Мәҡәләләр
Рамаҙан айына әҙерлекте алдан башлау дөрөҫөрәк. Алыҫ юлға сығырҙан элек машинаны ҡараштырып, майын алыштырып, тәгәрмәстәрен тултырып алған һымаҡ, мосолман кеше Аллаһ ризалығы хаҡына сәйәхәте мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтһен өсөн бөтөнөһөн хәстәрләргә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәй һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр! Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ! Күршегеҙ нәмәләлер ғәйепле булһа ла, түҙегеҙ, Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер тороғоҙ.
Мәҫәлән, Ҡөрьәндә шундай аяттар бар: “Ул бер-береһе менән осрашҡан ике диңгеҙҙе бергә ҡушты. Араларында тотҡарлыҡ бар ‒ улар уны үтә алмай” (“Әр-Рахмән” сүрәһе, 19-20-се аяттар). Ысынлап та, ғалимдар иҫбатлауынса, береһенең һыуы ‒ сөсө, береһенеке әсе булған ике диңгеҙ бер-береһе менән ҡушылмай икән.
Йыш ҡына халыҡ фольклорында, әкиәттәрҙә, коммунизм осоронда яҙылған китаптарҙа байҙар яуыз кешеләр итеп тасуирлана. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә лә ҡайһы бер бай, ләкин кафыр, аҙғын һәм тәкәббер кешеләр телгә алынған: мәҫәлән, Фирғәүен, Ҡарун, Әбү Ләһәб, Нәмру́д һәм башҡалар. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк: байлыҡ үҙе – яҡшы ла, яман да түгел.
Ғәрәп телендә “хәмер” һүҙе “ха́мәра” ҡылымынан килеп сыҡҡан, ә ул беҙҙеңсә “ҡаплау” тигән мәғәнәгә тап килә. Ҡатындарҙың йөҙөн ҡаплай торған пәрҙә лә “химәр” тип атала. Ошо химәр, йәғни пәрҙә, йөҙҙө нисек ҡаплаһа, хәмер ҙә кешенең аҡылын шулай уҡ томалай.