Вадим Сәйфетдинов: “Һаҡламаһаҡ, башҡорт бал ҡорто бөтәсәк!”
Башҡорт аты кеүек үк, башҡорт бал ҡорто ла милләтебеҙҙең, республикабыҙҙың төп билдәләре йәки, заманса әйткәндә, брендтары иҫәбендә. Әлхәмдүлилләһ, һуңғы йылдарҙа атыбыҙҙың тоҡомон һаҡлау маҡсатында төрлө саралар бойомға ашырыла, быйыл йәй уға, ниһайәт, патент та алынды. Ә бына ҡара урман (“урта урыҫ тоҡомо” тип тә атайҙар) бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы тураһында ниндәй хәстәрлек күрелә? Уға бөтөү янамаймы?
Бөрйән районында башҡорт бал ҡортон, солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе Вадим Ғәлихан улы Сәйфетдиновтың фекеренсә, был йәһәттән эш киңәйтелергә һәм мөмкин тиклем тиҙерәк көсәйтелергә тейеш.
– Ни өсөн башҡорт бал ҡорто өсөн борсолаһығыҙ?
– Әлеге көндә Башҡортостанда тап-таҙа ҡанлы ҡара урман бал ҡорто 100 баш та юҡтыр. Бының сәбәбе – ситтән икенсе тоҡомлоларҙың йылдан-йыл күберәк индерелеүе. Ниндәй генәләре юҡ: Кавказ ҡорттары, карпатка, карника... Ҡануниәт тарафынан был сикләнмәй, киреһенсә, хуплана. Йәнәһе, республикала балға булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Ә бит ҡорттарҙың бер-береһе менән ҡатышыуы һөҙөмтәһендә оло юғалтыуға табан барабыҙ – ҡара урман тоҡомо бөтөнләй ҡалмаҫҡа мөмкин. Шуны күптәр аңламай.
– Ҡорттар менән күптән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
– Ҡариҙел районының Комсомол ауылында тыуып үҫтем. Иҫләүемсә, олатайымдың түмәр солоҡтары сама менән 250 баш ине. Аҙаҡ атайым да 100-гә яҡын умарта тотто. Ғөмүмән, беҙҙә өй аша тиерлек бал менән шөғөлләнделәр, ни тиһәң дә, йүкә ағастары күп, башҡа яҡтарҙыҡынан йыуаныраҡ та. Бәләкәй генә саҡтан, ҡорттан сағыла-сағыла, өлкәндәргә ярҙам итеп йөрөй торғайным.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым шунда уҡ умартаға күскәс, олатайымдың түмәр солоҡтары яйлап юғалды. Урмандағы йыуан ағастарҙы киҫеп, һатып бөттөләр. Мыжғып торған ҡап-ҡара ҡорттар минең өсөн яҡты хәтирә генә булып ҡалды, сөнки шул заманда уҡ колхозға ситтән икенсе тоҡомлоларҙы индерә башлағайнылар. Ҡайһы бер ғалимдар, йәнәһе, Кавказ тоҡомлоноң томшоғо башҡорт ҡортоноҡона ҡарағанда оҙонораҡ икәнен һәм туҡранбаштан уның ғына бал йыя алыуын иҫбатлаған. Ысынында иһә – бер тигеҙ. Тик, ҡандары ҡатнашҡас, гибрид ҡорттар тәүге осорҙа балды һәйбәт йыя ине, аҙаҡ иһә ныҡ насарайҙылар. Уҫалдар – яҡын да барып булмай.
Хәҙер инде, ниндәй генә ҡортто тикшермә, бөтәһендә лә тиерлек Кавказ ҡаны бар. Илле-алтмыш йыл элек, сәнәғәт умартасылығын үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул иткәндә, тоҡомдар ҡатнашып китһә лә, 1-2 йылда тергеҙелә ул, тип, ныҡ яңылышҡандар. Әле һаман индерелә бит инде сит яҡ ҡорттары, шунан тоҡомдо нисек таҙартып бөтәһең? Тәүҙә гендары ҡатышмағанды табырға кәрәк, ә улар тегендә-бында бөртөкләп кенә тиерлек ҡалған. Ныҡ төпкөл урмандарҙа. Бик йәл...
– Ә үҙебеҙҙекен һаҡлау шул хәтлем мөһимме, уның ниндәйҙер өҫтөнлөктәре бармы?
– Нимә генә тимәһендәр, ҡара урман тоҡомона ҡараған башҡорт ҡорто, ошо ерҙә меңдәрсә йыл йәшәгәс, беҙҙең тәбиғәткә тулыһынса яраҡлашҡан. Ул яҡшы ҡышлай, яҙға кило ярымлыҡ ҡына күс булып сыҡһа ла, май аҙағына тиклем көсәйеп, 12 рамлыҡ умартаны тултырасаҡ. Көньяҡ ҡорто беҙҙекен үҫеш йәһәтенән һис кенә лә ҡыуып етә алмай. Йәйге эҫене, оҙайлы ямғырҙарҙы, көҙгө ҡырауҙарҙы ла башҡорт тоҡомлолар имен үткәрә.
Бына минең бөтә умарталар ҙа, солоҡтар ҙа асыҡ һауала ҡыш сыға, үлеү осраҡтары – өс процент самаһы ғына. Ашарға балы бар икән, һалҡындан ҡурҡмай ул башҡорт ҡорттары. Быйыл ғинуарҙа Бөрйәндә 50 градуслыҡ һыуыҡтар булды – әлхәмдүлилләһ, бирешмәнеләр.
Көньяҡ ҡорттары Уралдағы 7 айлыҡ ҡышҡа өйрәнә алмай, яҙға күбеһе үлеп бөтә. Йылы миҙгелдә лә, тәбиғәт шарттарына ҡарамайса йомортҡа һалалар ҙа, һәләк булалар, төрлө ауырыу барлыҡҡа килтерәләр. Хәйер, сит ҡорттар йыш ҡына алдан уҡ сир менән килә. Быйыл, мәҫәлән, Үзбәкстандан тропилелапсоз тигән ифрат ҡурҡыныс ауырыу таралды. Унан бер ниндәй дарыу ярҙам итмәй, умарталарҙы тотош яндырып ҡына ҡотолоп була. Краснодарҙа бер нисә ай эсендә тотош хужалыҡтар юҡҡа сыҡты.
Балдың сифатына иғтибар итәйек: йүкә миҡдары ҡара урман ҡортоноҡонда 90 процентҡа етә, ә карника 50-нән дә арттырмай, етмәһә, зәһәр еҫле үләндәрҙән дә йыя. Кавказ ҡортоноң балында иһә йүкәнең өлөшө 40 процент самаһы ғына була. Йәнә башҡорт тоҡомлолар йыйып алып ҡайтҡан балды шунда уҡ кәрәҙгә һалмай, ул 7-8 ҡорт аша “контроль” үтә. Көньяҡтыҡы иһә улайтмай, шунлыҡтан йыш ҡына игенлектәргә һибелгән ағыулы ашламанан ҡырылалар.
Әлбиттә, үҙебеҙҙекенең өҫтөнлөктәре күп ул, әммә мәсьәләнең тик ул яғына ҡарарға кәрәкмәй. Еңел аҡса алыуҙы уйлап, Башҡортостандың брендын күрәләтә юҡҡа сығарабыҙ ҙа инде.
– Ниндәй еңел аҡса? Һәм ни өсөн урындағы халыҡ үҙебеҙҙең бал ҡорттарын күпләп үрсетмәй, ә ситтән индерелгәнде алырға тырыша?
– Беренсенән, карника, карпаткаларҙың рекламаһы көслө. Улар тыныс холоҡло, кешене сағып бармай, имеш. Ысынында ҡара урман тоҡомло бал ҡорто йыуашыраҡ та ул, бүтәндәр менән ҡатнашҡаны ғына уҫал. Икенсенән, Үзбәкстан яҡтарынан килтерелгән ҡорт пакеттары ныҡ арзан.
Еңел аҡса тигәндән, эйе, килем артынан ҡыуабыҙ. Совет осоронда сәнәғәт умартасылығын үҫтерергә тырыштылар, был беҙгә нимә бирҙе? Сифат ҡына төштө шикелле... Йәнәһе, халыҡҡа бал еткереп булмай. Минеңсә, һәр ихатала бер-ике умарта торһа, күпкә һәйбәтерәк. Ситтән ҡорттар килтереп һатыуҙы ғәҙәт иттеләр ҙә хәҙер республикаға йыл һайын 50-шәр, 100-әр мең пакет инә. Шунан, ҡортсолар күбәйәме? Юҡ бит, шул уҡ кешеләр ала. Көҙ аҙағында умартанан балын алып бөтөрәләр ҙә ҡорттарын, ҡышлауға ҡалдырмай, ҡарға сығарып ҡағалар...
Йылы яҡ ҡорттары һыуыҡҡа сыҙамай, эйе. Шуға ла бал менән кәсеп итеүсе умартасылар күстәрҙе яҙғыһын алырға ла, файҙаһын күргәс, үлтерергә мәжбүр. Уларҙың яртыһы тиерлек өйрәнде инде быға. Бер яҡтан ҡарағанда, рәхәт һымаҡ, икенсе яҡтан – вәхшилек, өсөнсө яҡтан – наркоман кеүек бәйлелек.
Ят ҡорттар менән ҡатышып, беҙҙекенең ҡаны боҙола, тоҡом юҡҡа сығып бара, тинек. Һанап ҡарайыҡ әле: ситтән килгән биш пакеттан ун мең тирәһе ата ҡорт сыға. Уларҙың 100 күсте 1-2 йылда болғап бөтөрөүе ихтимал.
– Тоҡомдо һаҡлау маҡсатында нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?
– Ситтән бал ҡорто пакеттары индереүҙе сикләү шарт. Исмаһам, апрель-май айҙарында. Исмаһам, Бөрйәндә генә. Таҙа башҡорт тоҡомлоларҙы бер урында һаҡлап ҡына үрсетеп, күп итеп инә ҡорттар сығарып таратырға кәрәк. Мин бер нисә йыл рәттән инде район халҡына 300 – 350 инәне бушлай өләшәм, күс һатҡанда ла урындағыларға арзаныраҡ итәм. Ләкин, яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ, тигәндәй, уның менән генә етди һөҙөмтәгә өмөтләнеп булмай.
Аллаға шөкөр, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов менән фекерҙәребеҙ тап килә, ул һәр саҡ тәҡдимдәремде, башланғыстарымды күтәреп ала. Иң баштан уҡ ышаныс белдерҙе, солоҡтар һәм умарталар өсөн ер алыуҙа бер ниндәй ҡаршылыҡ, ҡыйынлыҡ булманы. Быйыл үҙебеҙҙең лабораторияны ла астыҡ. Ҡасан булһа ла, ниндәйҙер мәсьәлә тыуһа, мин хакимиәт башлығына туранан-тура шылтырата алам.
Августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килеп, хужалыҡ менән танышып, хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып китте. Унан һуң район хакимиәтендә республиканың Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән осрашып, башҡорт бал ҡортоноң тоҡомон һаҡлау буйынса һөйләштек. Етәкселәрҙең барыһына ла үҙемде борсоған хәлде аңлатҡанмын, ҡортсоларҙың сентябрҙә Өфөлә үткән кәңәшмәһендә лә ул хаҡта сығыш яһаным. Ҡыҫҡаһы, мәсьәләне барыһы ла белә һәм киҫкен саралар күреү тәҡдиме менән килешә.
Башҡортостанда бал бик күп ул, тик рәсми теркәлгән умартасылар аҙ. Үҙебеҙҙәге ҡортҡа ғына иҫәп тотһаҡ та, республиканың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алабыҙ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Ситтән һатып алыуҙы тыйыуҙан ҙур зыян булмаясаҡ, киреһенсә, файҙаһын тоясаҡбыҙ.
– Таҙа ҡанлы башҡорт бал ҡортон ҡайҙан алдығыҙ һәм уның тоҡомо ҡайҙа тикшерелде?
– Рәсәйҙә ҡара урман (йәки урта урыҫ) тоҡомло бал ҡортон һаҡлаусыларҙың реестры бар, әлегә унда ни бары 13 кеше теркәлгән. Башҡортостандан мин яңғыҙмын, ҡалғандар – Татарстан, Свердловск, Алтай, Томск, Архангельск, Владимир, Вологда, Тверь, Ярославль яҡтарынан. Исемлеккә инер алдынан ҡорттар ентекле тикшереү үтте. Ябай ғына итеп әйткәндә, Аллаһ Тәғәлә был бөжәктәрҙе лә тамғалаған: һәр кешенең усында ҡабатланмаҫ һыҙаттар булған кеүек, уларҙың ҡанатында бер тоҡомдо икенсеһенән айырыусы һүрәттәр бар. Ғалимдар ДНК-ға һәм башҡа төрлө анализдарға ҡарап яңылыша башлаһа ла, тәжрибәле ҡортсолар дәлилде еңел генә таба ала.
Таҙа ҡанлы ҡара урман ҡорттарын ете йыл элек Яңы Усман ауылы биләмәһендәге “Әсебар” заказнигында таптым. Ҡайһы бер солоҡтарҙы таныш кешеләр күрһәтте. Шул тоҡомдо һаҡлап, күбәйтеп маташабыҙ әле. Ғәҙәттә, умартасылар рамдарҙы ҡулына ала ла бал күреп ҡыуана, ә беҙ – йомортҡа күреп.
– Барыбер һаҡлап ҡына ултырмайһығыҙҙыр бит? Әйткәндәй, Бөрйән балына ниңә һәр саҡ ҡыйбатыраҡ хаҡ ҡуйыла?
– Эйе, һаҡлау менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, түмәр солоҡтан алынған балды һәм артҡан күстәрҙе һатабыҙ. Беҙҙә бит кешеләр эшләй, йәнә үҙебеҙҙең ғаиләне ҡарарға ла кәрәк.
Был районда бал ҡыйбатыраҡ, сөнки, беренсенән, яҡын-тирәлә зыянлы сәнәғәт объекттары юҡ, тәбиғәт саф. Икенсенән, йыш ҡына умарталарҙы айыу туҙҙырып, сығымдар өҫтәй. Солоҡтарға килгәндә, уларҙың араһы ҙур, ағастар бейек, ҡарап йөрөү өсөн һәр кемдең ваҡыты ла, хәле лә етмәҫ. Әммә, Бөрйән балын һатып алғас, уның сифатында шикләнмәҫкә мөмкин – бында халыҡ намыҫлы, ситтән ҡорт килтереүселәр аҙ. Киләсәктә тотош Башҡортостанда хәл шундай булыр, тип ышанайыҡ.
Даян Мәзитов әңгәмәләште.
Айһылыу Ғарифуллина фотолары.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ