Кешегә күпме ер кәрәк? (Лев Толстой)

Кешегә күпме ер кәрәк? (Лев Толстой)

I
Апаһы ҡаланан ауылға һеңлеһенә ҡунаҡҡа килде. Ул – ҡалала сауҙагәрҙә, ә һеңлеһе ябай ауыл кешеһендә кейәүҙә ине. Бына улар апалы-һеңлеле сәй әсәләр, үҙ-ара һөйләшеп ултыралар. Апаһы һеңлеһе алдында кәпәренергә тотондо: ҡалалағы тормошон маҡтаны, үҙенең иркен һәм бөхтә йәшәүен, балаларын ҡупшы кейендереүен, тәмле-татлы ашап-эсеп тороуын, урам ҡыҙырып ял итеүен һәм театрҙарға йөрөүен һөйләй башланы.
Һеңлеһенә ҡыйын булып китте һәм ул ҡала байҙарының тормошон кәмһетеп, үҙенең крәҫтиән тормошон төрлөсә маҡтап һөйләргә кереште.
– Минең үҙ тормошомдо һинекенә алыштырасағым юҡ, – ти ул. – Бай йәшәмәйбеҙ, ләкин ҡурҡыуҙы белмәйбеҙ. Һеҙ иркен йәшәйһегеҙ, сауҙа итеп, йә күп мал йыяһығыҙ, йә бөлөп ҡуяһығыҙ. Файҙаның ағаһы зыян – бына шундай мәҡәл дә бар бит. Бөгөн байһың, ә иртәгә – кеше тәҙрәһе төбөндә һоранып йөрөйһөң. Ундай хәлдәр ҙә булғылай ул. Беҙҙекеләрҙең эше ышаныслыраҡ: мужиктың ғүмере, ярлы булһа ла, оҙон була, бай булмаһаҡ та, тамағыбыҙ туҡ.
– Туҡ йәшәүегеҙҙе әйтәйем инде! Сусҡа менән быҙауҙар араһында көн итәһегеҙ шунда, – тине апаһы. – Ни йорт йыһаздарығыҙ юҡ, ни кеше менән рәтле һөйләшә белмәйһегеҙ. Ирең нисек кенә тырышмаһын, тиреҫ араһында йәшәйһегеҙ, шулай үлерһегеҙ, балаларығыҙға ла шул уҡ көн булыр.
– Булһа ни, – ти һеңлеһе, – беҙҙең тормошобоҙ шундай. Уның ҡарауы, ныҡ йәшәйбеҙ, бер кемгә лә баш эймәйбеҙ, бер кемдән дә ҡурҡмайбыҙ. Ә һеҙ ҡалала бөтәгеҙ ҙә аҙып-туҙып көн итәһегеҙ, бөгөн яҡшы йәшәйһегеҙ, ә иртәгә берәй шайтан килеп сыҡһа, күр ҙә тор, иреңде йә кәрт уйнарға, йә эскелеккә өйрәтер, йә берәй бисәкәй аҙҙырыр. Шунан бөтә тормошоң селпәрәмә килә. Шулай булмаймы ни?
Йорт хужаһы Пахом мейес башынан ҡатындарҙың нимә лығырҙағанын тыңлап ятты.
– Был бик дөрөҫ, – тине ул. – Беҙ, ауыл кешеһе, йәш саҡтан уҡ ер соҡой башлайбыҙ, шулай булғас, дыуамаллыҡтар башыбыҙға ла инмәй. Бер ҡайғы бар – ер әҙ. Үҙем теләгәнсә ерем булһа, мин бep кемдән дә, хатта шайтандың үҙенән дә ҡурҡмаҫ инем.
Ҡатындар сәй эсеп бөттөләр ҙә ҡупшы кейемдәр тураһында һөйләштеләр, унан, һауыт-һабаны йыйыштырғас, йоҡларға яттылар.
Ә шайтан был ваҡытта мейес артында ине, ул бөтә һөйләшкәнде ишетеп ултырҙы. Крәҫтиән ҡатыны иренә маҡтанырға юл ҡуйҙы бит. Ире маҡтанды. Уның: “Ерем булһа, мине шайтан да еңә алмаҫ ине”, – тип әйтеүенә шайтан ҡыуанып ҡуйҙы. “Ярай, – тине, – бәхәсләшәйек һинең менән. Мин һиңә ерҙе күп итеп бирҙерермен. Ер менән эләктерермен дә үҙеңде”.

II
Яҡында хәлле генә бер байбисә йәшәй ине, уның 120 дисәтинә ере бар ине. Элек был ҡатын ауыл ир-аты менән татыу йәшәне, уларҙы рәнйетмәй торғайны. Бына уға идарасы булып хеҙмәттән ҡайтҡан бер һалдат ялланды һәм ул мужиктарҙы төрлө штрафтар менән йөҙәтә башланы. Пахом нисек кенә һаҡланмаһын, уның йә аты байбисәнең һолоһона төшә, йә һыйыры баҡсаһына инә, йә быҙауҙары туғайын тапай – бөтәһе өсөн дә штраф һалалар.
Пахом түләй, өйҙәгеләрҙе зыҡ ҡуптарып әрләй, туҡмай. Был идарасынан ул йәй буйы күп михнәт күрҙе. Мал-тыуар ҡураға ингәс, Пахом шатланды – аҙыҡ йәл булһа ла, хәүеф юҡ.
Байбисә ерен һата, был ерҙе оло юл өҫтөндә йәшәүсе бер урам һепереүсе ала имеш, тигән хәбәр таралды ҡыш көнө. Быны ишеткәс, ирҙәр аһ-ваһ итте. “Ер урам һепереүсе ҡулына эләкһә, ул байбисәнән дә яманыраҡ штрафтар менән аҙаплар инде. Беҙгә был ерҙән башҡа йәшәп булмай, беҙ бөтәбеҙ ҙә уның ҡулында”, – тип уйлаштылар. Байбисәгә күмәкләп килделәр һәм, ерҙе дворникка һатма, ә беҙгә бир, тип һорай башланылар. Ҡиммәтерәк хаҡ түләргә вәғәҙә иттеләр.
Байбисә күнде. Ирҙәр күмәкләшеп ер һатып алырға кәңәшләшә башланы. Бер-ике тапҡыр йыйылыштылар – эште көйләй алманылар... Шайтан талаштыра уларҙы, үҙ-ара бер ҙә килешә алмайҙар.
Кемдең күпмегә көсө етә, шул тиклем айырым-айырым алырға булдылар. Байбисә быға ла күнде. Пахом “байбисәнән үҙенең күршеһе 20 дисәтинә ер һатып алған, уныһы аҡсаның яртыһын бер нисә йыл көтөргә ризалашҡан” тигән хәбәрҙе ишетте. Көнләшә башланы. “Бөтә ерҙе һатып алһалар, мин ҡолаҡ ҡағып, бер ниһеҙ ҡалам бит инде”, – тип уйланы. Ҡатыны менән кәңәшләшергә булды.
– Кешеләр ер һатып алалар, беҙгә лә берәй ун дисәтинә ер алырға ине, юғиһә йәшәп булмай, байбисәнең идарасыһы штрафтар менән теңкәгә тейеп бөттө бит, – ти ҡатынына.
Нисек алырға икәнен уйланылар. Йөҙ һум һалып ҡуйылғайны, йәнә ҡолондо һәм умарталарҙың яртыһын һаттылар, шунан һуң, улдарын ялсылыҡҡа биреп, аҡса алдылар, өҫтәүенә Пахом бажаһынан үтескә һорап торҙо. Шулай итеп, кәрәкле аҡсаның яртыһы йыйылды.
Пахом аҡсаларын йыйыштырҙы, урманы ла булған 15 дисәтинә ерҙе барып ҡараны ла байбисәгә һатыулашырға китте. Ун биш дисәтинә ерҙе һөйләшеп килеште, ҡулға ҡул һуғыштылар, хаҡының бер аҙын алдан уҡ түләп ҡуйҙы. Ҡалаға киттеләр, ер һатып алыуға ҡағыҙ яҙыштылар; Пахом, аҡсаның яртыһын биргәс, ҡалғанын ике йылда биреп бөтөрөргә йөкләмә алды.
Шулай итеп, Пахом ерле булды. Үтескә орлоҡ алды, һатып алған ергә сәсте. Ашлыҡ уңды. Бер йыл эсендә байбисәгә лә, бажаһына ла бурыстарын түләп бөттө. Пахом помещик булып китте: үҙ ерен үҙе һөрөп сәсте, үҙ ерендә бесән сапты, үҙ ерендә ҡаҙыҡтар ҡырҡты, үҙ ерендә малын ашатты. Үҙенең мәңгелеккә алған ерен һөрөргә йәки ашлыҡтарының сығышын ҡарарға барһа, шатланып бөтә алмай.
Унда уға үләндәр ҙә, сәскәләр ҙә бөтөнләй башҡа булып күренә. Элек был тирәнән үтеп барғанында уға ер бер ябай биләмә генә булып күренә торғайны, хәҙер инде ул бөтөнләй башҡа ергә әйләнде.

III
Пахом бына шулай йәшәй, шатланып бөтә алмай. Бөтәһе лә яҡшы булыр ине, тик бына башҡа кешеләр Пахомдың ашлыҡтарын һәм туғайҙарын малдан тапата башланы. Яҡшылыҡ менән әйтте ул ирҙәргә, ләкин тегеләр туҡтамай: йә көтөүселәр ҡарамайынса һыйырҙарын туғайға ебәрә, йә төнгөлөккә ашатырға ҡалдырылған аттар игененә төшә. Пахом башта ғәфү итеп килде – малдарын ҡыуып сығарҙы, бер кем менән судлашманы, аҙаҡ иһә түҙмәне, волосҡа ялыу бирә башланы. Ул кешеләрҙең быны яуыз уй менән түгел, ә ер әҙ булғанлыҡтан эшләгәнен белә, ләкин: “Был көйөнсә ҡалдырырға ярамай бит, былай бөтә еремде тапатып бөтөрөрҙәр. Аҡылға өйрәтергә кәрәк”, – тип уйлай.
Ул мужиктарҙы судҡа тарттырып бер тапҡыр, ике тапҡыр шулай өйрәтте, береһенә, икенсеһенә штраф һалдылар. Күрше-тирәләге ирҙәр Пахомға үс тоторға кереште, ҡайһы ваҡытта ерен юрамал да тапата башланылар. Кемдер урманға барғанда унлап йүкә ағасын ҡырҡҡан.
Бер мәл Пахом урманда йөрөй ине, ҡараһа, нимәлер ағарып күренә. Яҡын барһа, һуйып ташланған йүкә ҡайырҙары ята. Киҫелгән ағас төпһәләре тырпайышып тора. Исмаһам, уртаһында берәр ағас ҡалдырып, ситкеләрен генә ҡырҡһасы, ә бит был яуыз бөтәһен дә рәттән таҙартҡан.
Пахом бик асыуланды. “Их, кем икәнен белһәм, мин унан үс ала белер инем”, – тип уйланы. Уйланы-уйланы ла: “Сёмканан башҡа бер кем дә булмаҫ”, – тине. Семёндың ҡураһын тентеп сыҡты – бер нәмә лә тапманы, бары әрләшеп кенә туҡтанылар. Йүкәне Семён ҡырҡҡан икән, тип тағы ла нығыраҡ ышанды Пахом. Судҡа ғариза бирҙе.
Судҡа саҡырҙылар, хөкөм иттеләр-иттеләр ҙә Семёнды аҡланылар: ғәйепләргә дәлилдәр булманы. Пахомдың күңеле тағы ла нығыраҡ ҡырылды, старшина һәм судьялар менән әрләшеп бөттө.
– Һеҙ, – тине, – бурҙарҙы яҡлайһығыҙ. Әгәр үҙегеҙ ғәҙеллек менән йәшәһәгеҙ, бурҙарҙы яҡламаҫ инегеҙ.
Пахом судьялар менән дә, күршеләре менән дә ыҙғышып бөттө. Уға “ҡыҙыл әтәс” менән дә янай башланылар. Пахомға ерҙә иркен, ләкин донъяла йәшәү ҡыҫынҡыраҡ булып китте.
Шул ваҡыт “халыҡ яңы ерҙәргә күсә икән” тигән хәбәр ишетелде. “Мин үҙ еремдән китәсәк түгелмен, – тип уйланы Пахом. – Ә бына беҙҙең халыҡтың бер аҙы китһә, беҙгә донъя иркенәйер ине. Мин уларҙың ерҙәрен үҙ ҡулыма төшөрөр инем; тормош яҡшыраҡ булып китер ине. Ә былай һәр ваҡыт ҡыҫынҡылыҡта йәшәйбеҙ бит”.
Бер ваҡыт Пахом өйҙә ултыра ине, уға бер юлаусы ир килеп инде. Ҡунырға индерҙеләр быны, ашаттылар, һөйләшә башланылар.
– Хоҙай ҡайҙан ташланы һине? – тип һораштылар.
“Мин түбән яҡтан, Волга аръяғынан киләм, шунда кәсептә булдым”, – тип һөйләне юлаусы. Һүҙ артынан һүҙ сыҡты, мосафир һөйләй бирҙе. Халыҡ шунда йәшәргә күсеп бара, ти. Ауылыбыҙҙың кешеләре унда күсеп ултырҙылар, ширкәткә яҙылдылар һәм уларға йән башына унар дисәтинә ер бүлеп бирҙеләр, ти.
– Ә ер унда шундай яҡшы, – тип һөйләй юлаусы. – Арыш сәскәйнеләр, шундай бейек үҫте, ат та күренмәй; ә шундай ҡуйы булды – биш усмаһы бер көлтә. Бөтөнләй ярлы бер ир унда ҡоро ҡул менән барғайны, хәҙер уның алты аты, ике һыйыры бар.
Пахомдың эсе әрнеп китте. “Яҡшы йәшәргә мөмкин булған көйөнсә мин ниңә бында ҡыҫынҡылыҡта аҙап сигәм һуң? – тип уйланы. – Бындағы еремде лә, йортомдо ла һатам да, был аҡсаға унда йорт һалырмын һәм бөтә кәрәкле нәмәләрҙе ҡороп ебәрермен. Ә бында, был ҡыҫынҡылыҡта, бары хәсрәт кенә бит. Бөтәһен дә ентекләп һорашып, үҙемә белеп алырға кәрәк”.
Йәйгә табан ул йыйынды ла юлға сыҡты. Волга буйлап түбәнгә табан Һамарға тиклем пароходҡа ултырып барҙы, шунан һуң 400 саҡырым самаһын йәйәүләп үтте. Кәрәк урынға барып етте. Ишеткән хәбәренең бөтәһе лә дөрөҫ булып сыҡты. Унда мужиктар иркен йәшәй, йән башына 10 дисәтинә ер бүлеп бирелгән, һәм үҙ ширкәтенә хуплап ҡабул итәләр. Ә инде аҡса менән киләһең икән, бүлеп бирелә торған ерҙән тыш, күпме теләйһең, шул тиклемде мәңгелеккә һатып ал; иң яҡшы ерҙең дисәтинәһе өсәр һум, күпме теләһәң, шул тиклем алырға мөмкин!
Пахом бөтәһен дә һорап белеште, көҙгә өйөнә боролоп ҡайтты, бөтә нәмәләрен һата башланы. Файҙа ҡалдырып ерек һатты, өйөн, бөтә мал-тыуарын һатты, ширкәттән сыҡты, яҙ еткәнде көттө лә ғаиләһе менән яңы урынға күсеп китте.

IV
Пахом ғаиләһе менән яңы урынға килеп етте, ҙур ауылдың ширкәтенә яҙылды. Ҡарттарҙы эсергеләп, бөтә ҡағыҙҙарҙы йүнләп алды. Пахомды ҡабул иттеләр, биш йәнгә төрлө баҫыуҙарҙан илле дисәтинә ер, бынан тыш, көтөүлек бүлеп бирҙеләр. Пахом йорт-ҡаралты төҙөнө, мал-тыуар һатып алды. Уның йән иҫәбенән бирелгән ере генә лә элеккегә ҡарағанда өс тапҡырға артыҡ. Ә ер бик уңдырышлы, тупрағы ярмаланып ята.
Элеккегә ҡарағанда, уның тормошо ун тапҡыр яҡшырҙы. Һөрөнтө ере лә, мал аҙығы ла – күпме теләйһең, шулай. Теләгәнсә мал аҫра.
Тәүҙә, Пахом йорт һалғанда һәм төҙөнгәндә, уға бында бик яҡшы булып тойолдо; эйәләшкәс, был ер ҙә ҡыҫынҡы күренде. Пахом йән башына бүленгән ергә тәүге йылда бойҙай сәсте – бик яҡшы уңды. Ул бойҙай сәсергә дәртләнде, ләкин йән башына бүлеп бирелгән ере аҙ. Булған тиклеме лә яраҡһыҙ. Унда бойҙайҙы ҡылған үҫкән йәки ҡыртыш ергә сәсәләр. Бер йыл, ике йыл сәсәләр ҙә игенлекте ҡабат ҡылған баҫҡанға тиклем ташлап торалар. Ә ундай ерҙәрҙе алырға теләүсе күп, бөтә кешегә лә етмәй. Ул баҫыуҙар өсөн дә ыҙғыштар сыға; байыраҡ булғандары үҙҙәре сәсергә теләй, ә ярлылары ерҙе һалым өсөн сауҙагәрҙәргә бирә.
Пахом күберәк сәсергә теләне. Икенсе йылына сауҙагәргә барҙы, бер йылға ер һатып алды. Күберәк сәсте – унда ла яҡшы үҫте, ләкин ауылдан йыраҡ. Ун биш саҡырым самаһы алыҫлыҡтан ташырға кәрәк. Күрә: был тирәлә сауҙагәр ирҙәр утар булып йәшәй, байығалар.
“Ерҙе мәңгелеккә һатып алһаң һәм утар һалһаң, эштәр былай булыр инеме ни! Бөтәһе лә ҡул аҫтында ғына булыр ине”, – тип уйлай Пахом. Ул ерҙе мәңгелеккә һатып алыу тураһында хыял ҡора башланы.
Пахом өс йыл шулай йәшәне. Ер алып, бойҙай сәсте, йылдар уңдырышлы килде, бойҙай яҡшы үҫте, артып ятҡан аҡсалары ла була башланы. Шул көйөнсә йәшәй бирергә ине, ләкин йыл һайын кешеләрҙән ер һатып алыу, уның артынан сабып йөрөү Пахомға оҡшамай башланы. Ҡайҙа яҡшы ер бар, мужиктар, шунда ташланып, бөтәһен дә алып бөтөрәләр ине. Ер һатып алырға өлгөрмәһәң, сәсергә майҙан юҡ. Өсөнсө йыл сәселә торған ерҙе, сауҙагәр менән уртаҡлап, кешеләрҙән утлаулыҡ итеп алғайнылар. Был ерҙе Пахом менән сауҙагәр һөргәйнеләр ҙә инде. Ләкин халыҡ судлашты һәм бөтә башҡарылған эш юҡҡа сыҡты. “Бына, үҙ ерем булһа, бер кемгә лә инәлеп йөрөмәҫ инем, ғәйепһеҙ булыр инем”, – тип уйланы Пахом.
Бына Пахом ҡайҙа мәңгелеккә ер һатып алырға мөмкин икәнлеген белештерә башланы. Бер кешегә тап булды. Ул икенсе берәүҙән биш йөҙ дисәтинәне һатып алған икән, ләкин бөлгөнлөккә төшкән һәм бөтә ерҙәрен осһоҙ ғына хаҡҡа һата. Пахом уның менән һатыулаша башланы, һөйләшә торғас, мең ярым һумға килеште; аҡсаһының яртыһын көтөп торорға ризалатты. 
Бөтөнләй килешеп бөткәйнеләр, бына бер ваҡыт Пахомға юлаусы бер сауҙагәр ат ашатырға туҡтаны. Сәй эсеп алдылар, һөйләштеләр. “Мин алыҫтан, башҡорттарҙан ҡайтып киләм, – ти юлаусы. – Унда башҡорттарҙан биш меңләп дисәтинә ер һатып алдым. Ни бары 1000 һумға төштө”.
Пахом бөтәһен дә һораша башланы. Сауҙагәр һөйләп бирҙе:
– Бары ҡарттарына хәйер-саҙаҡа бирҙем инде. Йөҙ һумлап сығым тотоп, сапан һәм келәм, бер ҡумта сәй таратып бирҙем, шунан эскәндәрен араҡы менән һыйланым, дисәтинәһен 20 тин менән алдым. – Ул ер һатып алғанлығын раҫлаған ҡағыҙын күрһәтте. – Ер йылға буйында, бөтә даланы ҡылған баҫҡан.
Пахом ентекләп һорашырға кереште.
– Ундағы ерҙе, – ти сауҙагәр, – йыл буйына ла әйләнеп сыға алмаҫһың. Бөтәһе лә башҡорттар ере. Ә халыҡ шундай аңһыҙ, һарыҡ кеүек. Бушҡа ғына тип әйтерлек алып була.
“Ни өсөн миңә бында үҙемдең мең һум аҡсама биш йөҙ дисәтинә генә ер алып торорға, муйындан бурысҡа батырға? – тип уйланы Пахом. – Ә унда барһам, мең һумға ни хәтлем ерҙе ҡулыма төшөрәсәкмен!”

V
Пахом унда нисек барырға икәнлеген һорашты ла сауҙагәрҙе оҙатҡас уҡ үҙе юлға йыйына башланы. Өйөн ҡатынына ҡалдырып, үҙе ялсыһы менән йыйынып сығып китте. Бер ыңғай ҡалаға инеп, бер ҡумта сәй, төрлө бүләктәр, араҡы – юлаусы әйткәндәрҙең бөтәһен дә алдылар. Барҙылар-барҙылар, биш йөҙ саҡырым самаһы юл үттеләр. Етенсе тәүлектә башҡорт йәйләүенә килеп еттеләр. 
Бөтәһе лә юлаусы һөйләгәнсә. Бөтә халыҡ далала, йылға янында, кейеҙ тирмәләрҙә йәшәй. Үҙҙәре ер һөрмәйҙәр, икмәк ашамайҙар. Ә далала малдары, өйөр-өйөр йылҡылары йөрөй. Тирмәләр артында ҡолондарҙы бәйләп ҡуйғандар, уларҙы көнөнә ике тапҡыр ағыталар; бейә һауалар һәм унан ҡымыҙ яһайҙар. Ҡатындары ҡымыҙ бешәләр һәм ҡорот эшләйҙәр, ә ирҙәре ҡымыҙ һәм сәй эсеп, һарыҡ ите ашап һәм ҡурай уйнап ултырыуҙы ғына беләләр. Бөтәһе лә һимеҙҙәр, шаттар, йәй буйына байрам итәләр. Бөтөнләй ҡараңғы халыҡ, урыҫса белмәйҙәр, ләкин бик яғымлылар.
Башҡорттар, Пахомды күргәс тә, тирмәләренән сыҡтылар, ҡунаҡты һырып алдылар. Тәржемәсе лә табылды. Пахом уға үҙенең ер йомошо буйынса килеүен әйтте. Башҡорттар шатланыштылар, Пахомды етәкләп, иң яҡшы тирмәгә алып инделәр, балаҫҡа ултырттылар, аҫтына мамыҡ мендәр һалдылар, түңәрәкләшеп ултырып, сәй һәм ҡымыҙ менән һыйлай башланылар. Тәкә һуйҙылар, ит менән һыйланылар. Пахом кырандасынан бүләктәрен сығарҙы ла башҡорттарға өләшә башланы.
Башҡорттарға ул бүләктәр бирҙе, сәй таратты. Башҡорттар шатланыштылар, үҙ-ара лыбырҙанылар-лыбырҙанылар ҙа тәржемәсегә һөйләргә ҡуштылар.
– Улар, – тине тәржемәсе, – һине бик яраттыҡ, ҡунаҡҡа төрлө яҡшылыҡ күрһәтергә, бүләк өсөн бүләк бирергә тейешбеҙ, беҙҙең ғәҙәтебеҙ шундай, тип әйтергә ҡушалар, һин беҙҙе бүләкләнең, хәҙер инде беҙҙең нимәбеҙ оҡшай, шуны әйт, беҙ шуны һиңә бүләк итәбе, тиҙәрҙ.
– Бөтәһенән дә бигерәк, – ти Пахом, – миңә һеҙҙең ерегеҙ оҡшаны. Беҙҙең яҡта ергә бик ҡыҫынҡылыҡ һәм бөтә ер һөрөлөп бөткән. Ә һеҙҙә ер күп һәм яҡшы. Минең бындай ерҙе күргәнем дә юҡ ине.
Тәржемәсе башҡортсалап әйтте. Башҡорттар оҙаҡ һөйләштеләр. Уларҙың нимә әйткәнен Пахом аңламай, ләкин башҡорттарҙың шат икәнлеге күренеп тора. Нимәгәлер ҡысҡыралар, көлөшәләр. Шунан тындылар, Пахомға ҡарап торҙолар. Ә тәржемәсе былай тине:
– Беҙ һине яраттыҡ һәм яҡшылығың өсөн теләгәнсә ер бирергә әҙербеҙ, тип әйтергә ҡуштылар. Ниндәй ер кәрәген ҡулың менән генә күрһәт, шул ер һинеке булыр.
Улар тағы ла һөйләштеләр һәм ниңәлер бәхәсләшә башланылар. Пахом ниңә бәхәсләшәләр икәнен һораны.
Ә тәржемәсе:
– Берәүҙәре, ер тураһында старшинанан һорарға кәрәк, унан башҡа ярамай, тиҙәр. Ә икенселәре, унан башҡа ла мөмкин, тип әйтәләр, – тине.

VI
Башҡорттар бәхәсләшә, шул саҡта ҡапыл төлкө бүрек кейгән кеше килгәне күренде. Бөтәһе лә тын ҡалдылар һәм аяғөҫтө баҫтылар. Тәржемәсе:
– Бына был старшина үҙе инде, – тине.
Пахом тиҙ генә иң яҡшы сапанды, биш ҡаҙаҡ сәйҙе алды ла старшинаға бирҙе. Старшина алды һәм иң түргә барып ултырҙы. Башҡорттар уға шунда уҡ нимәлер һөйләй башланылар. Старшина тыңлап торҙо-торҙо ла, тынырға ишара итеп, уларға башын һелкте һәм Пахомға урыҫса һөйләргә кереште.
– Мөмкин. Ҡайһы ер оҡшай, шуныһын ал. Ер күп, – тине. 
“Мин үҙем теләгәнсә нисек алайым һуң? – тип уйлай Пахом. – Нисек кенә булмаһын, уны ҡағыҙ яһап нығытырға кәрәк бит. Юғиһә, был ер һинеке тиерҙәр, ә һуңынан тартып алырҙар”.
– Яҡшы һүҙегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Пахом. – Ерегеҙ күп бит һеҙҙең, ә миңә аҙ ғына кәрәк. Ләкин миңә ҡайһы ер үҙемдеке булаһын беләһе ине. Нисек кенә булмаһын, үлсәргә лә, ҡағыҙ яһап нығытып ҡуйырға кәрәк ине. Юғиһә үлеү ҙә, йәшәү ҙә – Аллаһ иркендә булған эш. Һеҙ, яҡшы кешеләр, ерҙе бирәһегеҙ, ә һеҙҙең балаларығыҙҙың уларҙы минән тартып алыуы бар.
– Дөрөҫ һөйләйһең, – тине старшина, – ҡағыҙ яҙып нығытырға мөмкин.
Пахом һөйләргә тотондо:
– Мин ишеткәйнем, һеҙҙә бер сауҙагәр булып киткән икән. Һеҙ уға ла ер биргәнһегеҙ һәм ҡағыҙ яҙышҡанһығыҙ, миңә лә шулай итергә ине.
Старшина барыһын да аңланы.
– Быларҙың бөтәһе лә мөмкин, – тине. – Беҙҙең арала писарь ҙа бар, ҡалаға ла барырбыҙ һәм бөтә мисәттәрҙе һуғырбыҙ.
– Ә хаҡы күпме булыр һуң? – тине Пахом.
– Беҙҙә бер генә хаҡ: көнөнә мең һум.
Пахом аңламаны.
– Бер көн – ниндәй үлсәм һуң ул? Унда нисә дисәтинә була?
– Беҙ, – тине старшина, – уны иҫәпләй белмәйбеҙ. Беҙ көнләп һатабыҙ: бер көн эсендә күпме ер үтәһең, шул һиңә була, ә көндөң хаҡы – мең һум.
Пахом ғәжәпләнде.
– Көнө буйы барһаң, бик күп ер үтеп булыр бит, – тине.
Старшина көлөп ебәрҙе:
– Бөтәһе лә һиңә була! Тик бер шарт бар: атлап киткән урыныңа шул көндө әйләнеп килеп өлгөрмәһәң, аҡсаларыңдан ҡолаҡ ҡағырһың.
– Ә миңә үҙем үткән урындарҙы нисек билдәләргә һуң? – тине Пахом.
– Беҙ ул урында торорбоҙ. Беҙ баҫып торорбоҙ, ә һин китерһең, әйләнеп сығырһың. Үҙең менән бәләкәй көрәк ал һәм кәрәк урындарҙы билдәләй бар, мөйөштәрҙә соҡор ҡаҙы, кәҫ өйөп кит, һуңынан соҡорҙан-соҡорға һабан менән һөрөп үтербеҙ. Теләһәң ниндәй алыҫлыҡтан әйләнеп кил, тик үҙең киткән урынға ҡояш байығанға тиклем килеп ет. Күпме ер урап үтәһең – шул ер тотош һиңә була.
Пахом шатланды. Иртән иртүк сығырға булдылар, һөйләштеләр, тағы ла ҡымыҙ эстеләр, һарыҡ ите ашанылар һәм тағы ла сәй эстеләр. Төн етте. Башҡорттар, Пахомды түшәккә йоҡларға һалдылар ҙа, таралыштылар.
Иртәгә таңдан уҡ йыйынырға ла ҡояш сыҡҡанға тиклем ер бүлергә барырға вәғәҙә ҡуйыштылар.

VII
Пахом түшәккә ятты, ләкин йоҡлай алманы, һаман да ер тураһында уйланды. “Бик күп ер эләктерәйем әле, – тип уйлай ул. – Көнө буйына нисек тә илле саҡырым үтермен. Хәҙерге көн йыл кеүек оҙон бит. Илле саҡырым ни тиклем ер була ул! Насарырағын һатырмын йәки унда мужиктарҙы ултыртырмын, ә яҡшыһын һайлап алырмын да ике ялсы яллармын; иллеләп дисәтинәһен һөрөрмөн, ә ҡалған ерҙә мал йөрөтөрмөн”.
Пахом төнө буйы йоҡламаны. Таң алдынан ғына аҙыраҡ серем итеп алды. Күҙен йомғайны ғына – төш күрә. Үҙе ошо тирмәлә ята имеш һәм кемдеңдер тышта ҡысҡырып көлөүен ишетә. Уның кем икәнен ҡарағыһы килеп, тороп тышҡа сыҡһа, тирмә алдында әлеге старшина ултыра һәм ике ҡулы менән эсен тотоп нимәнәндер кеткелдәп көлә. Пахом уның янына килеп: “Нимәгә көләһең?” – тип һорай. Ҡараһа, был башҡорт старшинаһы түгел, ә Пахомдарға инеп, ер тураһында һөйләп сығып киткән теге сауҙагәр, имеш. “Һин бында күптәнме?” – тип кенә һорағайны, ул инде сауҙагәр түгел, ә әүәлерәк түбән яҡтан килеп, Пахомдарға ингән мужик булып сыҡты. Юҡ, ул мужик та түгел шикелле, ә шайтан имеш, мөгөҙҙәре, тояҡтары бар, ул шарҡылдап көлә, ә алдында яланаяҡ, күлдәк-ыштан ғына кейгән бер кеше ята. Пахом, был ниндәй кеше икән, тип абайлабыраҡ ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, был үлек үҙе имеш. Пахом ҡото осоп уянып китте.
Уянғас: “Нимәләр генә инмәй төшкә”, – тип уйланы ул. Тирә-яғына ҡаранды: ишек асыҡ тора, тышта көндөң яҡтырып килгәне күренә. “Халыҡты уятырға кәрәк, ҡуҙғалырға ваҡыт”, – тине үҙ алдына Пахом. Ул торҙо, кырандаста йоҡлаған ялсыһын уятып, ат егергә ҡушты һәм башҡорттарҙы уятырға китте.
– Далаға ер үлсәргә ҡуҙғалырға ваҡыт, – тине.
Башҡорттар тороп, бөтәһе лә йыйылдылар, старшина ла килде. Башҡорттар тағы ла ҡымыҙ эсә башланылар, Пахомға ла сәй эсерергә теләгәйнеләр, ул көтөп торманы.
– Барырға булғас – барырға, ваҡыт инде, – тине.

VIII
Башҡорттар йыйылды, ҡайһыһы һыбай, ҡайһыһы арбаға ултырып, ҡуҙғалып киттеләр. Ә Пахом ялсыһы менән үҙ кырандасына ултырҙы, тимер көрәк алды.
Таң һыҙылғанда улар далаға барып етте. Башҡорттарҙа шихан тип атала торған ҡалҡыулыҡҡа менделәр.
Кырандастарҙан, аттарҙан төшөп, бергә йыйылдылар. Старшина Пахом янына килде лә, ҡулы менән күрһәтеп:
– Бына, күҙ күремендәге бөтә нәмә – беҙҙең ер. Теләгән урындан һайлап ал, – тине.
Пахомдың күҙҙәре уттай янды: бөтәһе лә ҡылғанлы ер, ус эсе кеүек тип-тигеҙ, мәк орлоғо кеүек ҡап-ҡара, уйһыу урындарҙа төрлө үлән үҫә, үләне – күкрәктән.
Старшина төлкө бүркен систе лә ергә һалды.
– Бына ошо билдә булыр, – тине, – бына шунан атлап кит, шунда әйләнеп кил. Күпме ер урап үтәһең – бөтәһе лә һинеке булыр.
Пахом аҡсаһын сығарып бүрек өҫтөнә ҡуйҙы, кафтанын сисеп, бары эске бәшмәттә генә ҡалды, эсен билбау менән бик ныҡ быуып бәйләне, икмәк һалған сумкаһын ҡуйынына тыҡты, һыу тултырған баклажкаһын да билбауына тыҡты, итек ҡуңыстарын күтәрҙе, ялсыһынан бәләкәй көрәкте алды ла китергә йыйынды.
Ҡайһы яҡҡа йүнәлергә инде, тип бик оҙаҡ торҙо – һәр яҡта ла ер һәйбәт ине. “Барыбер инде, ҡояш сығышы яғына китәйем”, – тип уйланы. Ҡояш сыҡҡан яҡҡа ҡарап баҫты, аяҡтарын яҙылдырҙы һәм ҡояштың сығып күренеүен көтә башланы. “Ваҡытты бушҡа уҙғармайым! Иртәнге һалҡында атлауы ла еңел булыр”, – тип уйланды. Ҡояштың сите яҡтырып күренә башлағас уҡ Пахом көрәген елкәһенә һалды ла далаға ҡарай атлап китте.
Әкрен дә, шәп тә барманы Пахом. Бер саҡырым самаһы үткәс, туҡтап соҡор ҡаҙҙы, билдәлерәк булһын өсөн кәҫтәр өйҙө һәм артабан китте. Аяҡтары яҙылғандай иткәс, шәберәк атлай башланы. Тағы ла бер аҙ барғас, икенсе соҡорҙо ҡаҙҙы.
Пахом боролоп ҡараны. Ҡояш та, әлеге шихан да һәм унда торған халыҡ та яҡшы күренә, арба тәгәрмәстәренең туғындары ялтырай. Биш саҡырым самаһы ер үткәнмендер, тип самалай Пахом. Ул эҫергәнә башланы, эске бәшмәтен сисеп, яурынына һалды һәм артабан китте. Тағы ла биш саҡырым ер үтте. Көн ҡыҙҙырырға кереште. Ҡояшҡа ҡараһа – нәҡ иртәнге аш ваҡыты.
“Бер күлем уҙҙы, – тип уйлай Пахом. – Бер көн – дүрт күлем бит, боролорға иртә әле. Аяғымдағын ғына сисәйем”. Ултырып итеген систе лә, билбауына ҡыҫтырып, артабан китте. Атлауы еңеләйҙе. “Тағы ла биш саҡырымлап үтәйем әле, шунан һулға ҡарай борола башлармын. Ере бик яҡшы, ҡалдырып китеүе лә йәл. Алға барған һайын яҡшыраҡ”, – тип уйланы ул.
Тағы ла тура китте. Боролоп ҡараны – шихан яҙа-йоҙа ғына күҙенә салына. Уның өҫтөндә халыҡ ҡырмыҫҡа кеүек кенә ҡарайып күренә һәм нәмәлер аҙ ғына ялтырап тора.
“Был яғын етерлек үттем инде, – тип уйланы Пахом. – Боролорға кәрәк. Тирләп тә бөттөм, эске лә килә”. Туҡтаны, ҙурыраҡ итеп соҡор ҡаҙҙы, кәҫтәр өйҙө, баклажкаһын ысҡындырып, һыу эсеп алды, шунан ҡапыл һулға боролоп китә башланы. Оҙаҡ барҙы Пахом, бейек үлән үҫкән ерҙәрҙе осратты.
Бер мәл Пахом тирләй һәм арый башланы. Ҡояшҡа ҡараһа, тап төш ваҡыты. “Инде ял итеп алырға кәрәк”, – тип уйланы ул. Туҡтаны, ултырҙы, һыулап икмәк ашап алды, ә ятып-нитеп торманы. Ятһам, йоҡлап китермен, тип ҡурҡты ул. Аҙыраҡ ултырҙы ла тағы китте. Башта еңел барҙы. Ашағас, хәл кереп китте. Ләкин бик эҫе, йоҡоға ла тарта. Шулай ҙа һаман бара, бер сәғәткә түҙ, мәңге бай йәшәрһең, тип уйлай. 
Был яҡҡа боролғас та күп барҙы, һулға ҡайырырға итте, ләкин ҡараһа, дымлы уйпат урын – ташлап китеүе йәл. “Бында етен яҡшы үҫер”, – тип уйланы. Тағы ла тураға ҡарай китте. Уйпат урынды ла иҫтә ҡалдырып, соҡор ҡаҙҙы ла, аласаҡ еренең икенсе мөйөшөн яһап, боролдо. 
Пахом шиханға әйләнеп ҡараны: эҫелектән көн томанлап тора, һауа бөтә нәмәне ҡыбырлатҡандай һәм ҡуйы һағым аша шихандағы кешеләр саҡ-саҡ ҡына күренә. “Уларға тиклем ун биш саҡырымдар булыр. Оҙон яҡтарын үттем инде, был яғын ҡыҫҡараҡ алырға кәрәк”, – тип уйлай Пахом.
Өсөнсө яҡ буйынса китте, етеҙерәк атлай башланы. Ҡояшҡа ҡараһа – төш ауып, ҡояш байтаҡ киткән, ә еренең был яғына бары ике саҡырым самаһы ғына үткән әле. Боролоп ҡайтыу урынына тиклем һаман ун биш саҡырымдай ер бар. “Юҡ, – тип уйланы Пахом, – ҡыйыш-мыйыш булһа булыр, тураға китергә кәрәк. Барып етеп өлгөрөргә ине. Артығы кәрәкмәҫ. Ә ер был көйөнсә лә күп инде”. 
Пахом йәһәт кенә соҡор ҡаҙҙы ла, боролоп, шиханға табан туп-тура китте.

IX
Пахом шиханға ҡарай туп-тура бара, аҙымдары ауыр. Тирләп-бешеп, яланғас аяҡтарын бәреп-һуғып бөттө, һөрлөгә башланы. Ял итеп алғыһы килә, ләкин ярамай – ҡояш байығансы барып етеп өлгөрөргә кәрәк. Ҡояш көтөп тормай, һаман түбән төшә.
“Их, хаталанманыммы, артыҡ алманыммы икән? Өлгөрмәһәм, нимә генә булыр инде?” – тип уйлай Пахом. Ул әле алдағы шиханға, әле ҡояшҡа ҡарай: барып етергә алыҫ әле, ә ҡояш байырға күп ҡалмаған.
Пахом шулай бара бирә, барыуы бик ауыр, ләкин ул һаман шәберәк атлай. Барҙы, барҙы – һаман алыҫ әле; ул йүгерә башланы. Эске бишмәтен, итектәрен, баклажкаһын ташланы, бүркен ырғытып китте, бары көрәген генә тотоп, таянып, йүгереп бара. “Их, – тип уйлай ул, – ҡомһоҙландым мин, бөтә эште харап иттем, ҡояш батҡансы барып етә алмам инде”. Ҡурҡыуҙан уның тыны тағы ла нығыраҡ тарыҡты.
Пахом һаман йүгерә, күлдәк-ыштандары хәҙер тәненә йәбешә башланы, ауыҙы кипте. Үпкәләре тимерсе күреге кеүек өрә, ә йөрәге сүкеш менән һуҡҡан кеүек ҡаға, аяҡтары ла үҙенеке кеүек түгел – бөгөлөп-һығылып торалар. Пахом ҡурҡа башланы. “Артыҡ көсәнеүҙән үлеп ҡуймаһам ярар ине”, – тип уйлай.
Үлергә ҡурҡа, ләкин туҡтала алмай. “Ни тиклем ерҙе йүгереп үттем, ә хәҙер туҡтаһам, мине иҫәр тиерҙәр”, – тип уйлай. Йүгерә торғас, яҡыная һәм башҡорттарҙың сыр-сыу килеп ҡысҡырғанын ишетә башланы, уларҙың тауышынан йөрәге тағы ла нығыраҡ тибә. Пахом аҡтыҡ көсө менән йүгерә, ә ҡояш байып ҡына бара, томан эсенә инеп, бик ҙур булып, ҡан кеүек ҡыҙарып китте. Бына ҡояш ышыҡланырға саҡ-саҡ ҡына ҡалды. Байыуға яҡын, ләкин шиханға ла инде алыҫ түгел. Пахом ундағы халыҡты, ҡул болғағандарын һәм үҙен тиҙерәк килеп ет тип ашыҡтырғанын күрә. Ергә ҡуйылған төлкө бүректе, бүрек өҫтөндәге аҡсаны күрә; старшинаның ҡулдары менән эсен ҡосаҡлап ерҙә ултырғанын күрә. Пахом үҙе күргән төштө хәтерләне. “Ер күплеген күп тә, Аллаһ Тәғәлә унда йәшәргә ҡушҡанмы икән? Уф, һәләк иттем үҙемде, барып етә алмайым инде”, – тип уйлай.
Пахом ҡояшҡа ҡараны, ҡояш ергә яҡынайып бөткән, бына ул түңәрәкләнеп офоҡҡа инә башланы. Пахом, һуңғы көстәрен йыйып, алға ауышып югерә башланы, ҡолап китмәү өсөн аяҡтарын саҡ-саҡ алмаштырып өлгөрә. Йүгерә торғас, шиханға барып етте, ҡапыл уның күҙ алды ҡап-ҡараңғы булып китте. Ҡараһа, ҡояш байыған. Пахомдың ҡото осто.
“Бөтә тырышыуҙарым юҡҡа сыҡты”, – тип уйланы ул. Туҡтарға ла иткәйне, ләкин башҡорттарҙың “әйҙә-әйҙә” тип ҡысҡырғандарын ишетте һәм бынан, түбәндән уға ҡояш байыған кеүек булып күренгәнлеген, ә тау өҫтөндә ҡояш әле батмаған икәнлеген хәтерләне.
Бар көсөн һалып, Пахом тауға йүгереп менде. Бейектә яҡты әле. Пахом төлкө бүректе күрҙе. Бүрек янында старшина, ҡулдары менән эсен тотоп, шарҡылдап көлөп ултыра. Пахом төшөн хәтерләне, ҡото осто, аяҡтары бөгөлдө һәм ул алға табан йығылып китте – ҡулдары бүреккә барып тейҙе.
– Һай, маладис! – тип ҡысҡырҙы старшина. – Ерең бик күп булды.
Пахомдың ялсыһы йүгереп килде, уны күтәреп торғоҙорға итте. Ә Пахомдың ауыҙынан ҡан аға – ул үлгән ине.
Башҡорттар телдәрен шаҡылдаттылар, ҡыҙғаныштылар.
Ялсыһы көрәген алып, мәйет аяғынан башына тиклем күпме ер алып ятһа, тап шул ҙурлыҡта – өс аршын – ҡәбер ҡаҙыны һәм Пахомды күмеп тә ҡуйҙы.

 

Фото smartik.ru сайтынан алынды.

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ