Мәҡәләләр
Әлшәй районының Ҡармыш ауылында, халыҡтың риза булмауына ҡарамаҫтан, мәктәпте япҡандар, балалар хәҙер Раевкаға йөрөп уҡырға мәжбүр. Хәлде тикшереү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рөстәм Баянов һәм Сынтимер Баязитов, Ата-әсәләрҙең республика комиссияһынан Айгөл Атанова килгән.
Бөрйән районында башҡорт бал ҡортон, солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе Вадим Ғәлихан улы Сәйфетдинов әйтеүенсә, төрлө тоҡомло күстәрҙең бер-береһе менән ҡатышыуы һөҙөмтәһендә оло юғалтыуға табан барабыҙ.