Дауалай ҙа, йәшәртә лә
Өфөләге “NAZA” матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәге нисәмә йыл инде кешеләрҙе хижама менән дауалай һәм йәшәртә. Тулыһынса Ислам дине талаптарына ярашлы ойошторолған клиниканың етәксеһе Динислам Әнүәр улы Шәйхитдинов беҙгә үҙҙәре тәҡдим иткән һауыҡтырыу ысулы тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирҙе.
– Хижама – кешене тәненән бысраҡ ҡанды һурып алыу юлы менән дауалау ул. Табип, пациенттың хәлен һорашып, сирен асыҡлағас, ҡанды сығарыу урындарын билдәләй. Ғәҙәттә, банкалар арҡаның ҡалаҡ һөйәге тәңгәленә, бил тапҡырына ҡуйыла. Бөтә ауырыуҙарҙы ла бер төрлө дауаламайҙар, һәр ҡайһыһы өсөн тәндең айырым нөктәләре бар.
Банкалар бер нисә минут торғас, уларҙың эсенә убылған тире ҡыҙара – тимәк, шул урынға насар ҡан йыйыла. Банкаларҙы алып, тәндең күпкән урындарын таҙартабыҙ ҙа беленер-беленмәҫ кенә итеп сыйғыслайбыҙ. Аппаратты кире элеккесә ҡуйғас, шул бәләкәй йәрәхәттәр аша ҡара ҡан һығылып сыға.
Ҡайһы берәүҙәр хижама эшләткәндә күп ҡан юғалтырмын тип уйлай, мин уларға ҡурҡмаҫҡа кәңәш итәм. Процедуранан һуң йәрәхәттәр тиҙ бөтәшә, ауыртып та, ҡаны һарҡып та тормай. Банка менән һурып алынған ҡан тамсыларын микроскопҡа ҡуйып тикшереп ҡараһаң, ундағы күҙәнәктәрҙең 90 проценттан күберәге иҫкергән, эшлектән сыҡҡан булыуы асыҡлана.
Хижаманы бик күп осраҡта тәҡдим итәләр. Мәҫәлән, арҡа һәм баш ауыртҡанда, ҡан баҫымы юғары булғанда, быуындар һәм тарамыштар шешенгәндә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғанда, инсульт йә инфаркт кисергәндә, иммунитет ҡаҡшағанда, тын алыу ағзаларына зарар килгәндә... Ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған ауырыуҙарҙан, түлһеҙлектән дауа икәнлеге, шулай уҡ ирҙәрҙе кәре китеүҙән ҡотҡарыуы хаҡында ла билдәле.
Барыбер халыҡ араһында быуаттар дауамында һыналған ысулдарға һағайып ҡараусылар байтаҡ. Көнсығыш медицинаһын инҡар итеп, йәмғиәтебеҙ иғтибарын Көнбайышҡа йүнәлткән һәм сирҙәрҙе фәҡәт заманса ҡорамалдар, ҡиммәтле дарыуҙар менән генә еңеп була тип уйлай. Бер кемде лә ғәйепләргә, бәхәсләшергә йыйынмайым, әммә беҙҙең өсөн хәҙистәр дәлил. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ: “Һеҙҙең өсөн дауаланыуҙың иң яҡшы ысулы – ҡан алдыртыу”, – тигән бит.
Тарихты ҡараһаҡ, октябрь инҡилабына тиклем Рәсәй ҡалаларындағы һәр дөйөм мунсала хижама эшләгәндәр. Әле иһә дауаланыуҙың был ысулын күп кенә сит илдәрҙә, шул иҫәптән, мәҫәлән, Төркиәлә, Финляндияла киң файҙаланғандарын беләм. Беҙҙең клиникаға вьетнамдар йыш килә, улар ҙа: “Ханой, Сайгон һымаҡ ҡалаларыбыҙҙа хижама үҙәктәре күп ул, ә һеҙҙә ниңәлер ундайҙы табыуы ҡыйын”, – тип һөйләй.
Дөйөмләштереп әйткәндә, ҡан алдырып дауаланыу, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ Сөннәтенән булһа ла, мосолмандар ғына түгел, башҡа диндәге халыҡтар тарафынан да хупланған, һис тә “иҫкергән ысул” тип иҫәпләнмәй. Совет дәүерендә лә арҡаға банка ҡуйыу булды бит, тик уның хижама яһауҙың бер төрө икәнен белмәнек.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ