Ҡөрьән ‒ Аллаһ Һүҙе
Бөгөн күп кеше Ҡөрьәнгә ышанып бармай, уның Аллаһ Һүҙе, ете ҡат күк артынан иңдерелгән Китап булыуын аңлап етмәй. Хатта Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ ижад емеше тип уйлайҙар. Йәнәһе, ҡасандыр Ғәрәбстандағы бер аҡыл эйәһе өйөндә ултырып китап яҙған да уны “Ҡөрьән” тип атаған. Шундай ҡараш арҡылы, әлбиттә, Изге Китаптың ҡәҙере юғала.
Иң тәүҙә шуны әйтеп үтергә кәрәк: Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ был Китапты яҙа алмаған, сөнки ул уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән. Ошо һүҙҙәрҙән һуң бер нәмә лә әйтмәһәк тә булыр ине. Фекерләүсе кешегә шул да етә.
Аҙыраҡ ҡына булһа ла башты эшләтергә кәрәк, йәмәғәт. Бына, мәҫәлән, берәй кеше алдына шундай шарт ҡуйҙыҡ, ти: “Беҙ һиңә күпме теләһәң шунса аҡса бирәбеҙ, ә һин йәнең теләгән ғалимдарҙы ялла ла улар өр-яңынан тотош империяларға конституция була алырлыҡ китап яҙһын. Был китап бер юлы енәйәт кодексы ла, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тәртипкә һалған ҡағиҙәләр йыйынтығы ла булһын. Бынан тыш, бер һөйләме икенсеһенә йәки китаптың рухына ҡаршы килмәһен. Китап үҙе лә теге йәки был ерҙә йәшәгән кешеләрҙең мөмкинлектәренә, йөрәккә, аҡылға ярашлы ғына булһын. Ҡыҫҡаһы, ул барыһын да үҙ эсенә алһын...” Уйлап ҡарағыҙ, был бит – ысынлап та бөйөк мәсьәлә! Бына әле беҙ йәшәгән илдә күпме ҡанундар бер-береһенә ҡаршы килә. Инде нисәмә йыл буйы тормошобоҙҙоң бер генә өлкәһен булһа ла тәртипкә һалырлыҡ ҡанундар ҡабул итә алмайҙар. Ғалимдар борон-борондан уйлана, төрлө тәҡдимдәр, кәңәштәр яҙа, ә тәртипһеҙлек һаман дауам итә.
Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ: нимә ул Ҡөрьән? Ул ‒ нисәмә быуат буйы ни тиклем ҙур империяны йәшәтеп килгән Китап. Элек, мосолмандар ошо Китапҡа ныҡ тотонған саҡта, Ислам дәүләтендә тәртип, көнкүреш, мәҙәниәт ифрат юғары кимәлдә булған. Ил башлығын һайлау, мираҫ бүлешеү, ауыл хужалығын күтәреү, ҡалалар төҙөү кеүек мәсьәләләр нәҡ Ҡөрьәнгә таянып хәл ителгән. Дәүләт, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр, мосолмандар, башҡа дин әһелдәре менән үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ ‒ быларҙың барыһы ла ошо Ҡөрьәнгә таянып билдәләнгән. Мосолмандарҙың мәҙәниәте, цивилизацияһы булмаған, улар был донъяға бер ниндәй файҙа килтермәгән, мосолман илдәре гел шулай бысраҡ, артта ҡалған, көсһөҙ булған, тип әйтергә кем баҙнат итер? Эйе, бәлки, хәҙер шулайҙыр. Ләкин улар мосолман булғанға түгел, киреһенсә, Ҡөрьәнде онотҡанға шундай хәлгә төшкән.
Әгәр ошо бер Китап арҡылы бөйөк империялар барлыҡҡа килгән икән, үҙегеҙгә бер генә һорау бирегеҙ: шундай хеҙмәтте уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән кеше башҡара алыр инеме? Миҫал өсөн, берәй ауылда дүрт-биш синыф бөтөргән фәлән ағай йөрөнө-йөрөнө лә ҡырҡ йәшендә шулай тип әйтә, ти: “Ағай-эне, бына мин һеҙгә ҙур концепция әҙерләнем, әгәр һеҙ шуға таянып йәшәһәгеҙ, бөтөн донъя танырлыҡ цивилизация ҡора аласаҡһығыҙ”. Шундай нәмәнең булыуына һеҙ ышаныр инегеҙме? Көлөп кенә ҡуйыр инегеҙ, шулай бит? Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ иһә уҡый-яҙа белмәүе уның етешһеҙлеге түгел, әлбиттә. Был ‒ Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәте, мөғжизәһе.
Артабан дауам итәйек. Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ кемдер килгән дә был китапты тапшырған, тигәндәр ҙә булыр. Ләкин шуны иҫәпкә алырға кәрәк: кемдер уға әлеге хеҙмәтте ике тиҫтәнән ашыу йыл дауамында өлөшләп-өлөшләп биреп барһа, был беленмәй ҡалмаҫ ине. Белеүебеҙсә, Аллаһтан аяттар төшә башлағас, мөшриктәр Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ ҡаршы һуғыш асҡан. Иң тәүҙә яза менән янағандар, көлгәндәр, сәхәбәләрҙе ҡыйырһытып ҡарағандар, ләкин, иғтибар итһәгеҙ, “Ҡөрьәндә тәрән мәғәнә ятмай” тип улар бер ҡасан да әйтә алмаған.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ иң ҙур дошмандарының береһе булған әл-Вәлит әл-Мүғира бер ваҡыт Ҡөрьәнде тыңлап торған да мөшриктәргә: “Был һүҙҙәр кешеләрҙән дә түгел, ендәрҙән дә түгел”, ‒ тигән. Ҡыҫҡаһы, ул Ҡөрьәндең мөғжизә булыуын таныған. Бында бер ниндәй мәғәнә юҡ, бер ниндәй бөйөк нәмә аңлатылмай, тип әйтә алырҙар ине. Ләкин улар, киреһенсә, был Китапты берәйһе ишетеп, тыңлап ҡуймаһын тип ҡурҡҡан. Сөнки уны тыңлаған кешеләрҙең күбеһе Ислам динен ҡабул иткән, мосолмандар һаны артып торған.
Мөшриктәр Ҡөрьәндән ныҡ ҡурҡҡан. Улар: “Һеҙ был Ҡөрьәнде тыңламағыҙ, ул уҡылған ваҡытта юҡ-бар һөйләгеҙ”, ‒ тип башҡаларҙы ҡотортоп йөрөгән. Нәҡ бына әлеге көндәге һымаҡ инде, халыҡтың иғтибарын икенсе нәмәгә йәлеп итер өсөн концерт йә кино күрһәткән кеүек. Йәнә уйлап ҡарағыҙ: ниңә улар: “Беҙ Ҡөрьәндән яҡшыраҡ һөйләй алабыҙ”, – тип әйтмәгән?
Бушҡа ғына Ҡөрьәндә шулай тиелмәгән: “Әйт: “Ошо Ҡөрьәнгә оҡшаш нәмә ижад итер өсөн кешеләр менән ендәр берләшһә лә, уға оҡшаш нәмә килтереп сығара алмаҫтар ине. Хатта улар бер-береһенә ярҙамсы булһа ла” (“Әл-Исра” сүрәһе, 88-се аят). Ғәрәптәр, әгәр ошо Ҡөрьән һымаҡ китап яҙа алһалар, Пәйғәмбәр ﷺ заманында уҡ был эште тормошҡа ашырырҙар ине, сөнки нәҡ шул саҡта уларҙың иң көслө шағирҙары, һүҙ оҫталары булған.
Ҡөрьәндең иңдерелеүенә нисәмә быуат үтһә лә, уның мөғжизәләре һаман да бер-бер артлы асылып тора. Шул мөғжизәләрҙе өйрәнгән айырым институттар бар хатта. Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Ҡөрьәндең хаҡ икәнлеге уларға аныҡ билдәле булғанға ҡәҙәр Беҙ уларға офоҡтарҙағы һәм үҙ-үҙҙәрендәге аят-билдәләребеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ” (“Фуссиләт” сүрәһе, 53-сө аят). Яңы быуындарҙың киләсәге, Мәккә мөшриктәре кеүек яңы кафырҙар тыуып торасағы, Ҡөрьәнде фашлар өсөн төрлө яңы хәйләләр ҡороласағы Аллаһҡа мәғлүм бит инде. Шуға күрә Ул был Ҡөрьәнгә үҙенсәлек һалып ҡуйған. Быуындан-быуынға уның яңынан-яңы яҡтары асылып торасаҡ.
Мәҫәлән, үткән быуат уртаһында ғалимдар тауҙарҙың тамырҙары булыуын иҫбатлаған. Йәғни тауҙар ергә ҡағып ҡуйылған ҡаҙыҡтар кеүек. Ә ул турала Ҡөрьәндә Аллаһ бына нимә ти: “Ә тауҙарҙы ҡаҙыҡтар итмәнекме ни?” (“Ән-Нәбә” сүрәһе, 7-се аят). Ҡөрьәнде Мөхәммәт яҙған, тигән кешеләр нимә тип әйтер? Пәйғәмбәр ﷺ геолог булмаған бит инде. Ул үҙе генә түгел, замандаштары араһынан берәү ҙә, унан һуңғы мең ярым йыллыҡ дәүерҙә йәшәгән кешеләр ҙә был турала белә алмаған. Беҙгә лә әлеге хаҡиҡәт яңыраҡ ҡына мәғлүм булды.
Шулай уҡ, мәҫәлән, Ҡөрьәндә шундай ҡыҙыҡ аяттар бар: “Ул бер-береһе менән осрашҡан ике диңгеҙҙе бергә ҡушты. Араларында тотҡарлыҡ бар ‒ улар уны үтә алмай” (“Әр-Рахмән” сүрәһе, 19-20-се аяттар). Ысынлап та, ғалимдар иҫбатлауынса, береһенең һыуы ‒ сөсө, береһенеке әсе булған ике диңгеҙ бер-береһе менән ҡушылмай икән (интернетта был күренештең видеолары ла бар). Мөғжизәме был? Мөғжизә! Был да Ҡөрьәндә әйтелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ иһә караптарҙа йөҙөп йөрөмәгән, бындай мөғжизәне ул бер нисек тә белә алмаған.
Тағы ла Аллаһ Ҡөрьәндә әйтә: “Кемде Аллаһ аҙаштырырға теләй, шуның күкрәген ул тар, ҡыҫынҡы итә. Әйтерһең, ул күккә күтәрелә” (“Әл-Әнғәм” сүрәһе, 125-се аят). Бәй, кешенең өҫкә менгәндә күкрәге ҡыҫылыуын Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ нисек белә алған? Ул заманда бит осаҡтар (самолеттар) уйлап сығарылмаған. Юғарыла атмосфераның нисек тәьҫир итеүе ябай кешегә ҡайҙан мәғлүм булһын? Бының турала румлылар ҙа, фарсылар ҙа ‒ береһе лә белмәгән.
Ҡөрьәндең мөғжизәләре тураһында һөйләгәндә тағы ла “Әл-Мүьминүн” сүрәһендә Аллаһтың: “Беҙ кешене (Әҙәмде) шыйыҡ балсыҡтан бар иттек. Шунан уны (әҙәм балаһын) һаҡланылған урынға тамсы итеп урынлаштырҙыҡ. Шунан был тамсынан ойошҡан ҡан яһаныҡ; артабан ойошҡан ҡандан ит киҫәге яһаныҡ; был ит киҫәгенән һөйәктәр яһаныҡ та уларға ит кейҙерҙек”, – тигәнен иҫкә алалар (12-14-се аяттар). Иғтибар итһәгеҙ, баланың әсә ҡарынындағы бөтә үҫеш стадиялары ябай тел менән һүрәтләнә. Шул заманда йәшәгән, “УЗИ” тигән нәмәне төшөндә лә күрмәгән кеше бындай ғилемгә ҡайҙан эйә булһын? Пәйғәмбәр ﷺ генә түгел, шул заманда алға киткән халыҡтар ҙа был турала белә алмаған. Ҡөрьәндә иһә, бөгөнгө плакаттарҙа төшөрөлгән кеүек, кешенең нисек яралыуы стадия артынан стадия итеп тасуирлап бирелә. Бының кеүек мөғжизәләр, әлбиттә, Изге Китапта бик күп.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла файҙалы ғилемдәр бирһен! Әмин.
Әбү Әхмәт хәҙрәт.
Фото vsegda-pomnim.com сайтынан алынды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ