Мәҡәләләр
Уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡта уңышлы ғына эшләп йөрөүсе йәштәр үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыһына ҡунаҡҡа йыйылған. Уларҙың барыһы ла тормошона зарлана икән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме...
Бер шәкерт уҡытыусыһы янына килгән дә: “Тормош ауырлыҡтарынан шул хәтлем ныҡ арыным. Гел генә ағымға ҡаршы йөҙөп барам кеүек. Бүтәнсә көсөм ҡалманы инде. Ни эшләргә икән?” – тигән. Уҡытыусыһы кәңәш бирергә ашыҡмаған, өс һауытҡа һыу ҡойған да ҡайнатырға ҡуйған...