Мосолманға байлыҡ тыйылғанмы?

Мосолманға байлыҡ тыйылғанмы?

Ислам дине беҙгә ахирәтебеҙҙе хәстәрләргә генә түгел, был донъялағы эштәребеҙҙе ипкә һалыу өсөн дә бирелгән. Унда кешеләрҙең малын һаҡлау, хатта арттырыу ныҡ ҡайғыртыла. Эйе, Исламда өйләнеүҙән, матур кейенеүҙән, байлыҡтан баш тартыу тигән нәмә юҡ. Ә инде монахлыҡ, теләнселәү, донъя эштәре менән бәйләнеште тулыһынса өҙөү тыйылған. 
Бай кеше өсөн күберәк ғибәҙәттәр ҡылыуға юлдар асыла, ул үҙенә генә түгел, ата-әсәһенә, туғандарына, мосолман ҡәрҙәштәренә һәм, ғөмүмән, Исламға файҙалы бихисап эштәрҙә ярҙамлаша ала. Шуға күрә Ҡөрьәндә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтендә “эшҡыуарлыҡ” тигән нәмә хуп күрелгән. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә беҙгә: “Раббығыҙҙың ниғмәттәрен теләүҙә һеҙгә гонаһ юҡ”, – ти (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 198-се аят). Шулай уҡ: “Эшләгеҙ, ғәмәлегеҙҙе Аллаһ, Уның рәсүле һәм иман килтергән кешеләр күрәсәк!” – тиелгән (“Әт-Тәүбә” сүрәһе, 105-се аят). Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә шундай һүҙҙәр бар: “Кешенең арҡаһына утын баулап йөрөп һатыуы һәм шуның арҡылы йөҙөн һаҡлап ҡалыуы башҡаларҙан һораныуынан хәйерлерәк, сөнки улар әллә бирә, әллә юҡ” (әл-Бохари йыйынтығынан). Тағы бер хәҙистә: “Бер кем дә үҙ ҡулдары менән кәсеп итеп тапҡандан яҡшыраҡ ризыҡ ашай алмай. Аллаһтың пәйғәмбәре Дауыт үҙ ҡулдары менән тапҡан ризыҡты ашай торғайны”, – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан).
Ислам – ул ғәмәл ҡылыусылар дине, ә ялҡаулыҡтан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе Аллаһҡа һыйынып доға ҡылған: “Йә Аллаһ, Һиңә көсһөҙлөктән, ялҡаулыҡтан, ҡаты бәғерлелектән, ғафиллыҡтан, фәҡирлектән, кәмһетелеүҙән, аҡсаһыҙлыҡ-юҡлыҡтан, аҙғынлыҡтан, дөрөҫлөктө ҡабул итмәүҙән, ике йөҙлөлөктән, маҡтаныуҙан, кеше һүҙе өсөн ғибәҙәт итеүҙән, һаңғыраулыҡтан, һаҡаулыҡтан, аҡылдан яҙыуҙан, ҡорсанғы, махау һәм башҡа яман ауырыуҙарҙан һыйынам!” (Ибн Хиббән йыйынтығынан). Һис шикһеҙ, ялҡаулыҡ – ул насар һыҙат. 
Йыш ҡына халыҡ фольклорында, әкиәттәрҙә, коммунизм осоронда яҙылған китаптарҙа байҙар яуыз кешеләр итеп тасуирлана. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә лә ҡайһы бер бай, ләкин кафыр, аҙғын һәм тәкәббер кешеләр телгә алынған: мәҫәлән, Фирғәүен, Ҡарун, Әбү Ләһәб, Нәмру́д һәм башҡалар. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк: байлыҡ үҙе – яҡшы ла, яман да түгел. Уның хөкөмө байлыҡты ҡулланыу рәүешенә ҡарап билдәләнә. Әгәр хужаһы байлығын яҡшы юлда сарыф итһә, ул – ниғмәт, ә инде яман юлда тотонһа, ул байлыҡ – Аллаһтың “тоҙағы”. 
Бер хәҙистә әйтелгәнсә: “Ике осраҡтан башҡа көнләшеү ярамай: Аллаһтан Ҡөрьән бирелгән һәм уны көнө-төнө уҡыған кешегә; Аллаһтан байлыҡ бирелгән һәм уны көнө-төнө (изге юлда) таратҡан кешегә” (әл-Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан). Тағы бер оҙон хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ байлыҡтың һәм бай кешеләрҙең әһәмиәтен шулай тип аңлатып биргән: 
“Был донъяла дүрт төрлө кеше була: 
1) Аллаһ Тәғәлә байлыҡ һәм ғилем биргән, һәм ул, Аллаһтан ҡурҡып, туғанлыҡ хаҡын үтәп, байлығы һәм ғилемендә Аллаһтың хаҡын белә, һәм был – иң яҡшы дәрәжә; 
2) Аллаһ Тәғәлә ғилем биргән, ләкин байлыҡ бирмәгән ҡол, ул изге ниәттә булараҡ: “Әгәр миндә теге кешенең байлығы ҡәҙәр булһа, мин уның кеүек тотонор инем”, – ти, был кешегә – ниәтенә күрә, һәм ул беренсе кеше менән сауабында бер тигеҙ;
3) Аллаһ байлыҡ биреп, ғилем бирмәгән ҡол, ул үҙ байлығында белемһеҙ килеш буталып, Аллаһтан ҡурҡыуҙы белмәй, туғанлыҡ хаҡтарын да үтәмәй, унда Аллаһтың хаҡын да белмәй, һәм был – иң әшәке хәл;
4) Аллаһ байлыҡ та, ғилем дә бирмәгән ҡол, һәм ул: “Әгәр миндә мал булһа, мин теге кеше кеүек тотонор инем”, – ти, был кешегә – ниәтенә күрә, һәм ул өсөнсө кеше менән гонаһында бер тигеҙ” (әт-Тирмизи, Әхмәд йыйынтыҡтарынан). 
Әлеге хәҙистән бик күп файҙалы һығымталар сығарып була: мәҫәлән, ниәттең әһәмиәте, ғилемдең фазыләте, туғандар хаҡы тураһында.
Исламдың байлыҡҡа һәм сауҙа эшенә ҡарашын яҡшы аңлаған сәхәбәләр үҙҙәре лә уңышлы кәсеп иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, белеүегеҙсә, Аллаһтан вәхи алмаҫ борон үҙ ҡатыны Хәдижәнең сауҙаһында ҡатнашҡан, шунда күренгән күркәм сифаттары, айырыуса ғәҙеллеге арҡылы буласаҡ кәләшенең күңеленә ятҡан да инде. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: “Намыҫлы һәм аманатты тотҡан сауҙагәр – пәйғәмбәрҙәр, сыддиҡтар (һәр ваҡыт дөрөҫ һөйләүселәр) һәм шәһиттәр менән” (әт-Тирмизи йыйынтығынан). 
Ҡайһы бер сәхәбәләр сауҙа аша ҙур байлыҡтарға эйә булған. Ләкин был уларҙы аҙҙырмаған, уларға Аллаһ юлындағы көрәштәрен, дәғүәттәрен, йыһаттарын оноттормаған. Ғәбдүррахман ибн Ғәүф тигән сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) Мәҙинә баҙарында кәсеп итеп шул тиклем байыған, хатта ул үлеп киткәндән һуң дүрт ҡатынына ла бик ҙур мираҫ ҡалған. Шулай уҡ бөйөк сәхәбә, күп кешене ҡоллоҡтан һатып алған Әбү Бәкер (Аллаһ унан риза булһын) хаҡында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: “Әбү Бәкерҙең малы миңә ярҙам иткән кеүек бер кешенең дә малы ярҙам итмәне”, – тигәне мәғлүм (Ибн Хиббән, Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Изге хәлифәләрҙең өсөнсөһө Ғосман ибн Ғәффән дә (Аллаһ унан риза булһын), Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ике тапҡыр кейәү булғаны өсөн “Ике нурлы” (“Ҙүн-нүра́йн”) тигән ҡушамат алған сәхәбә, бай кешеләрҙән һаналған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бик ҡыйын ваҡытта яуға китергә ниәтләгәс һәм ғәскәрҙе әҙерләү өсөн ярҙам кәрәклеге тураһында иғлан һалғас, Ғосман ибн Ғәффән был эште тулыһынса үҙ өҫтөнә алды, тип риүәйәт ителә. Быны ишеткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның өсөн ярлыҡау һорап доға ҡылған да: “Ошо көндән һуң Ғосман нимә эшләһә лә, уға зыян итмәҫ”, – тигән (әт-Тирмизи, Әхмәд йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, яҡшы һәм бай сауҙагәр булған сәхәбәләр үҙ малдарын матур аттар, кейемдәр алыу, мөһабәт өйҙәр һалыу өсөн түгел, ә Ислам динен һәм өммәтте көсәйтеүгә тотонғандар. 
Ғөмүмән, Ислам тарихындағы бөйөк шәхестәр араһында бай кешеләр күп. Шуларҙың береһе – бөйөк ғалим, иң беренсе мәҙһәптең (хоҡуҡи мәктәп) нигеҙҙәрен һалған Әбү Хәнифә Нүғмән ибн Ҫәбит. Ул бик бай тауар һатыусы булған, был кәсеп атаһынан мираҫ рәүешендә ҡалған, тип фараз ителә. Әбү Хәнифә сауҙаһынан килгән байлығын Аллаһ юлында һис ҡыҙғанмай ҡулланған: мәҫәлән, улы Хәммәдкә “Әл-Фәтиха” сүрәһен яҡшы итеп ятлағаны өсөн бүләк итеп 500 дирһәм биргәне билдәле.
Һис шикһеҙ, кәсеп итеү һәм байығырға тырышыу тыйылмаған, ләкин ниәттәре һәм ғәмәлдәре дөрөҫ булған мосолмандарҙы маҡтаусы ошо аятты бер ҡасан да онотмаҫҡа кәрәк: “Һатыу итеү ҙә, алыу ҙа Аллаһты иҫкә төшөрөүҙән, намаҙ ҡылыуҙан һәм зәкәт түләүҙән ситкә тайпылдырмай торған кешеләр. Улар йөрәктәр һәм ҡараштар әйләнә торған көндән ҡурҡалар...” (“Ән-Нур” сүрәһе, 37-се аят).

Әбү Әхмәт хәҙрәт.

Фото borsagundem.com сайтынан алынды.

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ