

Уҡырға
Нимә ул тәүхид?

Нимә ул тәүхид?

“Һеҙгә һөйөнөслө хәбәр бирәм, һеҙ ҙә артығыҙҙа булғандарҙы һөйөнсөләгеҙ. Хаҡиҡәттә, кем “лә иләһә илләЛлаһ” (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) тип ысынлап шаһитлыҡ итә, шул Йәннәткә инәсәк”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ.

Уҡырға