Бер үк шарттар һәм өс сифат
Бер шәкерт уҡытыусыһы янына килгән дә: “Тормош ауырлыҡтарынан шул хәтлем ныҡ арыным. Гел генә ағымға ҡаршы йөҙөп барам кеүек. Бүтәнсә көсөм ҡалманы инде. Ни эшләргә икән?” – тигән.
Уҡытыусыһы кәңәш бирергә ашыҡмаған, өс һауытҡа һыу ҡойған да ҡайнатырға ҡуйған. Шунан бер һауытҡа – кишер, икенсеһенә йомортҡа төшөргән, өсөнсөһөнә ҡәһүә орлоҡтары һалған. Күпмелер ваҡыттан шәкертенең алдына бешкән кишер менән йомортҡаны килтереп ултыртҡан, сынаяҡтарға хуш еҫле ҡайнар эсемлекте ҡойған.
– Нимә үҙгәрҙе? – тип һораған шунан.
– Йомортҡа менән кишер беште, ә орлоҡтар һыуҙа эрене, – ти икән шәкерт.
– Юҡ, – тигән уҡытыусыһы, – яуабың мине һис тә ҡәнәғәтләндермәй. Һәр әйбер, һәр күренеш тураһында тәрәндәнерәк фекер йөрөтөп өйрәнергә кәрәк. Ҡара әле: ҡайнар һыуҙа ята торғас, ҡаты кишер йомшарҙы, ә һытылып барыусан йомортҡа ҡатыға әүерелде. Тыштан ҡарағанда, улар үҙгәрмәгәндәй, әммә, бер үк һынауға дусар ителгәс, икеһе ике төрлө сифатты ҡабул итте. Кешеләр ҙә шулай: көслө һымаҡ күренгәндәрҙең сибек тәнлеләр өсөн сынығыу мәктәбе булған шарттарҙа бөтөнләй ҡойолоп төшөүе ихтимал.
– Ә ҡәһүә менән нимә әйтергә теләнегеҙ?
– Быныһы инде тағы ла ҡыҙығыраҡ. Ҡәһүәнең орлоҡтары, эреп юҡҡа сыҡҡан кеүек тойолһа ла, ысынында еңеүгә өлгәште – бер ниндәй тәме лә, еҫе лә булмаған ҡайнар һыуҙы шундай яҡшы эсемлеккә әйләндерҙе. Кешеләр араһында ла һәр нәмәгә ыңғай йоғонто яһай, хатта иң ҡырыҫ шарттарҙы файҙалы яҡҡа бороп ебәрә белгәндәре бар бит.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ