Күрше хаҡы

Күрше хаҡы

Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине беҙҙең үҙ-үҙебеҙгә, бүтән кешеләргә һәм башҡа йән эйәләренә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәттәребеҙҙе яйға һала. Был донъяла әҙәм балалары яңғыҙ йәшәмәй, һәр кемдең күршеләре була. Улар менән, кемдәр икәнлегенә ҡарамаҫтан, мосолман яҡшы мөғәмәлә һаҡларға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең именлеге, ныҡлығы, тыныслығы һәм хәүефһеҙлеге шарты.
Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик күп әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: “Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ. Ә ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға – изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай”, – тиелә (“Ән-Ниса” сүрәһе, 36-сы аят). Күреүегеҙсә, был аятта иң бөйөк нәмә – тәүхид – кешеләргә ҡарата булған изгелек менән бергә иҫкә алына, һәм күрше – шул кешеләр араһында. Имам Ибн Рәджәб әйтеүенсә, “был аятта Аллаһ Тәғәлә Үҙенә ҡарата ҡол өҫтөндә булған яуаплылыҡты, шулай уҡ кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата булған хаҡтарын бергә атап киткән”. Бер сахих хәҙистә Аллаһ рәсүле ﷺ дуҫы Ябраил фәрештә (ғәләйһис-сәләм) тураһында шулай ти: “Миңә Ябраил күршелек тураһында шул тиклем күп кәңәштәр бирҙе, хатта мин күршегә мираҫ хаҡы билдәләнер тип уйланым” (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Йәғни күршегә шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк ки, ул үҙен хатта һинең яҡын туғаның (мираҫыңа хаҡы булған кешеләр) кеүек хис итһен. Икенсе бер көслө хәҙистә шулай тиелә: “Кешенең бәхете – изге күрше, тыңлаусан ат, киң өй” (Әхмәд йыйынтығынан). Тағы бер сахих хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мосолмандарға бик ҡәтғи рәүештә өндәшкән: “Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен!” (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәй һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр! Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ! Күршегеҙ нәмәләлер ғәйепле булһа ла, түҙегеҙ, Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер тороғоҙ. Күршегеҙ һеҙҙең кәртәгеҙгә сөй ҡағырға теләһә, рөхсәт итегеҙ, һеҙҙең яҡтан килгән төтөнгә, еҫкә, тауышҡа зарланһа, үсекмәгеҙ – киреһенсә, уға ҡамасаулаған нәмәләрҙе бөтөрөргә тырышығыҙ. “Мин һинең өсөн фәлән-фәлән нәмәләрҙе эшләнем, ә һин ниңә миңә эшләмәйһең?” – тип бәхәсләшмәгеҙ. 
Күршегеҙ һеҙгә ҡарата хаҡын тулыһынса үтәмәһә лә, һеҙ уға изгелекте йәлләмәгеҙ. Күршегеҙгә ҡарата булған мөғәмәлә уға түгел, ә нәҡ һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк. Бының турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тип өйрәткән: “Дуҫтарҙың Аллаһ алдында иң яҡшыһы – дуҫына ҡарата иң яҡшы булғаны. Күршеләрҙең Аллаһ алдында иң яҡшыһы – күршеһенә ҡарата иң яҡшы булғаны” (әт-Тирмизи, Әхмәд йыйынтыҡтарынан көслө хәҙис). 
Ибн Муҡаффәғ тигән изге сәләфтең күршеһе бурысын ҡайтарыр өсөн өйөн һатырға булған. Был ваҡыт Ибн Муҡаффәғ шул йорттоң күләгәһендә ултырған икән. Әлеге хәбәрҙе ишеткәс, ул: “Әгәр күршем бурысы арҡаһында өйөн һатырға булған икән, мин уның өйөнөң күләгәһе хаҡын үтәй алмағанмындыр”, – тигән дә, барып, күршеһенең бурысын түләгән. Белеүегеҙсә, башҡорт халҡында “Күрше хаҡы – Тәңре  хаҡы” тигән әйтем бар. Ислам динендә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнгән ата-бабаларыбыҙ күрше хаҡының бөйөк һәм етди булғанын яҡшы аңлағандыр, әлбиттә. 
Күрше хаҡын ҡайғыртмаған кеше оло гонаһ ҡыла һәм үҙен Аллаһ Тәғәләнең язаһына дусар итә. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ көндөҙ ураҙалар тотоп, төндәрен нәфел намаҙҙар уҡыған, ләкин күршеләрен теле менән рәнйеткән ҡатын тураһында әйткәс, ул уның тураһында: “Утҡа эләгәсәк!” – тигән (әл-Бохари, Әхмәд йыйынтыҡтарынан). Аллаһ һаҡлаһын! Йәнә бер көн Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Аллаһ менән ант итәм, иманға килмәҫ!” – тип өс тапҡыр ҡабатлаған. Быны ишеткәс, сәхәбәләр, аптырап: “Кем ул, эй Аллаһтың илсеһе?” – тип һорағандар. Пәйғәмбәр ﷺ: “Кемдең күршеһе уның яуызлыҡтарынан имен түгел, шул!” – тип яуап ҡайтарған (әл-Бохари йыйынтығынан). Мосолман кеше күршеһенең ниндәй хәлдә булыуын белешеп тә торорға тейеш, сөнки: “Кем туйған ваҡытта эргәһендәге күршеһе ас тора, шул мөьмин түгел”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (әт-Тирмизи, Әхмәд йыйынтыҡтарынан көслө хәҙис). Тағы бер сахих хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күрше ҡатыны менән зина ҡылыуҙы ауырлығы буйынса ширктән һәм ҡыҙ баланы үлтереүҙән  һуң өсөнсө урынға ҡуйған!.. 
Әбү Хәмид әл-Ғазали тигән ғалим күрше хаҡы тураһында шулай тип яҙған: “Күрше хаҡының йөмләһе – уға башлап сәләм биреү, уны оҙон хәбәр менән ялҡытмау, уның хәлен төпсөнөп күп һорауҙар бирмәү, уны ауырыу ваҡытында барып күреү, бәлә килгәндә уны тынысландырып, терәк булып бергә тороу; ҡыуаныслы ваҡиға булһа, уны ҡотлау һәм был ҡыуаныста уның менән бергә булыуыңды күрһәтеү; уның хаталарын ғәфү итеү, бейек урынға менеп, уның етешһеҙлектәренә ҡарамау; уның кәртәһенә нимәлер терәп, уға ҡамасауламау; уның һыуы аҡҡан улаҡҡа нимәлер ташламау; уның ҡаралтыһына тупраҡ һелтәмәү; уның өйөнә илткән юлдарҙы ҡапламау; уның өйөнә алып ҡайтҡан нәмәләренә тикшереп ҡарамау; уның етешһеҙлектәрен йәшереү; уның менән ниндәйҙер ҡайғы була ҡалһа, тынысландырырға тырышыу; ул ҡайҙалыр сығып киткән ваҡытта өйөн ҡарауыллап тороу; уның һөйләгән хәбәрен йәшерен рәүештә тыңламау, уның ҡатынынан ҡарашыңды ситкә бороу; уның ярҙамсы ҡатынына оҙаҡ итеп ҡарамау; уның балаһы менән яғымлы итеп һөйләшеү һәм диндән йә донъянан белмәгән нәмәләрен өйрәтеп тороу...” 
Күршеләребеҙҙең хаҡтары ни тиклем күп икән, ағай-эне! Ә беҙ йыш ҡына, үҙ-ара дошман уҡ булмаһаҡ та, уларға мосолман булараҡ тейешле нәмәләребеҙҙең яртыһын да үтәмәйбеҙ! Ҡиәмәт көнөндә күршеләребеҙ беҙҙән хаҡтарын талап итә башлаһа, яуап бирә алырбыҙмы икән – шуны уйлап йәшәйек! Күршегеҙ кафыр булһа ла, уға ҡарата ғәҙел булығыҙ – бәлки, һеҙҙең эштәрегеҙ һәм яҡшы мөғәмәләгеҙ уның күңелен йомшартыр һәм ул Исламды ҡабул итер. Ғабдуллаһ ибн Ғәмрҙең йәһүди күршеһе булған, һәм үҙ ғаиләһе һарыҡ һуйған ваҡытта ул гел генә: “Беҙҙең йәһүди күршегә лә ит бирҙегеҙме?” – тип һораған. 
Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнеп, күршебеҙгә ысын мосолман кеүек яҡшы мөғәмәләлә булырға насип итһен. Әмин.

Әбү Әхмәт хәҙрәт.

Фото percolately.com сайтынан алынды.

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ