Яулыҡ (Айгөл Әхмәтғәлиева)
“Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла!”
Тәмәке төпсөгөн аяҡ аҫтына ырғытҡан ир заты, әлеге һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, туҡталыштағы халыҡ янынан бәрелә-һуғыла эскә уҙҙы. Трамвай ҡуҙғалып китеүгә, күпмелер сайҡалып торҙо ла, тәҙрә янындағы буш урынға сүгәләне. Үҙе янына ҡарсыға кеүек осоп килеп еткән кондукторға асыуланып ҡараны, үҙ телендә тоҙлап-борослап, ете быуынын иҫкә алып һүгенгәндән һуң, кирелә төшөп, салбарының ике кеҫәһен әйләндереп күрһәтте:
– Извини, мамаша, нет у меня ни копейки.
– Эсергә тапҡанһың бит әле, билетҡа ла табырһың. Юҡ икән – йәйәү йөрө! Давай, давай, йә түлә, йә сығып ысҡын! – Кондуктор ҡатын, һинең ишеләр менән шулай ғына һөйләшеп була, тигәндәй, йөҙө менән ишеккә ымланы.
Ир заты шаҡтай эскән, шулай ҙа ул урамда аунап ятыусы иҫеректәр кеүек түгел – бөхтә итеп үтекләнгән салбары, ҡыҫҡа еңле йәшкелт күлдәге, салбар ҡайышына беркетелгән күн сумкаһы шул хаҡта һөйләй ине. Урта йәштәрҙә генә булһа ла, сәсе арыу уҡ салланған; араҡы шауҡымынан күҙҙәренең төҫө тамам шыйыҡланған, йөҙөнә тилеләрсә ҡиәфәт сыҡҡан. Бына ул, ҡашын емереп, әле булһа янында баҫып торған кондукторға күтәрелеп ҡараны, унан кинәт яралы айыу кеүек үкереп ебәрҙе:
– Күрә алмайым! Берегеҙҙе лә күрә алмайым! Ненавижу эту страну! Был дәүләт мине эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалдырҙы, ненавижу! Ә бит башта нисек алданы, ә! Матур итеп һайрап, кредитҡа фатир бирҙе, машина бирҙе. Икенсе ҡулы менән эшемде тартып алды. Не-на-ви-жу, всех ненавижу! Рвачи, сволочи! Ниндәй ҙур илде талап бөтөрҙөгөҙ, аҙым һайын магазин асаһығыҙ, ә? Таш зиндандар төҙөйһөгөҙ, мәңге йәшәргә килгән һымаҡ ҡыланаһығыҙ… Ә мине араҡы эсертеп миңрәтмәксе булаһығыҙ, өндәшмәһен, тонсоҡһон тиһегеҙ. То-то, эсмәйем мин, бер тамсы ла эсмәйем. Эйе, бөгөн эстем, дуҫтар һыйланы, сөнки минең бер тин дә аҡсам ҡалманы – эштән ҡыҫҡарттылар. Насар эшсе булғанға түгел, шефҡа коттедж һалырға бармаған өсөн. Барманым, бармайым да. Минең эштән һуң үҙ өйөмдә, балаларым янында булғым килә. Ә ул мине таш өйөргә саҡыра, подонок. Лучше башты элмәккә тығам мин...
Кондуктор, ҡулын һелтәп, яңы пассажирҙар янына атланы.
Ир, йәмһеҙ тауыш менән аҡыра-аҡыра, ҡулдарын йоҙроҡлап, тубығын төйөргә кереште. Бына уның күҙ ҡарашы алда ултырған йәш ҡатындың яулығына төбәлде. Бер аҙҙан иҫерек ир күҙ асып йомған арала урынынан һикереп торҙо һәм ҡырағай йәнлек кеүек ҡатынға ташланды. Трамвайҙағы халыҡ ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, уның башынан яулығын һыпырып төшөрҙө һәм үҙен бар көсөнә елтерәтә, типкеләй башланы.
Ҡатындың сырылдап ҡысҡырыуын ирҙең ҡарлыҡҡан тауышы күмде:
– Һинең кеүек шахидкалар ғына минең башҡа етә алмаҫ! Нимә, мин ултырған трамвайҙы шартлатырғамы иҫәбең? Мә һиңә шуның өсөн, мә, мә… Эшһеҙ ҡалдырып, ағыу ашатып, хаҡ күтәреп тә үлтерә алмағас, шартлатып үлтермәксе булаһыңмы? Бөтһәк, барыбыҙ ҙа бергә бөтәбеҙ, беҙҙе бер кем дә ҡотҡара алмай! Һине яулыҡ та, Алла ла, Бог та ҡотҡармаясаҡ! Беҙҙе күреүсе, ишетеүсе юҡ! Мода күрһәтеп йөрөйһөң, мусульманка, имеш… Ненавижу, всех ненавижу!
– Нимә ҡарап тораһығыҙ, психбольной бит был әҙәм!
– Кондуктор!
– Үлтерәлә-ә-әр, күрә тороп кеше үлтерәләр!
Трамвай эсе ҡолаҡ тондорғос сыр-сыу, ҡысҡырыш менән тулды. Кемдер ишеккә һыйынды, кемдер ситкә тайпылды. Арттараҡ ултырған йәш-елкенсәк, айыу бейеткәнде ҡарағандай, ҡыҙыҡ итеп тамаша ҡылды; олораҡ ҡына ир, кинәт иҫенә төшкәндәй, ҡулына бөгәрләп тотҡан гәзитен йәйеп уҡырға кереште; кемдер, бик бирелеп, тәҙрә аша тышҡы донъяны күҙәтте…
Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған ҡатын сараһыҙҙан битен ҡаплаған ине. Көслө йоҙроҡтар әле эсенә, әле күкрәктәренә төшә башлағас, кинәт йөҙөн асты ла янындағы әҙәмгә ҡараны. Киҙәнергә күтәрелгән ҡул һауала аҫылынып ҡалды. Ҙур булып асылған күҙҙәр, ул күҙҙәрҙә сағылған тетрәнеү һәм ҡурҡыу, һиҙелер-һиҙелмәҫ дерелдәгән ирендәрҙәге доға һүҙе ирҙе айнытып ебәргәндәй булды. Ул бысраҡ иҙәнгә теҙләнеп, ҡатындың оҙон итәгенә йәбешә-йәбешә ғәфү үтенергә тотондо:
– Прости, ради Бога, прости… О Бог, прости грешного…
“Йә Раббым, Һинән башҡа бер кем ярҙамсы түгел...” Ярылып ҡанаған ирендәре доға итеп әлеге һүҙҙәрҙе ҡабатлаған ҡатында үҙ алдына йылмайырлыҡ көс табылды: әле генә “бер кем дә ҡотҡара алмай, беҙҙе ишетеүсе юҡ” тип лаф орған әҙәм үҙе лә Аллаһтан ярлыҡау һорай ине.
* * *
“Беҙҙе күреүсе, ишетеүсе юҡ”. Үҙ туҡталышына еткәнсе үк трамвайҙан төшөп ҡалған Мәҙинә, йәйәү атлаған ыңғайға шул һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат иҫкә алып, аҙымын ҡыҙыулатты. Мөмкин тиклем тиҙерәк өйөнә ҡайтып еткеһе, бысраҡ ҡулдар ҡағылған яулығын, күлдәген сисеп, тап-таҙа һыуҙа сайҡағыһы, ғөмүмән, шау-шыулы урам тормошонан бер аҙға булһа ла ҡотолғоһо килде уның. Битарафлыҡ, өмөтһөҙлөк, аҡылһыҙлыҡ солғап алған был урындан дүрт диуар араһына ҡасып ҡына ҡотолоп булмаҫлығын бик яҡшы аңлаһа ла, ҡатын ниндәйҙер ныҡышмаллыҡ менән йүгерә үк башланы. Ғәжәп, ул тән ауыртыуын тоймай ине. “Беҙҙе Күреүсе һәм Ишетеүсе бар”. Күңелендәге ошо уй йәненә лә, тәненә лә бер ни тиклем еңеллек биргәндәй булды.
Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, фатир тупһаһын аша атлап ингәс кенә аяҡтарының хәле бөттө, көс-хәл менән йоҡо бүлмәһенә үтте. Ҙур көҙгөлә ҡиәфәтен күргәс, Мәҙинә, ҡыбырларға ла ҡурҡҡандай, оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торҙо. Ҡатындың ап-аҡ яулығында бысраҡ бармаҡ эҙҙәре ярылып ята, зәңгәрһыу оҙон күлдәгенең иҙеү төймәһе ебендә генә аҫылынып ҡалған, ең осоноң селтәре умырылып төшкән. Сикә буйы күгәреп сығырға ла өлгөргән, ирененең бер мөйөшөнә ҡан уҡмашып ҡатҡан, һул иңбашы үлтереп һыҙлай… Ярай әле Шамил эштән ҡайтып өлгөрмәгән, ҡатынын был ҡиәфәттә күрһә, йөрәге ярылыр ине. Мәҙинә, ғәҙәтенсә көлөмһөрәп, яулығын тағатып төшөрҙө, соңҡа тирәһенә йыйып ҡуйған сәсенән биҙәкле ҡаптырманы ысҡындырҙы. Ҡоңғорт сәстәре тулҡын-тулҡын булып иңбашына таралды. Ул шкафты асып, ҙур таҫтамалын, намаҙ уҡығанда кейә торған киң күлдәген үрелеп алды, унан ванна бүлмәһенә йүнәлде. Камилы мәктәптән ҡайтып ингәнсе рәхәтләнеп йыуынырға, донъя ваҡлыҡтарынан арынып торорға, намаҙ уҡып алырға ине иҫәбе.
Әйҙә, аҡты ҡаранан айырмаған бәндәләр уның кеүектәрҙе мода күрһәтеп йөрөй тип уйлаһын. Беҙҙе ишетеүсе юҡ, тип күҙ йәшен түккәндә ҡотолоу сараһы итеп шешәгә үрелһен. Кемдәрҙер шуны ғына көтә лә инде. Мейеһе шыйыҡланған, өмөтөн юйғандар менән идара итеү күпкә ҡулай ҙа баһа. “Һаҡ булығыҙ!” Аһ, шул һүҙҙәрҙе һәр кемдең ҡолағына берәм-һәрәм ҡабатлап сығаһыңмы ни… Күңеленә иман нуры ингән кеше генә аҡылдан шашҡан был донъя ҡаршыһында теҙ сүкмәйәсәк, үҙ аҡылын юймаясаҡ. Мәҙинә быны ҡот осҡос һынау алдында ҡалғанда аңлаған ине...
* * *
Алмағастар сәскә атҡан мәл. Мәҙинә урамдағы гүзәллеккә, хуш еҫкә хозурланып йөрөгәндән һуң, ял итергә уйлап, өй ҡаршыһындағы артлы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланыуын белдергәндәй, йөрәк түрендәге сабыйы ла ҡуҙғалып ҡуйҙы. Рәхәт итеп тағы, тағы ҡуҙғалды. Мәҙинә, ике усын эсенә ҡуйып, улының үксәһен эҙләп маташты, яҙ ҡояшының иҫерткес йылыһы аҫтында иҙерәп, күҙҙәрен йомдо. Янына ниндәйҙер йәмһеҙ заттың килеп баҫыуын күрмәгән дә икән – шул мәлдә ҡурҡып уянып китте. Эскәмйәнең бер башында ҡап-ҡара йөнтәҫ һәм ҡот осҡос нәмә баҫып тора ине. Ҡатын сырылдап ҡысҡырырға теләне – ауыҙынан бер өн дә сыҡманы. Теге ҡотһоҙ иһә, ни яҡын килмәй, ни йыраҡлашмай – үсекләгән шикелле башын ҡырын һалып тик тора.
– Кем һин? – Мәҙинә, бар көсөн йыйып, бер ситкәрәк шыуышты.
– Әжәл мин. Июнь айында берегеҙҙе алып китергә тейешмен. – Буш мискә эсенән сыҡҡандай ҡалын тауыш урамды яңғыратты.
Июнь айында? Мәҙинә, ҡото осоп, йәнә эскәмйә мөйөшөнә шыуышты.
– Ниңә, ни өсөн, ниңә һуң? – Ҡатындың ялбарыулы тауышынан ҡурҡыпмы, ҡарындағы бала һелкенеп алды.
– Һин киҫәткәнде тыңламаның!
Шулай тине лә ҡара нәмә тауышһыҙ ғына артҡа сигенә башланы.
– Зинһар өсөн, минең яҡындарыма ҡағылма! Үҙемде алып китһәң кит, яҡындарыма ҡағылма, ишетәһеңме? – Мәҙинәнең үҙәк өҙгөс тауышы, алмағастарға бәрелеп, ҡайтауаз булып яңғыраны...
– Һаташаһың буғай, уян әле.
Мәҙинә Шамил өндәшкәнгә тертләне, күҙен асты. Башта үҙенең ҡайҙалығын аңламай торҙо, ҡурҡынған ҡарашы менән алмағастарҙы, артлы эскәмйәне эҙләне. Йоҡо бүлмәһендә, киң карауатта ире эргәһендә ятҡанын төшөнгәс кенә бер аҙ еңел һулап ҡуйҙы. Ҡарынындағы балаһы ғына һаман тибенеп тынғыһыҙлана ине.
Йоҡоһо ҡасҡанын аңлап, Мәҙинә әкрен генә тороп ултырҙы, аяҡ остарына ғына баҫып, тәҙрә буйына килде. Йоҡа ҡорғандар аша таң яҡтыһы һарҡылып ингән ине, йәш ҡатын, йәнен айҡаған төштө оноторға, уйҙарынан ҡыуырға теләп, ҡорғанды ситкәрәк этәрҙе лә урамға күҙ ташланы. Шул мәлдә үк ҡото осоп, аһылдап, артҡа тайпылды. Аҫта, өй ҡаршыһындағы тротуар янында рәт-рәт теҙелгән алмағастар шаулап сәскә атҡан, артлы эскәмйәнең бер башында иһә ҡап-ҡара нәмә шәйләнә ине.
– Йоҡоң йоҡо булманы, әй. – Шамил да тороп ултырған икән. – Нимә булды тим, Мәҙинә? Әллә ауырыйһыңмы?
– Унда… Унда… – Мәҙинәнең һөйләм төҙөп әйтерлек тә хәле юҡ ине, ул ҡулы менән тәҙрәгә ымланы.
Бесәй етеҙлеге менән һикереп торған ире тәҙрәгә ташланды, ашыға-ҡабалана урамға күҙ һалды. Аптырарлыҡ, ҡурҡырлык нәмә күрмәгәс, һораулы ҡарашын ҡатынына төбәне. Әҙме-күпме тыныслана төшһә лә, Мәҙинә урынынан ҡымшанманы.
– Эскәмйә буйында… – тип кенә әйтә алды.
Шамил, иңбаштарын йыйырып ҡуйҙы ла, аптыраттың инде, тигән ҡиәфәт менән йәнә тәҙрәгә боролдо. Унан йөҙөн балҡытып йылмайҙы ла:
– Машинаны алып киткәндәрме әллә, тип торам… Сүп пакетынан ҡурҡтыңмы ни? – тип Мәҙинәһен ҡосаҡлап алды.
– Сүп пакеты? – Мәҙинә, батырлығын йыйып, иренең иңбашы аша тәҙрәгә үрелде. Эскәмйәнең бер мөйөшөндә, ысынлап та, ҡап-ҡара сүп пакеты тора ине. Йыйыштырыусылар әле алып китергә өлгөрмәгән, күрәһең…
Шулай ҙа күргән төшө, уның өн менән буталыуы Мәҙинәнең йәненә тынғылыҡ бирмәне. Көн буйы иҫенә төшөп яфаланы, оноторға теләп тә онотолмаҫ булып, ҡара зат күҙ алдына килеп йөҙәтте.
* * *
Июнь айының һуңғы көндәре. Донъялағы иң тәмле еҫтәрҙе үҙенә йыйған бала, ирендәрен супылдатып имгән еренән, мамыҡ кеүек йомшаҡ сәсен әсәһенең күкрәгенә терәп, иҙрәп йоҡоға талды. Мәҙинә уның бәләкәс танауын, күбәләк ҡанат елпегәндәй дерелдәп алған оҙон керпектәрен, маңлайына бәреп сыҡҡан ике-өс бөртөк тир тамсыһын рәхәтләнеп, тәмләп күҙәтеп ята торғас, үҙенең дә йоҡомһорап китеүен һиҙмәй ҙә ҡалған.
Татлы өн ҡот осҡос төш менән алмашынды. Сабыйын имеҙеп ятҡан Мәҙинә, ишек буйында ҡап-ҡара нәмәне күреп, диуарға һыйынды. Таныны ул уны – бер көн генә төшөндә ҡурҡытҡан, “мин – әжәл” тип ҡотон алған нәмә ине. Ҡатын, ҡулындағы бәләкәй йомғаҡты ҡалтыранған кәүҙәһенә нығыраҡ ҡыҫып, һаман, һаман диуарға һыйынды; теге ҡотһоҙ барыбер яҡынлашты. Мәҙинә, ни эшләргә белмәгәнлектән, бисара ҡиәфәттә арлы-бирле ҡаранды, ишектән инеп килгән аҡ халатлы табиптарҙы күргәс кенә еңел һулап ҡуйҙы. Тик улар, әле балаға, әле ҡара нәмәгә ҡарап, “беҙ ярҙам итә алмайбыҙ” тип әкрен генә баш сайҡанылар. Шул миҙгелдә Мәҙинәнең күҙендәге өмөт нәфрәт уты менән алмашынды, ул, үҙендә ниндәйҙер көс тойоп, сабыйын күкрәгенә ҡыҫты. “Балам, мин һине үҙем генә ҡотҡара алам икән”, – тип бышылдап, сабыйының йөҙөнә эйелде. Ул да булманы, теге ҡарасҡы балаға килеп йәбеште, сәйер йылмайып, уны ике ҡуллап үҙенә тарта башланы. Шыбыр тиргә батҡан Мәҙинә, баланың ипләп кенә күкрәгенән айырыла барыуын һиҙеп, ҡурҡып уянып китте. Имеҙеү ваҡыты үткән, аҡ кейемле шәфҡәт туташы ингән, баланы әкрен генә ҡулына алып маташа икән.
– Уятырға ҡыҙғандым үҙегеҙҙе, тәмләп йоҡлай инегеҙ, – тине ул, Мәҙинәнең һүҙһеҙ һорауына яуап итеп.
Әле булһа төшөнән арынып бөтә алмаған ҡатын киҫкен хәрәкәт менән баланы үҙенә тартты:
– Юҡ! Юҡ!
– Тынысланығыҙ, өс сәғәттән һуң алып килербеҙ, тағы имеҙерһегеҙ. Ә хәҙергә барыбыҙға ла йоҡларға кәрәк. Шулай бит, бәләкәс? – Шәфҡәт туташы, яғымлы итеп һөйләшә-һөйләшә, палаталағы сабыйҙарҙы арбаға теҙеп ятҡырҙы ла, тыныс төн теләп, сығып китте.
“Тәмләп йоҡлай инегеҙ”, тинеме?.. Бер-береһен ҡабатлаған ниндәй ҡурҡыныс төштәр булды һуң был? Нимә бимазалай, нәмә тылҡый һуң әле йәнде?
Мәҙинә, тынысланырға теләп, әкрен генә коридорға сыҡты. Унда төнгө уттар ғына ҡалған, постағы шәфҡәт туташы ла ҡайҙалыр инеп юғалған; дауахананың һиҙрәп бөткән төнгө күлдәген кейгән ҡатындар берәм-һәрәм сығып, арлы-бирле йөрөп алалар ҙа, тәҙрә аша төнгө урамға күҙ ташлап, бер аҙ баҫып торғас, һалмаҡ ҡына атлап, йәнә палатаға инеп китәләр. Мәҙинә тәҙрә янында байтаҡ баҫып торҙо, ҡарашы билдәһеҙлеккә төбәлгән, уйҙары күргән төшө тирәһендә генә бөтөрөлә ине…
Иртәнге ығы-зығынан һуң сабыйҙарҙы имеҙергә таратып сыҡтылар. Мәҙинәгә генә балаһын килтереүсе булманы. Шәфҡәт туташы: “Табип рөхсәт итмәне, үҙе аңлатыр”, – тине лә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап сығып китте. Йөрәге табанына йүгергән Мәҙинә уның артынан уҡ ишеккә ташланды, ҡаршы инеп килгән табипты күргәс, иҫәнләшергә лә онотоп:
– Ни эшләп баламды бирмәйһегеҙ, ни булды? – тип өҙгөләнеп һорарға ашыҡты.
– Әйҙәгеҙ, тыныс булырға тырышайыҡ әле, Йосопова. Уны һеҙгә имеҙергә лә бирергә тейеш түгелдәр ине, нимә ҡарағандарҙыр… Ҡан группағыҙ ҙа тура килмәй. Тураһын әйтәм – балағыҙ ауырыу. – Табип таҙа кәүҙәле, ҡара күҙлек кейгән олораҡ мәрйә ине. Ул, ике ҡулын халат кеҫәһенә тығып, түргәрәк үтте, Мәҙинәгә карауатҡа ултырырға ымланы. – Күп тигәндә бер ай йәшәйәсәк. Бындай осраҡта медицина көсһөҙ… Һеҙҙең өсөн отказ яҙып сығып китеү яҡшыраҡ булыр. Бында уны һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләрҙәр. Һеҙ иһә үҙегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, ике йылһыҙ балаға уҙмай тороғоҙ. Барыһы ла үтер…
– Юҡ! Юҡ! – Мәҙинә нәҡ кисәгеләй үрһәләнеп ҡысҡырып ебәрҙе. Бына ул, бына ул төштәрҙең ысынбарлыҡ менән үрелеүе!..
“Һин киҫәткәнде тыңламаның!” Кем, ҡасан, нимә тип киҫәтте һуң уны? Нимәне тыңламаны, нимәне дөрөҫ эшләмәне Мәҙинә? Шул тиклем бәләкәй, шул тиклем гонаһһыҙ, шул тиклем көтөп алынған сабыйға ни өсөн әжәл ҡул һуҙмаҡсы була? Төштә күргән ҡара, йөнтәҫ заттың “мин – әжәл” тип ҡурҡытыуы йәнә ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай булды, Мәҙинә, аңын юғалтып, иҙәнгә шыуып төштө.
“Һин киҫәткәнде тыңламаның! Тыңламаның… маның… ның…” Гүйә даң-доң килеп, сүкеш менән ике сикәгә ике яҡтан һуғалар ине. Кәүҙәнең бөтә күҙәнәге һулҡылдай, аяҡтар ғына ойоп, һелкенмәҫлек булып ҡатҡан кеүек. Мәҙинә көс-хәлгә керпектәрен күтәрергә маташҡайны, күҙ ҡабағының ауырлығынан йәнә ҡараңғылыҡҡа сумды. Бер аҙҙан һыҙыҡ ҡына булып асылған керпектәр араһынан ниндәйҙер яҡтылыҡ үтеп инде. Ҡатын үҙен уратып алған аҡ халатлы кешеләрҙе абайланы, ҡарашына уларҙан ситтәрәк баҫып торған, оҙон аҡ күлдәк кейгән ниндәйҙер бабай салынып үтте. Уның йөҙө, ҡыҙғаныулы ла, шелтәле лә, һынаулы ла ҡарашы шул тиклем таныш ине, тик, күпме генә тырышһа ла, Мәҙинә уны ҡайҙа, ҡасан күргәнлеген иҫенә төшөрә алманы. Бабай ниҙер әйтергә теләп ирендәрен ҡыймылдата ине, ҡатын, уны яҡшылабыраҡ ишетергә теләп, башын ҡалҡытты, күҙҙәрен ҙур итеп асты.
– Уф, аңына килде! – Янында баҫып торған табип ҡул һырты менән маңлайын һөртөп алды, шәфҡәт туташына нимәлер эшләргә ҡушып, бүлмәнән сығып китте.
– Ҡурҡыттығыҙ бит! Йөрәгегеҙ бигерәк насар икән! Хәҙер беҙ әйткәнде генә тыңлағыҙ, зинһар…
Мәҙинә, йөҙөнә табан эйелгән аҡ яулыҡлы ҡыҙҙың иңбашы аша үрелеп, баяғы бабайҙы яҡшылабыраҡ күрергә теләне. Тик унда бер кем дә юҡ ине. “Беҙ әйткәнде генә тыңлағыҙ, зинһар...” Яғымлы йылмайған ҡыҙҙың һүҙенә ҡайҙандыр йыраҡтан шул бабайҙың тауышы ҡушылғандай булды: “Ҡыҙым, әйткәнде тыңла, зинһар...”
Мәҙинә һиҫкәнеп китте. Ул бит әлеге бабайҙы ысынлап та күргән ине! Күптән, әле студент ҡыҙ булып, университетта уҡып йөрөгән сағында уҡ. Бөгөн иһә күҙенә күрендеме, ниндәй хикмәт булды һуң был? Эйе, эйе, ул ваҡытта Мәҙинә – елдән етеҙ, бөтмөр ҡыҙыҡай – лекцияға һуңлағас, уның бөткәнен көтөп, студенттар телендә “таба” тип йөрөтөлгән урынға сығып ултырған ине. Ваҡыт үтһен өсөн генә дәфтәрен дә ҡулына алаһы итте. Көн эҫе булғас, сумкаһына шешә менән лимонад алып һалған ине, шуны йота-йота уҡып, мауығып ултырғанда сигеүле түбәтәй кейгән, йыйнаҡ аҡ һаҡаллы, оҙон аҡ күлдәкле ҡарттың үҙ янына килеп баҫҡанын да һиҙмәгән икән.
– Балам, үҙеңдән артһа, миңә лә берәр йотом бирмәҫһеңме? – Бабай, ҡыҙ аңлаймы, юҡмы тип торманы, тап-таҙа татарса өндәште. Мәҙинә уға сәйерһенеп күтәрелеп ҡараны, бабайҙың ҡарашы менән осрашҡас, бөтөнләй аптырап китте. Донъяһын өтөрҙәй булып ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында әлһерәгән ҡарт, “юҡ” тигән яуап ишетергә өлгөргәндәй, бер аҙ шелтәле һәм һынаулы ҡараш менән ҡыҙға текәлгән ине.
– Әй, йотомлап торғансы, бына, ҡалғанын алығыҙ. – Мәҙинә яртылаш бушаған лимонадты бабайға һуҙҙы.
– Былай булғас, аҡсаһын бирәйем инде.
Бабайҙың оҙон күлдәгендә кеҫә эҙләп маташҡанын күргән Мәҙинә һикереп торҙо.
– Китегеҙ инде, шуның өсөн…
Китергә ашыҡҡан Мәҙинәне ҡарттың ҡарашы быраулап туҡтатты.
– Балам, һиңә һүҙем бар, әйткәнде тыңла, зинһар… – Бабай бер мәлгә һүҙенән бүленде. Мәҙинәнең малайҙарса ҡыҫҡа ҡалдырып киҫтергән ҡоңғорт сәсенә, ҡып-ҡыҙыл итеп буялған ирендәренә, асыҡ иҙеүле заманса кофтаһына, теҙен дә ҡапламаған ҡыҫҡа итәгенә күҙ йүгертеп алды. Унан тамағын ҡырып, һөйләүен дауам итте: – Йөҙөңдә иман нуры бар, балам, әрәм булып йөрөмә. Доғалар өйрән, Аллаһҡа яҡынай. Шулай эшләмәһәң, ауыр мәлдәрең күп булыр, киҫәтеп ҡуяһым килә. Был донъяла яманлыҡ та, яуызлыҡ та етерлек. Доғалар менән үҙеңде лә, иреңде лә, тыуасаҡ балаларыңды ла һаҡларһың. Ҡөрьәнде уҡы, Аллаһҡа таян. Киҫәткәнде тыңла, балам…
Бабай, шулай тине лә, ҡырт боролоп, китеп тә барҙы. Был һүҙҙәр ул сағында Мәҙинәнең бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Йәш сағы, тирә-йүнде аллы-гөллө төҫтәрҙән генә күрә торған сағы ине шул уның. Ҡарттың сәйерлеге тураһында иптәш ҡыҙҙарына һөйләп көлдөрҙө лә шуның менән онотолдо.
Бына бөгөн дауахана палатаһында ул әлеге ҡартты күрҙе. Ғәжәп, нисәмә йыл үткән, ә бабайҙың йөҙ-ҡиәфәте лә, кейгән кейеме лә, күҙ ҡарашы ла үҙгәрмәгән ине. Шул уҡ шелтәле, һынаулы ҡараш. “Аллаһҡа яҡынай… тыуасаҡ балаларыңды ла һаҡларһың… доғалар өйрән… киҫәткәнде тыңла…” “Һин киҫәткәнде тыңламаның!” Мәҙинәнең башында әле тегенән, әле бынан бәреп ингән осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙар өйөрмәһе бөтөрөлдө. Ул, беләгенә энә ҡуйырға маташҡан шәфҡәт туташын ситкә этәреп, әллә ҡайҙан килгән көс менән кинәт кенә тороп ултырҙы. Йәш әсә үҙен дә, сабыйын да кем һәм нимә ярҙамы менән ҡотҡарасағын аныҡ аңлаған ине.
* * *
– Миңә Ҡөрьән тәфсире алып кил әле, йәме.
– Ә?..
– Намаҙға өйрәнеү китабын да алырһың, мәсеттә булмай ҡалмаҫ.
– Мәҙинә, бәлки, врачтар ҡушҡанса эшләрбеҙ, ә?..
– Борсолма, беҙҙең Камил һау-сәләмәт буласаҡ!
Ҡатынындағы тыныслыҡ, үҙ-үҙенә ышаныс Шамилды ҡурҡыуға һалды, күңелен тырнап алды, “артыҡ борсолоп, аҡылына зыян килә күрмәһен инде” тигән уй үтте башынан. Табип Мәҙинәне лә, ирен дә кабинетына саҡырып, улдарының яҙмышы тураһында асыҡ итеп аңлатты, мөғжизәгә өмөтләнергә кәрәкмәгәнлеген дә ҡат-ҡат әйтте лә баһа. “Бындай диагноз менән бер айҙан да артыҡ йәшәмәйҙәр”, – тине. Шамил инде яҙмышына тешен ҡыҫып булһа ла күнгән, тәҙрә аша ғына күреп ҡалған улын тиҙҙән бөтөнләйгә юғалтасағын ирҙәрсә сабырлыҡ менән күтәрергә әҙер ине. “Бер ниндәй аҡсаға, таныш-белешкә өмөтләнмәгеҙ!” – Табиптың хөкөм ҡарары артыҡ ҡырыҫ булды...
* * *
“Лә иләһә илләллаһ, Мөхәммәд рәсүлуллаһ… Йә Раббым, бөтә барлығым, йәнем-тәнем менән һорайым Үҙеңдән: балама һаулыҡ бир, ғүмер бир. Уны Һин генә ҡотҡара алаһың. Һин генә беҙҙе ишетәһең, Һин генә беҙҙе күрәһең…” Көндө төнгә ялғап, бер туҡтауһыҙ китап уҡып ултырған, дауахананың тынсыу палатаһында намаҙлыҡҡа эйелгән Мәҙинәне күреп, бисара тип ҡыҙғаныусылар ҙа булды, сикә тирәһендә бармағын быраулап китеүселәр ҙә табылды. Табиптар ҡыуып та ҡайтара алмаған ҡатынға әллә ни иғтибар итмәнеләр: “яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам” тигән ҡағыҙға ҡул ҡуйғас, балаһын да имеҙергә килтерә башланылар. Шәфҡәт туташы иртәле-кисле инеп, балаға укол яһай, кәрәкле дарыуҙар, мамыҡ, шприц алырға тигән һыу буйы исемлек яҙып ҡалдыра, бер-ике көндән массаж курсы башланасағын хәбәр итә. Мәҙинә “ә” лә тимәй, “йә” лә тимәй, уның сығып, күҙҙән юғалыуын сабыр ғына көтөп тора, һуңынан иһә Шамил һатып алған, шәфҡәт туташы индереп биргән таблеткаларҙы пакетҡа һала ла ҡағыҙға төрөп ҡуя. Термосҡа һалынған ҡайнар аш күтәреп, Шамил килә, ҡайтып китешләй теге ҡағыҙ төргәкте сүп һауытына ташлап ҡалдыра…
Мәҙинә, хәлһеҙ ирендәре менән күкрәк һөтө һурған сабыйының һәр һулышын үҙенекенә ҡушып, бышылдап ҡына доға уҡый. Сабый, “баланың ауырлығы көндән-көн кәмейәсәк” тигән табиптың хаҡһыҙлығын раҫларға теләгәндәй, тырышып-тырышып имә, шул мәлдә Мәҙинә уның һәр күҙәнәгенә шифа тулыуын йөрәге менән тойоп, үҙ алдына ышаныслы йылмая. Илауҙан туҡтаны инде ул, күҙ йәштәре кибеп бөттөмө… Әллә бер көн күргән төшө ышанысын тағы ла нығыттымы? Төшөндә ул оҙон аҡ күлдәкле ҡарт менән тағы осрашты. Ауылдағы өйҙәре, йәм-йәшел үләнле ихаталары икән, имеш. Сабыйын ҡосоп, яланаяҡ йөрөгән Мәҙинә янында шул бабай пәйҙә булды. Ул да яланаяҡ, үҙе таяҡҡа таянған. “Балам, мин бит һине күптән киҫәткәйнем. Ярай әле аҡылыңа килдең. Был юлы һүҙемде тыңла: улыңды әллә ниндәй дарыуҙар ғына терелтмәҫ. Намаҙыңды уҡы, Аллаһтан һора, Ул һине ишетер, балам”. Шулай тине лә бабай иреп юғалғандай ғәйеп булды. Мәҙинә уға өндәшергә теләп талпынған мәлендә уянып китте. Алдағыларынан айырмалы, әле генә күргән төшө уның күңеленә тыныслыҡ индерҙе, өмөт өҫтәне.
* * *
– Йосопова, мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр алып килдем. Балағыҙҙың арҡа мейеһенән пункция алып тикшерҙек, унда бер ниндәй ауырыу ҙа юҡ. Нисек аңлатырға ла белмәйем, дауалау курсы шундай һөҙөмтә бирҙеме… – Табип ҡара күҙлеге аҫтынан Мәҙинәгә аптыраулы-һораулы ҡарап ҡуйҙы, йәш әсә иһә был хәбәрҙе аяғүрә тороп тыңлай алманы, мендәренә ҡапланып, һығылып иларға кереште.
– Бына инде, мин бит һеҙгә “барыһы ла яҡшы” тип торам, ә һеҙ… Ниндәй ауыр саҡта сабыр булғанды… – Табип, тумбочка өҫтөндә торған стаканға крандан һыу ағыҙып, Мәҙинәгә һуҙҙы. – Тынысланығыҙ әле, зинһар. Был мөғжизәгә үҙебеҙ ҙә ышанып бөтә алмайбыҙ, медицинала бындай осраҡтың булғаны юҡ та баһа…
Мәҙинә, шишмә кеүек бәреп сыҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмайынса, байтаҡ һулҡылданы. “Йә Раббым, Һин генә беҙҙе Ишетеүсе, Һин генә беҙҙе Күреүсе… Тоғро ҡолоң булырмын, Һинең барлығыңды, берлегеңде бүтәндәргә лә төшөндөрөргә тырышырмын. Бынан һуң да рәхмәтеңдән ташлама!” Урғылып аҡҡан күҙ йәштәренә ялыныу-ялбарыу менән бергә рәхмәт һәм шатлыҡ хистәре лә һыйған ине. Йәшкә сыланған мендәренә баш терәгән килеш Мәҙинә бер мәлгә фани донъянан айырылып торҙо кеүек. Табиптың “вы такая странная” тигәнен, ниндәйҙер һорау биргәнен әллә ҡайҙан, йыраҡтан ғына ишетте, яуап бирерлек көсө булманы – ниндәйҙер бушлыҡҡа осто. Осоп барышлай үҙенең: “Йә Аллаһым, Һин генә беҙҙе Күреүсе...” – тип әйткәне лә ҡолағына салынды кеүек.
Мәҙинә аптырап күҙен асҡанда табип ҡатын уның ҡулын тотоп, пульсын һанай, үҙе әле булһа ауыҙ эсенән һөйләнә ине:
– Вы такая странная женщина…
* * *
Сәйер ҡатын… Был һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде Мәҙинәгә. Уның намаҙға баҫыуын белеп, башына яулыҡ ябыныуын күреп, таныш-белештәре үҙенә үк әйттеләр. Ҡайһы берәүҙәр арттан һөйләнеп ҡалды. Йәнәһе, кисә генә ҡыҫҡа итәк кейеп, сәсен туҙҙырып йөрөй ине… Трамвайҙағы әҙәм кеүек, “мода артынан ҡыуаһың” тиеүселәр ҙә юҡ түгел ине. Ниңәлер тоталар ҙа шул яулыҡҡа бәйләнәләр. Йөрәк түрендә ни ятҡаны тураһында уйланыусы, ҡыҙыҡһыныусы юҡ… Йәшәү мәғәнәһенә төштәр аша төшөндөм, тип кеше һайын һөйләп йөрөһөнмө ни Мәҙинә? Сәйер тип атап ҡына ҡалмаҫтар… Нимә генә тимәһендәр, ул бер нәмәне асыҡ белә: беҙҙе Күреүсе, Ишетеүсе бар. Донъя ғәме менән баҫылғандар ғына әлеге хаҡиҡәтте аңлап бөтөрмәй. Белергә теләмәйҙәрме? Әкрен генә аҡылдан яҙып барған кешелекте ҡотҡарыр көстөң кемдә, нимәлә икәнен аңламайынса, аңларға теләмәйенсә, малға табынып йәшәү күпкә еңелерәктер шул…
Мәҙинә йыуынып сыҡты ла, алһыу ерлеккә ап-аҡ сәскәләр төшкән оҙон еңле күлдәген кейеп, көҙгө алдына килеп баҫты. Еүеш сәстәрен бер аҙ елпеп киптергәндәй итте, күҙҙәре төҫөндәге зәңгәр яулығын алып, башына япты. Улының һәм иренең намаҙлыҡтарын бөхтә генә итеп диванға һалып ҡуйҙы, сәғәткә күҙ ташланы – намаҙ ваҡыты инмәгән икән әле. Йөҙөндәге ҡыҙарып, күгәреп торған урындарға бармағы менән баҫҡылап ҡарағас, үҙен түгел, теге иҫерек ирҙе ҡыҙғанып ҡуйҙы. Бар донъяға нәфрәт менән төбәлгән бәндә ҡыҙғаныс та, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та ине. Ул һәм уның кеүек меңдәр, миллиондар, үҙ көсһөҙлөгөнән һығылып төшөп, ишектең был яғына – хәмер һаҙлығы һәм элмәк ауыҙы әҙерләнгән донъяға – аяҡ баҫа. Арттан шапылдап ябылған ишекте бик көслөләр генә аса ала шул…
Мәҙинә, уйҙарынан бүленеп, тәҙрәгә күҙ һалды. Фани донъяның тышҡы биҙәге булған алмағастар, аҡ яулыҡ ябынған һылыу ҡыҙҙай, һәр яҙҙағыса шау сәскәгә күмелгән; уйнаҡ ел иҫә, ғүмерҙәренең мәңгелек түгеллеген иҫкәртергә теләгәндәй, ап-аҡ таждарҙы туҙғытып, аяҡ аҫтына түшәргә лә өлгөргән. Шул аҡлыҡ эсенән етәкләшеп ҡайтып килгән ирен һәм улын күргәс, Мәҙинә, иңдәренә ҡанат үҫкәндәй, йүгерә-йүгерә ишек асырға ашыҡты…
Фото innerfrench.com сайтынан алынды.
Автор хаҡында:
Айгөл Ғабдулла ҡыҙы Әхмәтғәлиева (Муллағәлиева) 1973 йылда Татарстандағы Аҡтаныш районының Иҫке Сәфәр ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетының татар теле, әҙәбиәте, тарихы һәм көнсығыш телдәре факультетында белем алған. Хеҙмәт юлы мәғрифәт өлкәһе, Яр Саллы ҡалаһында сыҡҡан “Нур” гәзите, республиканың “Мәйдан” һәм “Казан утлары” журналдары менән бәйле.
Билдәле яҙыусы, драматург, журналист, мөхәррир. Татарстандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Сажиҙә Сөләймәнова һәм Илдар Юзеев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе. 2014 йылда Яр Саллы ҡалаһында “Йыл яҙыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ