Рамаҙан айына әҙерһегеҙме?
Ин шәә Аллаһ, тиҙҙән иң изге айыбыҙ Рамаҙан башлана. Динебеҙҙең төп рөкөндәренең береһе булған фарыз ураҙаны үтәү өсөн билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың иң бөйөк ниғмәттәренең береһе ул. Был осорҙо ураҙа тотоп, тәрәүих һәм башҡа нәфел намаҙҙар ҡылып, яҡшы ғәмәлдәр ҡылып, саҙаҡалар биреп, Ҡөрьән уҡып үткәреү хәйерле.
“Эй һеҙ, иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде – бәлки, тәҡүәле булырһығыҙ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 183-сө аят). Ошоға ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәүсе әҙәм балаһы мул сауаптар ала.
Ураҙаның файҙалы яҡтары бихисап. Беренсенән, кеше ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәнә, исрафтан һаҡлана. Көндәрен ашамай-эсмәй үткәргәндәр шулай уҡ һаулығының, ваҡытының, башҡа кешеләрҙең ҡиммәтен яҡшыраҡ аңлай башлай, Аллаһ Тәғәлә биргән ғүмерҙең асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ: “Кемдер, ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның асығып йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән (әл-Бохари йыйынтығынан). Тимәк, ауыҙыбыҙҙы үлсәп асырға ла өйрәнергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, Ислам һәр нәмәне уйлап һөйләүҙе талап итә.
Ҡайһы берәүҙәребеҙ, төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа тура килмәһен – бесән йәки ураҡ мәленәме, селләгәме – фарыз ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Берәй мәл, мәҫәлән, асығырға тура килер, ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” – тип һорайҙар. Ҡыҙ бала – 9, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ тип һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә хуплана. Шуны белеү мөһим: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай.
Әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына ул Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Хәҙер бит ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кемдер, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың һүҙенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә икән, уның ураҙаһының сауабы булмауы бар.
Ауырыған осраҡта ураҙаны туҡтатып тороп, ҡазаға ҡалдырырға рөхсәт ителә. Раббыбыҙ беҙгә ауырлыҡ теләмәй. “Аллаһ юлында сарыф итегеҙ, әммә үҙегеҙҙе һәләкәткә алып бармағыҙ. Изгелек ҡылығыҙ, Аллаһ бит изгелек ҡылыусыларҙы ярата”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 195-се аят). Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ сәләмәтлеккә ҡарата иғтибарлы булырға өндәгән. Тик шуны ла онотмайыҡ: ураҙа күп кенә сирҙәрҙән шифа булып тора.
Рамаҙан айына әҙерлекте алдан башлау дөрөҫөрәк, әлбиттә. Алыҫ юлға сығырҙан элек машинаны ҡараштырып, майын алыштырып, тәгәрмәстәрен тултырып алған һымаҡ, мосолман кеше Аллаһ ризалығы хаҡына сәйәхәте мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтһен өсөн бөтөнөһөн хәстәрләргә тейеш. Рамаҙан айы башланғансы яҡшы табипҡа күренеп, һаулығығыҙҙы нығытып алырға, ауыр эштәрҙе тамамлап йә кисектереп ҡуйырға тырышығыҙ.
Рамаҙан айы – мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор. Һәр яңы Рамаҙан ғибәҙәт ҡылыусыларға үҙгәрергә, үҙеңде ситтән нисек итеп күрергә теләйһең, шундай булып китергә мөмкинлек бирә. Был изге айҙы яҡын туғаның менән сағыштырырға мөмкин: яныңда саҡта һин уны күрмәйһең, ә китһә, ул үҙенең артынан һағыш ҡалдыра.
Рамаҙан – Аллаһ Тәғәләнең мөьминдәргә күрһәткән иң бөйөк мәрхәмәте ул. Балаларға ла ошоно төшөндөрөргә кәрәк. Улар был көндәрҙең һеҙгә ни тиклем ҡәҙерле икәнен күреп һәм белеп үҫһен. Балаларығыҙҙы намаҙҙарға, ифтарҙарға бергә алып йөрөһәгеҙ, йышыраҡ ҡыуандырып, дәртләндереп торһағыҙ, улар ҙа Рамаҙан айын һеҙҙең кеүек йыл да һағынып көтөп алыр.
Аллаһ Тәғәлә ураҙаны башҡа изге эштәрҙән айырып билдәләгән. Бының сәбәбе шунда: намаҙ, саҙаҡа, хаж һәм башҡа ғибәҙәттәрҙән айырмалы, ураҙаны “кеше күрһен өсөн” тип тотоуы бик ауыр. Эйе, ысынлап та шулай, сөнки аслыҡ һәм эҫелек шарттарында һин үҙеңдең асылың һәм ғәҙәттәрең менән япа-яңғыҙ ҡалаһың. Үҙеңдең яман ғәҙәттәреңдән ҡотолоу өсөн ифрат шәп мөмкинлек. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелеүенсә: “Рамаҙан айына тиклем йәшәп етеп тә, Аллаһтың ярлыҡауына өлгәшмәһә, өмөтһөҙлөккә һәм хәсрәткә төшөр кеше!”
Әйҙәгеҙ, фекер йөрөтөп алайыҡ әле: беҙҙең уйҙарыбыҙ Аллаһҡа тапшырылғанмы икән? Йөрәктәребеҙ Уға бәйләнгәнме? Изге эштәрҙе Аллаһ ризалығы өсөн генә ҡылабыҙмы?.. Әгәр барыһы ла яҡшы түгел икән, борсолмағыҙ. Күңелебеҙҙә бөтә тормошто үҙгәртә алырлыҡ рух тәрбиәләү өсөн алда тулы бер ай бар.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән: “Ураҙа һәм Ҡөрьән ҡолдо Мәхшәр көнөндә яҡлашасаҡ. Ураҙа: “Йә Раббым, мин уны ашауҙан һәм төрлө теләктәрҙән мәхрүм иттем, миңә уны яҡлашырға рөхсәт ит”, – тиер. Ә Ҡөрьән: “Мин дә уны төнгө йоҡоһонан мәхрүм иттем, миңә лә уны яҡлашырға рөхсәт бир”, – тип әйтер. Шулай итеп, икеһе лә кешегә шәфәғәт ҡылырҙар” (Әхмәд йыйынтығынан).
Һәр ҡайһыбыҙҙың Рамаҙаны изге эштәр менән тулы булһын, ураҙаларыбыҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителһен һәм йөрәктәребеҙ тәҡүәлек нурынан балҡыһын! Әмин.
Фото yandex.ru сайтынан алынды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ