Мәҡәләләр
"Бизнес өлкәһенә ылығыуым тәүге курста бөрөләнде лә туҡтауһыҙ көсәйҙе. Икенсе курста үҙеңде үҫтереү тураһында китаптарҙы күпләп алып уҡырға керештем, ҡараштарымдың үҙгәреүенә бигерәк тә Роберт Кийосакиҙың “Бай атай, ярлы атай” тигән китабы йоғонто яһаны. “Нимә көтәм мин? Тоторға ла эш башларға кәрәк! Был тормоштағы хәлем өсөн үҙем яуаплы бит, хөкүмәт тә, атай-әсәйем дә түгел”, – тип, тәүге аҙымдар яһарға тәүәккәләнем..."