Йәшәүҙең тәмен нисек тойорға?
Абруйлы юғары уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡтарҙа уңышлы ғына эшләп йөрөүсе йәштәр үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыһы булған ҡарт профессорға ҡунаҡҡа йыйылған. Хәл-әхүәлдәрен белешә торғас, уларҙың барыһы ла тормошона зарланырға керешкән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме...
Профессор, элекке уҡыусыларын тыныс ҡына тыңлап ултыра биргән дә, аш-һыу бүлмәһенә йүнәлгән һәм бер аҙҙан өҫтәлгә ҡәһүә ҡойолған төрлө һауыттар сығарып теҙгән. Ҡунаҡтарҙың сосораҡтары йәһәт кенә фарфор, гәлсәр сынаяҡтарҙы алып бөттө, ҡалғандарға арзан быяла стакандар, тимер көрөшкәләр тәтене, ти.
– Иғтибар итегеҙ әле, йәмәғәт, – тигән шунан уҡытыусы, йәштәрҙе ҡыҙыу әңгәмәһенән бүлдереп. – Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренеш булған әлеге ҡыланышығыҙ ысынында – күп кенә бәләләрегеҙҙең нигеҙе. Берәүҙәр, затлы һауытты эләктерҙем, тип уйлап, ҡыуаналыр, икенселәр иһә уларға ҡарап көнләшәлер, кәмһенәлер. Шунлыҡтан күңелдәрегеҙ керләнә, һөҙөмтәлә бер үк эсемлек кемгәлер татлыраҡ һымаҡ тойола, ә кемдеңдер тамағына ла үтмәй. Тормошоғоҙ – ҡәһүә, эш урынығыҙ, байлығығыҙ, йәмғиәттәге дәрәжәгеҙ – һауыт, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Тыштан ғына ҡарап, кешенең йәшәйеше ниндәй икәнен бер нисек тә белеп булмай. Ҡайһы саҡта, һауыт менән ҡәнәғәтләнеп, эсемлектең, йәғни тормошобоҙҙоң, ысын тәмен татый алмайбыҙ.
Иң бәхетлеләр – донъя ниғмәттәре өсөн йән атыусылар түгел, ә барына шөкөр итеп йәшәй белеүселәр.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ