Саҙаҡа биреүсенең малы кәмемәҫ
“Изге эш” мохтаждарға хәйриә ярҙамы фондының эшмәкәрлеге Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә күптәргә мәғлүм. Ярҙамға мохтаж булған йөҙҙәрсә ғаилә хаҡында даими хәстәрлек күрә; йыш ҡына төрлө акциялар, байрамдар үткәреп, бүләктәр өләшеп, балаларҙың күңелен күтәрә; ҡаты сирлеләрҙе дауалауға аҡса йыйыша; ауырып ятҡан ҡатындарҙың, етемдәрҙең, инвалидтарҙың хәлен белешеп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп тора был ойошма ағзалары. Хеҙмәт йүнәлештәре уның менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Дөйөм алғанда, йәмғиәткә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә, кешеләр күңелендә мәрхәмәтте, өмөттө, ғәҙеллеккә ынтылышты арттырырға тырыша “Изге эш”.
Был хәйриә фонды 2010 йылда уҡ барлыҡҡа килгән һәм тиҫтә йыл самаһы “Нисайәт” тип аталып килде. Исеменән күренеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ғаиләләргә ярҙамлашыу маҡсатында төҙөлгән булған ул. Һуңғараҡ инде, мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артҡас, эшмәкәрлек даирәһе киңәйтелгән, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеү ихтыяжы тыуған.
Фонд хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла тик ултырмай. Хәстәрлеккә, яҡлауға мохтаж кешеләр бит һәр ерҙә күп: тол ҡалған ҡатындар, яңғыҙ әсәләр, оло йәштәгеләр, эш йәки йәшәр урын таба алмаған ҡыҙ-ҡырҡын, ашарына һәм кейеренә бер нәмәһе лә булмаған балалар... Бәғзе берәүҙәргә тәү ҡарашҡа ҡәҙимге һымаҡ тойолған көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ярҙам талап ителә. Мәҫәлән, өйөндәге ниндәйҙер ҡорамалды йүнәтергә, йыһаздарҙы урынлаштырырға, нимәнелер машинаға тейәп алып килергә, күсерергә кәрәк булғанда. Юрист һәм психолог кәңәштәрен алырға теләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. Өфө халҡы ғына түгел, республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларында йәшәүсе кешеләр күҙ төбәп килә бында.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: фонд етәкселеге һәр мөрәжәғәтте ентекләп тикшерә, сөнки ярҙам һораусылар араһында намыҫһыҙ кешеләр, әрәмтамаҡтар ҙа булыуы ихтимал. Был эш яйға һалынған, һәр урында кемдең кемлеген тиҙ асыҡларлыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары бар.
– “Изге эш” тирәләй башҡаларҙың ауыр хәленә битараф ҡала алмаған байтаҡ кеше тупланды һәм улар беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек итә, – ти ойошманың директоры Илмир Мырҙашев. – Бүтән фондтар менән дә бәйләнеш тотабыҙ. Бер нисә йыл ғына эшләмәйбеҙ бит, шуға танып беләләр. Үҙебеҙҙекеләр ҙә, күрше төбәктәрҙәге һәм федераль кимәлдәге ойошмалар ҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Бына әле Ҡарасәй-Черкес Республикаһында коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларҙың “Бейеклектә” тип аталған халыҡ-ара форумында ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашып, бәйләнештәр даирәһен тағы ла киңәйтеп ҡайттыҡ.
Күп кешеләр фондҡа башлыса аҡса һәм кейем-һалым менән ярҙам итеп тора. Өфөнөң 8 Март урамындағы 32-се йортта урынлашҡан ярайһы уҡ ҙур, төҙөк саҙаҡа келәтенең кәштәләрендә ни генә юҡ: көнкүреш кәрәк-ярағы, өҫ һәм аяҡ кейемдәре, балалар уйынсыҡтары, дарыуҙар... Аҙнаһына бер нисә мәртәбә ишле ғаиләләрҙән, балалар йорттарынан, реабилитация үҙәктәренән килеп, үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе һайлап алып китәләр. “Изге эш”кә тапшырылған ҡорбан ите лә туңдырғыстарҙа һаҡлана һәм мохтаждарға яйлап таратыла.
Ғөмүмән, “Изге эш” фондына халыҡтың ышанысы ҙур: йыл да унда тиҫтәгә яҡын тонна аҙыҡ-түлек фытыр саҙаҡаһы итеп тапшырыла, бынан тыш, күп кенә мосолмандар фидиәһен һәм зәкәтен тап ошо ойошмаға биреүҙе кәрәк тип таба. Әлбиттә, йыш ҡына ирекмәндәр туплауға ихтыяж тыуа. Аҡса йә әйбер биреү мөмкинлеге булмаһа ла, ҡайһы берәүҙәр ҡул көсө, ваҡыты менән ярҙам күрһәтә ала бит. Айырыуса Рамаҙан айында, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары мәлендә төрлө йомоштарҙы үтәү өсөн күп кеше талап ителә.
Фондтың ярҙамсылары командаһын нығытыу йәһәтенән матбуғаттағы мәҡәләләр, радио һәм телевидениелағы тапшырыуҙар, видеороликтар, ижтимағи селтәрҙәрҙә ай һайын ҡуйылып барған отчеттар үҙ емешен бирәлер, әммә иң күп хәбәрҙәр “йүкә телефон” аша тарала буғай. Ни тиһәң дә, кешеләр һәр саҡ ҡыуанысын башҡалар менән уртаҡлашырға тырыша.
– Ярҙамлашырға ниәте булғандарҙың барыһына ла асыҡбыҙ. Беҙгә туранан-тура мөрәжәғәт итә алалар, – ти Илмир Ишбулат улы. – Ижтимағи селтәрҙәрҙә “Изге эш” хәйриә фондының эшмәкәрлегенә арналған махсус аккаунттар бар, шулар аша бәйләнешкә инергә, кеҫә телефонына шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәтте WhatsApp йәки Telegram аша хат итеп яҙырға ла була. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡта һәм Туймазыла вәкиллектәребеҙ асылды, башҡа район һәм ҡалаларҙа ла ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ бар, әлхәмдүлилләһ.
Бағыусы ойошмаларҙы йәлеп итеп, йыш ҡына ҡыҙыҡлы акциялар уҙғара улар. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисергәндәргә төрлө клиникаларҙа медицина тикшереүе үтеү, дауаланыу, сәләмәтлеген яҡшыртыу мөмкинлеге тыуҙыралар. Даими рәүештә дауаханаларҙа ятыусы мосолмандарға хәләл ризыҡ, Зәм-зәм һыуы, ҡара әнис майы алып барып торалар.
Фондҡа нисек ярҙам итергә була?
- Аҙна йәки ай һайын саҙаҡа аҡсаһын (үҙегеҙ билдәләгән күләмдә) уның банктағы иҫәбенә күсереп торорға.
- Ижтимағи селтәрҙәр аша “Изге эш”тең яңылыҡтарын, иғландарын ҡарап барып, мохтаждар өсөн ярҙам йыйыу сараларында ҡатнашырға.
- Дауаханаларҙа ятҡан мосолмандарға хәләл ризыҡ һәм кәрәк-яраҡ илтеү эшенә булышлыҡ итергә.
- Саҙаҡа келәтенә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балалар уйынсыҡтары, көнкүреш ҡорамалдары, һауыт-һаба, инвалидтар өсөн кәрәк-яраҡ һ.б. алып барып тапшырырға (иҫкергән һәм таушалған әйберҙәр ҡабул ителмәй).
- Келәтте тәртиптә тотоуҙа, мохтаждарға аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр таратыуҙа ярҙамлашырға.
- Саралар ойоштороу, фотоға һәм видеоға төшөрөү йәһәтенән хеҙмәттәшлек итергә.
- Фонд тураһында матбуғат, сайттар һәм мессенджерҙар аша яҡшы мәғлүмәт таратырға.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ