Һәр иҫерткес – харам
Аллаһ Тәғәлә шундай ҡағиҙә ҡуйған: кем яҡшы мосолман булып, Раббыһының әмер-бойороҡтарын үтәп йәшәй, шул ахирәттә генә түгел, был тормошта ла бәхетле булыр. Әгәр инде Аллаһтың ҡушҡандарын үтәмәһәк, Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылмаһаҡ, үҙебеҙҙе хурлыҡҡа ғына дусар итербеҙ.
Кешене ахирәттә генә түгел, ә был донъяла уҡ хур итә торған нәмә – ул эскелек, ҡәрҙәштәр... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ араһында һуңғы быуатта киң таралған ошо әшәке күренеш беҙгә күп бәләләр килтерҙе. Әлеге яҙманы уҡып ултырғандарҙың һәр береһенең был ауырыуҙан ыҙалаған туғаны йә туғандары барҙыр. “Ҡайҙан килеп сыҡты тотош халыҡты хур итеүсе ундай бәлә?” – тип һораһағыҙ, берҙән-бер дөрөҫ яуап шул: беҙ динебеҙҙе ташланыҡ. Коммунистарҙың “дин – халыҡ өсөн әфиүн”, “дин – кешене ҡол итеү сараһы”, “кеше маймылдан барлыҡҡа килгән” тигән һүҙҙәрен ҡабатлай торғас, тәмәке, наркотик, иҫерткестәр ҡолона әйләнгән, аҡылы томаланған, хатта маймылдан да былайыраҡ кешеләрҙе күрергә насип итте... Ысынлап та, әгәр инә маймылдың бәләкәй балаһы үлеп ҡалһа, ул уны серей башлағансы күтәреп йөрөй икән, ә наркоманға, эскесегә әйләнгән ата-әсәгә үҙ балаһы ла кәрәкмәй.
“Ирҙәрҙән һәм ҡатындарҙан изге ғәмәл ҡылғандарҙы, улар иман килтергән булһа, яҡшы тормош менән тереклек иттерербеҙ, һәм эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ әжер бирербеҙ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Ән-Нәхл” сүрәһе, 97-се аят). Аллаһ Тәғәлә һәр төрлө иҫертеүсе һәм аҡылды томалаусы нәмәне ошо аяттар менән тыя: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар (отош уйыны өсөн) – шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ – бәхетле булырһығыҙ! Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға, һеҙҙе Аллаһты иҫкә алыуҙан һәм намаҙ уҡыуҙан тайпылдырырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?” (“Әл-Маидә” сүрәһе, 90-91-се аяттар).
Ғәрәп телендә “хәмер” һүҙе “ха́мәра” ҡылымынан килеп сыҡҡан, ә ул беҙҙеңсә “ҡаплау” тигән мәғәнәгә тап килә. Ҡатындарҙың йөҙөн ҡаплай торған пәрҙә лә “химәр” тип атала. Ошо химәр, йәғни пәрҙә, йөҙҙө нисек ҡаплаһа, хәмер ҙә кешенең аҡылын шулай уҡ томалай. Күп кешеләр, хәмерҙең урыҫсаға нисек тәржемә ителеүен ҡарай ҙа, “хәмер” – ул “шарап”, тимәк, араҡы ла, һыра ла, тәмәке лә, наркотик та түгел икән, тип уйлай. Юҡ, һанап үткән бар нәмәләр ҙә – Ҡөрьәндә Раббыбыҙ тарафынан тыйылған хәмерҙең нәҡ үҙе! Шулай булғас, ҡайһы бер наҙан кешеләр кеүек, “Ҡөрьәндә араҡы, тәмәке, наркотик тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән” тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Бының турала Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен дә ишетегеҙ: “Иҫертеүсе һәр нәмә – хәмер. Иҫертеүсе һәр нәмә – харам” (Мөслим йыйынтығынан). Тағы ла бер сахих хәҙистә шулай тиелгән: “Миңә Ябраил фәрештә килде лә: “Эй Мөхәммәт, Аллаһ Тәғәлә хәмерҙе, уны эшләүсене, эшләүҙе һораусыны, эсеүсене, уны ташыусыны, ташыуҙы һораусыны, һатыусыны, һатып алыусыны, эсереүсене, эсеререгә һораусыны ләғнәт итте!” – тине” (Әхмәд йыйынтығынан).
Бер хәҙистә хәмер эсеүсе кешеләргә ошондай ҡурҡыныс яза вәғәҙә ителгән: “Кемдер хәмер эсеп иҫерһә, уның намаҙҙары ҡырҡ көн буйы ҡабул булмаҫ; әгәр ул үлеп ҡалһа – утҡа керер, әгәр тәүбә итһә – Аллаһ уны ғәфү итер...” (Ибн Мәджәһ йыйынтығынан). Кемдер: “Мин араҡы эстем, хәҙер ҡырҡ көн дауамында намаҙ уҡымаһам да ярай – барыбер ҡабул булмай”, – тип уйлап ҡуйыр. Юҡ, был – яңылыш һығымта! Имам Нәүәүи кеүек ҙур ғалимдар аңлатыуынса, “ҡырҡ көн намаҙ ҡабул булмай” тигән һүҙ кешенең сауапһыҙ ҡалыуын аңлата. Ләкин ул кеше бөтөнләй намаҙ ҡылмаусы кеше менән бер түгел. Бөтөнләй намаҙ ҡылмаған кеше сауаптан ғына мәхрүм ҡалмай, язаға ла лайыҡ була!
Иҫертеүсе һәм аҡылды томалаусы һәр төрлө нәмәне ҡулланыу – ҙур гонаһ. Быны эшләгән кешегә Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә төрлө-төрлө донъяуи һәм ахирәт язалары вәғәҙә ителгән. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тағы өс хәҙисенә иғтибар итәйек. Бер сәхәбә иҫерткес эсемлектәрҙең ауырыу кешеләр тарафынан ҡулланылыуын әйткәс, ул ﷺ шулай тигән: “Ул дарыу түгел, ә ауырыу!” (Мөслим йыйынтығынан). Әлеге көндә лә ҡайһы бер кешеләр араҡыны “йылыныр өсөн”, “ауырыуҙы, ҡайғыны баҫа” тип эсә. Йүнәлеү, ҡайғыны баҫыу өсөн Аллаһ Тәғәлә әллә нисәмә төрлө сара булдырған, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы алдамағыҙ. Етмәһә, баш ауырыуы үҙегеҙҙең ғәйебегеҙ булһа. Икенсе бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Күп миҡдары иҫерткән нәмәнең аҙ миҡдары ла харам”, – тигән (Әхмәд, әт-Тирмизи, Әбү Дауыт, Ибн Мәджәһ һ.б. китаптарынан). Йәғни һыра, шарап, бал кеүек эсемлектәр күп миҡдарҙа эселгәндә кешене иҫертә икән, уларҙың һәр йотомо харам була. Тағы бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Аллаһ Тәғәлә нәмәнелер тыйһа, шуны һатыуҙан килгән аҡсаны ла харам ҡыла”, – тигән (Әхмәд, Әбү Дауыт йыйынтыҡтарынан). Тимәк, араҡы, һыра йәки көмөшкә һатып аҡса эшләгән кеше харам аҡса хужаһы була. Ул Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте аҫтында йөрөй.
Кемдер: “Мин бит урлап һатмайым, үҙем эшләгәнде һатам!” – тиер. Харам – ул урлап, талап йә алдап алынған әйберҙәр генә түгел, ә Аллаһ Тәғәлә тарафынан тыйылған бөтә нәмә. Һәм харамды бер нәмә лә хәләлгә әйләндерә алмай. Әгәр сусҡаны ашау ярамай икән, ул хайуанды ни тиклем таҙа ерҙә тотма, ни тиклем яҡшы ризыҡ менән һыйлама, ите бер ҡасан дә хәләл булмаясаҡ. Хатта салғанда “бисмилләһ, Аллаһү әкбәр” тиһәң дә. Шулай уҡ – хәмер.
Имам ән-Нәсәи Ғосман хәлифәнән (Аллаһ унан риза булһын) ошондай бер хикәйә риүәйәт иткән: “Хәмерҙән ары тороғоҙ, ул, ысынлап та, бөтөн әшәке нәмәләрҙең башы! Һеҙҙән алдараҡ йәшәгән кешеләр араһынан тырышып ғибәҙәт итеүсе бер ир булған. Уны бер аҙғын ҡатын гонаһҡа этәрергә уйлаған да ярҙамсыһы аша нәмәгәлер шаһитлыҡ ҡылыу һылтауы менән үҙенең янына саҡырып алған. Теге ир килгәс, артынса бер нисә ишекте япҡандар, уны матур хужабикә, сабый һәм араҡы торған бүлмәгә алып барғандар. Матур аҙғын ҡатын уға: “Мин һине шаһит булыу өсөн саҡырманым. Сыҡҡың килһә, йә минең менән яҡынлыҡ ҡыл, йә ошо араҡыны эс, йә ошо малайҙы үлтер!” – тигән. Теге ир, бер аҙ уйланып торғас: “Ярай, миңә хәмерҙе эсер” – тигән. Ҡатын ҡойоп биргәс, был тағы ла һораған. Тотошлай иҫергәс, ир ҡатын менән зина ҡылған, шунан теге баланы ла үлтергән. Хәмерҙән ары тороғоҙ! Аллаһ менән ант итәм: иман менән эскелек бер ерҙә осрашһа, уларҙың береһе икенсеһен мотлаҡ ҡыҫырыҡлап сығарыр”.
Бөгөн иҫерткестәрҙең һаулыҡҡа, аҡылға, ғаиләгә зарары тураһында күп ишетәбеҙ. Эскесе кеше нисәлер йыл үҙе ыҙаланғандан һәм яҡындарын ыҙалатҡандан һуң йәмһеҙ, мәғәнәһеҙ рәүештә үлеп китә. Йылдан-йыл уның һаулығы бөтә, кешелек сифаттары юғала бара. Нисәлер йыл – магазин алдында “биш йә ун һум бир инде” тип теләнеп тороу, шунан – ҡәбер. Үлеме килгәс, бәлки, кемдер: “Эй, бисара, ҡотолдо ниһайәт!” – тип әйтер. Ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолдомо? Юҡ! Уның ысын ҡыйынлыҡтары башланып ҡына тора әле.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла айыҡ аҡыл менән йәшәргә насип итһен, туғандарыбыҙҙы тәмәке, араҡы һәм башҡа төрлө хәмер ҡоло булыуҙан ҡотҡарып, Аллаһ ҡолона әйләндерһен. Әмин.
Әбү Әхмәт хәҙрәт.
Фото universidadviu.com сайтынан алынды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ