Йәмил Ишморатов: “Бала саҡтағы хыялымдан баш тартмағанмын”
Үкенескә ҡаршы, бөгөн мосолман булыуҙы күптәр муллалыҡтан тыш күҙ алдына килтерә алмай. “Мин әле йәш, ғаиләмде ҡарарға, балаларымды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Хәҙерҙән динде ҡабул итһәм, хәйер аҡсаһына нисек йәшәрбеҙ?” – тигәнерәк аҡланыу менән аптыратып ҡуялар. Һәм шул уҡ ваҡытта, әлхәмдүлилләһ, өммәтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы, азат рухлы, ҡыйыу, тырыш, дәртле, хәлле кешеләр менән йылдан-йыл нығыраҡ тулылана барыуына шаһитбыҙ.
Һүҙебеҙгә ҡеүәт, йәнә йәштәребеҙгә яҡшы үрнәк булһын тип, шәхси эшҡыуар, “Нилмарт” компаниялар төркөмө етәкселәренең береһе Йәмил Урал улы Ишморатов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Йәмил ҡәрҙәш, иң башта, ғәҙәттәгесә, бала сағың, йәшлек йылдарың тураһында һөйләшеп алайыҡ. Ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә үҫтең, ҡайһы уҡыу йортонда белем алдың, тигәндәй.
– Күмертау ҡалаһында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙ ҙур булманы – ағайым Марсель менән икәү генәбеҙ. Ярлылыҡта ла йәшәмәнек, муллыҡ та кисермәнек. Атайым “Искра” заводында токарь ине, ә әсәйем – кондитер.
Бәләкәй саҡтан өйҙә туған телдә генә аралаштыҡ, милли мәктәптә уҡыныҡ, аҙаҡ ағайым башҡорт лицейына барһа, мин башҡорт гимназияһына индем. Урта белем алғандан һуң икебеҙ ҙә бер-бер артлы Өфө дәүләт авиация техник университеты талиптары булып киттек. Мин нанотехнологиялар буйынса инженер һөнәрен үҙләштерҙем.
– Ә ни өсөн тап шул уҡыу йортон, тап шул йүнәлеште һайланың?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был минең теләгем түгел ине. Алгебра, геометрия һәм физика фәндәрен яҡшы белгәнгәлер, уҡытыусыларым тәҡдим иткәйне. Ағайымдың да яҙмышы шундайыраҡ. Ул, лицейҙы тамамлағас, минән ике йыл алдараҡ була инде, нанотехнологиялар буйынса бүлеккә имтихан биреп ҡарағайны, балдары тулманы, шуға икенсе йүнәлештә уҡыны. Мин, ағайым һалған һуҡмаҡтан барып, ул теләгән урында белем алыуға өлгәштем.
– Белеүемсә, талип сағыңдан уҡ бизнес менән шөғөлләнәһең. Бәлки, туҡһанынсы йылдар һынауын татып үҫкәс, мәктәп йәшенән үк эшҡыуарлыҡ хаҡында хыялланғанһыңдыр? Нисегерәк башланың?
– Юҡ, бик үк етеш йәшәмәһәк тә, аҡса эшләү элек уйға ла инмәне. Космонавт булырға ғына хыялландым шикелле. Былай, хәтерләүемсә, атайымдың бер туған һеңлеһе Көнһылыу апай ҡунаҡҡа килгән һайын балаларға 50-шәр, 100-әр һумлыҡ аҡса таратһа, ҡыҙығып китә торғайным. “Бына бит, Йылайыр районының бәләкәй генә Ҡыпсаҡ (Йомағужа. – ред.) ауылынан сыҡҡан ҡыҙ хәҙер эшҡыуар, магазин тота. Үҙенә эшләгәс, аҡсаһы күп”, – тип.
Бизнес өлкәһенә ылығыуым тәүге курста бөрөләнде лә туҡтауһыҙ көсәйҙе. Икенсе курста үҙеңде үҫтереү тураһында китаптарҙы күпләп алып уҡырға керештем, ҡараштарымдың үҙгәреүенә бигерәк тә Роберт Кийосакиҙың “Бай атай, ярлы атай” тигән китабы йоғонто яһаны. “Нимә көтәм мин? Тоторға ла эш башларға кәрәк! Был тормоштағы хәлем өсөн үҙем яуаплы бит, хөкүмәт тә, атай-әсәйем дә түгел”, – тип, тәүге аҙымдар яһарға тәүәккәләнем. Ул йылдарҙа хәҙерге “инфобизнес” дисктар аша тормошҡа ашырыла ине. Мин, мәҫәлән, мин берәй эшҡыуарҙың дисктарын алып, 1000 һумға һатһам, ул миңә 200 һум түләй. Әлбиттә, был кәсеп уңышлы булманы, шулай ҙа сауҙала ярайһы уҡ тәжрибә туплап ҡалдым. Бер үк мәлдә интернетта контекст рекламаһы ҡуйырға, сайт эшләргә өйрәндем.
Өсөнсө курста уҡығанда үҙемдең шәхси кәсепкә тулыһынса тиерлек әҙерлегемде һиҙҙем. Университетҡа ингән йылда уҡ атайым менән әсәйем аҡса ебәреп, ноутбук һатып алдырған ине, ятаҡта кабелле Интернет булды, шуға оҙаҡ икеләнмәнем. Әйткәндәй, ағайым да, мин дә Исламға ҡайтып, намаҙ уҡый башлаған саҡ. Динемә лә файҙа килтерермен, тип, көндәрҙән бер көндө Төркиәнән мосолман тауарҙарына заказ бирҙем.
– Ниндәй әйберҙәр ине ул? Башланғыс капиталды ҡайҙан таптың?
– Уҡыуҙан тыш, университетта лаборант булып эшләп тә йөрөй инем. Айына яҡынса ун мең һум хеҙмәт хаҡы алһам, шуның бер аҙын ҡалдырып, йыйып барҙым да ун биш мең һумға еткерҙем. Ошо аҡсаға Төркиәнән мисүәктәр, түбәтәйҙәр һәм намаҙлыҡтар килтерттем дә инде. Тауар юлда саҡта уны һатыу өсөн интернет-магазин эшләнем. Клиенттарҙы йәлеп итер өсөн “Яндекс.Директ” системаһы ярҙамында реклама ла көйләнем. Шул саҡта уҡ, 2012 йылда, киләсәгебеҙҙең Интернетҡа ныҡ бәйле буласағын аңлай инем һәм, әлхәмдүлилләһ, яңылышмағанмын.
– Тимәк, был юлы уңышҡа өлгәшкәнһең...
– Эйе, әммә ул тәүге партияны ике-өс ай дауамында саҡ һатып бөттөм. Үҙемдең интернет-магазин менән сикләнмәй, “Авито” аша ла эшләнем. Кемдәндер заказ килһә, тауарҙы ебәрергә почтаға йүгерә, бер ыңғай элек һатылғандары өсөн түләнгән аҡсаны алып та ҡайта инем. Ул йылдарҙа кешеләр хаҡты алдан түләргә ҡурҡты, сөнки алдаусылар булғыланы.
Бер мәл Төркиәнән тауар алдыртыуҙың ҡыйбатҡа төшә икәнен белдем дә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге бер ойошма менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Уның хужалары мосолмандар – ышаныслы кешеләр. Бик кәрәкһә, берәй аҙнаға бурысҡа ла бирәләр. Шул арҡылы минең бизнеста аҡса әйләнеше ҡапыл артып китте – тауарҙы көтәсәккә алам да бер нисә көн эсендә һатып өлгөрәм бит инде.
– Шәхси кәсеп үкендермәнеме берәйҙе булһа ла?
– Юҡсы. Университетты тамамлап, диплом алған саҡта профессор аспирантураға ҡалыуымды һорай ине. “Ғалим булырһың, донъя буйлап сәйәхәт итерһең, эш хаҡы ла насар түгел”, – ти. Күпме аласаҡмын, тип ҡыҙыҡһынһам, утыҙҙан илле мең һумға хәтлем генә икән. Ғәрләнерлек. “Ундай аҡса менән фатирға нисек түләйем, ғаиләмде нисек ҡарайым һуң?” – тип аптыраным. Шунан, тағы бер йыл тирәһе кәсеп итеп, аҡса туплап, нығынып алдым да өйләндем. Шәхси эшҡыуар булып теркәлдем.
– Компаниялар төркөмөн Азат Мәхмүтов менән икәүләп етәкләйһегеҙ. Уның менән күптән дуҫһығыҙмы?
– Бишенсе курстан бирле. Бер ерҙә уҡыһаҡ та, Ислам проекттары таныштырҙы беҙҙе. “Әйҙә, бергәләп эшләйек”, – тинек һәм Аллаһ Тәғәлә хеҙмәттәшлегебеҙҙе бәрәкәтле итте.
Икебеҙ ике төрлө кеше. Азат ойоштороу, команда туплау, системаны көйләү буйынса оҫта булһа, мин стратегтыр. Бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ. Бизнес үҫкән һайын уға идара итеүе ауырлаша, шуға Азат команда менән шөғөлләнә, мин – үҫеш мәсьәләләре менән. Икеләнмәйсә, ҡурҡмайса алға барырға күнеккәнмен.
– Ә ни өсөн “Нилмарт” тип атанығыҙ? Ни өсөн “компаниялар төркөмө”?
– Американдар “Амазон” тип атаған бит үҙҙәренең бизнесын, шуға беҙ ҙә йылға исемен алырға булдыҡ. Африкалағы, мосолман илендәге Нилды һайланыҡ. “Март” һүҙе иһә ингиз телендә сауҙаны, баҙарҙы аңлата. Компаниялар төркөмө иттек, сөнки беҙҙә бренд берәү генә түгел, балалар өсөн тауарҙар, косметика, йорт кәрәк-ярағы һ.б. әйберҙәр ҙә һатабыҙ. Пандемия осоронда хатта ҡарабойҙай, дөгө, тары, антисептиктар һәм битлектәр менән дә сауҙа итергә тура килде.
– Үҫеш тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәң ине.
– Баштан уҡ алынған килемдең күп өлөшөн әйләнешкә һалып барҙым. Шулай эшләй торғас, элекке 15 мең һумым ике йылдан 300 мең һумға әүерелде. 2018 йыл тирәһендә иһә тауар әйләнеше күләмен 700 мең һумға еткерҙек. 2019 йылда, маркетплейстар барлыҡҡа килгәс, Азатты интернет-магазин менән ҡалдырҙым да, шул йүнәлеште өйрәнеп ҡарамаҡсы булдым. Бер-ике айҙан уға әйтәм: “Әйҙә, бында аҡса күп, кил. Һинең башың кәрәк!” Шунан 2020 йылда икебеҙ ҙә ныҡлап маркетплейстарға күсеп ултырҙыҡ.
Һандарға ҡараһаҡ, 2019 йылда “Вайлдберриз” һәм “Озон” буйынса 2,4 миллион самаһы һум аҡсабыҙ әйләнгән, 2020 йылда иһә – 20 миллион һумдан ашыу. Артабан был күрһәткес 2021 йылда яҡынса 65 миллион һум тәшкил итте, былтыр – 151 миллион һум тирәһе. Шуныһын да иғтибарға алырға кәрәк: 2020 йылда Азаттың таныштары аша инвестициялар йәлеп итә башланыҡ. Әле өҫтәмә аҡсаға ихтыяж юҡ, сөнки тауар әйләнеше былай ҙа ҙур.
– Эшҡыуарлыҡ ауыр, тиҙәр. Күп аҡса эшләп булыуы ылыҡтырамы?
– Эйе, иң беренсе – аҡса һәм ирекле график. Әлбиттә, лаборант саҡта ла графигым ҡаты булманы, әммә барыбер ялланып эшләүгә күңелем ятманы. Наполеон Хиллдың “Уйла һәм байыҡ” тигән китабы һымаҡ заманса баҫмаларҙы уҡый торғас, азатлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа ынтылдым. Шуныһы яҡшы: маркетплейстарҙа эшләү өсөн кеше күп кәрәкмәй. Беҙ һуңғы осорҙа бөтә нәмәне ҡулайлаштырҙыҡ, хәҙер келәтебеҙ ҙә, тауарҙы төрөүселәребеҙ ҙә юҡ – уның менән Мәскәүҙә махсус фирма шөғөлләнә. Әммә барыбер тулыһынса иреклемен тип әйтә алмайым.
Эшҡыуарлыҡ, һис шикһеҙ, ауыр. Тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек талап ителә. Йылдамлыҡ та мөһим, сөнки, ваҡытты һуҙһаң, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыуың бик ихтимал. Һәр саҡ Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорайым, йыш ҡына тренингтарға, бизнес-клубтарға ла йөрөйөм.
– Бергә эшләгән кешеләргә тулыһынса ышанаһыңмы?
– Күбеһенсә мосолмандар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ бит, шуға шикләнмәйем.
– Аҡса мөнәсәбәттәрендә отолоп, үкенгәнең булдымы?
– Дөйөм алғанда, бизнеста 500 мең һумдан 1 миллион һумға тиклемде юғалтҡанмындыр, бының сәбәбе – тауарҙы дөрөҫ һайламау. Үкенмәйем, әлеге хәлде тәжрибә һәм һабаҡ тип кенә иҫәпләйем.
– Һәр кеше эшҡыуар була аламы?
– Әлбиттә. Һәр һөнәр эйәһенә – шоферға ла, табипҡа ла, уҡытыусыға ла – үҙенең эшен шәхси кәсепкә әйләндерергә мөмкин.
– Бизнесҡа көн һайын ни хәтлем ваҡыт бүләһең?
– Көнөнә 8-әр сәғәтлек мәшғүллектән һөҙөмтә әҙ, бер-ике сәғәт ныҡ итеп эшләп алыу яҡшыраҡ. Үҙеңә лә, ил иҡтисадына ла. Мин шулай итәм, ҡалған ваҡытта иһә, ғәҙәттә, китап уҡыйым. Ижтимағи селтәрҙәр өсөн мәҡәлә яҙыуҙы, хатта көндөҙ бер аҙ серем итеп алыуҙы ла эш тип һанайым, сөнки был минең һаулығым, тимәк, бизнесым өсөн кәрәк.
– Йыһанға осоу хаҡында хыялың онотолдомо?
– Юҡ, әлегә унан тамам баш тартмағанмын. Аҡса түләп, сәйәхәтсе сифатында осоу мөмкинлеге бар бит. Бөгөнгә әҙер булмаһам да, һуңғараҡ, бәлки. Аллаһ насип итһә.
– Әле ер буйлап сәйәхәт итәһегеҙҙер. Ниндәй ҡитғаларҙы, илдәрҙе күрергә насип булды?
– Йыл һайын үҙебеҙҙең илдәге төрлө урындарға барып ял итә торғайныҡ, Ҡырымға, Дағстанға йөрөнөк. Һуңғы йылдарҙа иһә Мысырҙа, Төркиәлә, Бразилияла булдыҡ.
– Бразилияға нисек барып сыҡтығыҙ?
– Үҙе бер тарих инде ул. 2021 йылдың ноябрендә ғаиләм менән Мысырҙа ял итә инек. Ҡатыным Динә дүртенсе балаға ауырлы. Шул саҡ “Инстаграм”да бер таныш эшҡыуарҙың Мексикаға барып бала табыу һәм гражданлыҡ алыу тураһында яҙмаһын күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡһынып киттем дә Динәгә әлеге мәсьәләне өйрәнергә тәҡдим иттем. “Бишенсе баланы табырға океан аръяғына бармаҫмын, ошоноһо менән булһа ғына”, – тине ул бер нисә көндән. Дәртләнеп киттем: “Тимәк, дүрт ай эсендә өлгөрөргә кәрәк! Тик ҡайһы илгә, кем аша барырға? Күпме аҡса талап ителер икән?”
Дүрт вариант бар ине: Чили, Аргентина, Мексика һәм Бразилия. Чили шунда уҡ беҙҙең исемлектән һыҙып ташланды, сөнки унда һыуыҡ, өҫтәүенә, иҡтисады үҫешмәгән; Аргентинала ла һауа һалҡыныраҡ, емеш-еләк күп түгел, унан да бигерәк гражданлыҡты яңы тыуған балаға һәм уның ата-әсәһенә генә биреүҙәре менән риза булманыҡ; Мексикала ауырлы ҡатындарҙы аэропорттан кире бороп ҡайтарыу осраҡтары булған, етмәһә, унда көндәр ныҡ эҫе, енәйәтселек көслө. Һуңғыһын һайланыҡ. Унда барып бала тапһаҡ, яңы тыуған сабый шунда уҡ ике ил гражданы итеп яҙыласаҡ, Динә менән миңә, Камил, Мәҙинә һәм Мәликәгә иһә туғыҙ йылға Бразилияла йәшәүгә хоҡуҡ биреләсәк! Етмәһә, унда бер йыл торһаң, гражданлыҡ юллап алырға рөхсәт итәләр, тимәк, аҙаҡ ҡасан килеп төшһәң дә “Бында нимә ҡарайһығыҙ?” тип һораусы булмаясаҡ.
Өҫтәүенә, Бразилия граждандарына бөтә илдәрҙең дә тиерлек сиктәре асыҡ. Тәүәккәлләп, 2022 йылдың яҙында өс бала менән сығып киттек тә дүртәү менән ҡайттыҡ.
– Күмәкләшеп, ҡатының йөклө килеш әллә нисәмә мең саҡрымға юлланыуы ҡурҡытманымы?
– Ниәтебеҙ ныҡ ине, шуға бер нәмәгә лә ҡараманыҡ. Тәүҙә махсус хәрби операция башланыуы сәбәпле Мәскәүҙән Истанбулға самолет османы. Билеттар ун тапҡырға ҡыйбатланды. Артабан Төркиәнән Бразилияға ла самолет булмай торҙо. Кире боролорға уйламаныҡ, аҙаҡ та үкенмәнек, киреһенсә, һынауҙар сәмләндерҙе генә.
Бразилияла иһә агентыбыҙ алдан һөйләшелгәнсә ҡаршы алды, өй, машина тәҡдим итте. Дауаханаһын да, тәржемәсеһен дә тапты. Бала табыу мәсьәләһе буйынса шәхси клиникаға мөрәжәғәт иттек. Беҙ бит сабыйҙарҙың тәбиғи шарттарҙа тыуыуы яҡлы, юғиһә дауаханала әсә кешенең дә, балаһының да стресс кисереүе, медиктарҙың зыянлы дарыуҙар һәм алымдар ҡулланыуы мөмкин. Йыш ҡына акушер булып ир табиптар ҙа эшләй...
Бразилияла өйҙә бала табыу мәсьәләһенә ыңғай ҡарайҙар икән. Әлхәмдүлилләһ, ҡыҙыбыҙ Айя һау-сәләмәт булып тыуҙы. Алдан ҡоролған план буйынса, уға – гражданлыҡ, ҡалғандарыбыҙға 9 йылға йәшәү хоҡуғы бирелде.
Әлбиттә, бик матур ерҙәр: йыл әйләнәһенә ҡояш, океан, емеш-еләк... Мосолмандар күп кенә. Беҙ йәшәгән туристар утрауында мәсет эшләй ине, шулай уҡ “Ислам үҙәге” тигән бина бар. Хәләл ит табыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Рамаҙан айына тура килгәс, шунда ураҙа тоттом. Интернет аша Өфөләге эштәремде лә алып барҙым. Ҡыҙыҡ инде: ҡышҡы көндәре беҙҙең йәйге кистәр һымаҡ, йылылыҡ 14 – 20 градус тирәһе.
Әгәр кемдер үрҙә бәйән ителгән мәсьәлә менән ҡыҙыҡһына икән, ижтимағи селтәрҙәр аша миңә мөрәжәғәт итһендәр. Тапмаған хәлдә, редакция аша белешһәләр, ярҙам итерһегеҙме?
– Эйе, әлбиттә. Әйҙәгеҙ, әңгәмәне йәш егеттәргә, йәғни буласаҡ ғаилә башлыҡтарына, атайҙарға кәңәшең менән ослап ҡуяйыҡ. Бөгөн күптәр өйләнергә ашыҡмай, матди яуаплылыҡтан ҡурҡа бит.
– Бала тыуған һайын аҡса күберәк кәрәк, тибеҙ. Әммә шуны онотабыҙ: ғаилә ишәйгән һайын аҡса күберәк килә лә. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа!
Әлбиттә, тырышлыҡ та кәрәк. Бәрәкәт – Аллаһтан. Ҡурҡмаһындар, өйләнһендәр, нәҫелдәрен дауам итһендәр.
Ғаиләмде өйлө, “ат”лы итергә, балаларыбыҙ тәртипле, һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн хәлемдән килгәнсә көс һалырға тейешмен. Атайым мәрхүм менән әсәйем беҙҙе кеше итеү хаҡына үҙҙәрен йәлләмәне, мин дә үҙ балаларыма булдыра алғанса бөтә нәмәне бирергә бурыслы. Иң беренсе – иманлы һәм аҡыллы, көслө булыуҙары өсөн сәбәптәр тыуҙырырға.
Даян Мәзитов әңгәмәләште.
Фото Йәмил Ишморатовтың шәхси архивынан алынды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ