Нимә ул тәүхид?
“Һеҙгә һөйөнөслө хәбәр бирәм, һеҙ ҙә артығыҙҙа булғандарҙы һөйөнсөләгеҙ. Хаҡиҡәттә, кем “лә иләһә илләЛлаһ” (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) тип ысынлап шаһитлыҡ итә, шул Йәннәткә инәсәк”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ.
Хаҡиҡи тәүхид – ул:
– Аллаһ Тәғәләне үлүһиәттә (табыныуҙа) һәм дә үлүһиәт үҙенсәлектәрендә ширектән (тәүхидтең киреһе, нимәнелер йә кемделер Аллаһҡа тиң тип иҫәпләү) арындырыу;
– ғибәҙәтте Уға ғына бағышлау;
– Унан башҡаларҙан ҡурҡмау;
– Уға ғына тәүәккәллек ҡылыу;
– башҡаларҙы Раббы тип ҡабул итмәү.
Рәсүлдәр бәндәләргә шундай тәүхидте өйрәтте, Аллаһ Тәғәләнең китаптары ошо тәүхид менән әмер ҡылды, Нух һәм Салих, Һуд һәм Шөғәйеп һәм дә башҡа рәсүлдәр (ғәләйһимүс-сәләм) үҙ ҡәүемдәренә: “Аллаһҡа ғына табынығыҙ, Унан башҡа һеҙгә илаһ юҡ”, ‒ тип, шул тәүхидте аңлатты (мәҫәлән, Ҡөрьәндәге “Кәртәләр” сүрәһенең 65-се аяты). Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ ҙә: “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ ҡылғандарынса миңә кешеләр менән көрәш алып барырға әмер ителде. Әгәр шуны эшләһәләр, ҡандарын да, малдарын да һаҡлап алып ҡалырҙар – Ислам хаҡы талап иткәндән тыш. Ә хисап тотоуҙары иһә – Аллаһ ҡаршыһында” , ‒ тип, ошо тәүхидтең нигеҙ икәнлеген бәйән итте. Аллаһ рәсүленең ﷺ бөтә тырышлығы тәүхидте таҙа һәм тәжрид (ҡаплауһыҙ, өҫтәмә япмаларҙан азат) ҡылыуҙан ғибәрәт булды. Ул ﷺ хатта ширектең үҙен генә түгел, ә уның шытымдарын да бөтөрөргә тырышты. Мәҫәлән, ҡояшҡа табыныла торған ваҡыттарҙа (йәғни мәжүсиҙәрҙең ҡояшҡа табына торған мәлдәрендә) мосолмандарҙы намаҙ уҡыуҙан тыйыу ширек шытымын киҫеү һәм тамырынан бөтөрөү маҡсатында ине.
Шуға күрә Аллаһ Тәғәләнән башҡалар (фәрештәләр булһынмы йә кешеләрме, ендәрме йә шайтандармы, пәйғәмбәрҙәрме йә әүлиәләрме) йәшерен һәм әшкәрә (асыҡ) эштәрҙе беләләр; күңелдәргә матләғ (инеш, башланғыс) булып торалар; сирҙе ебәрәләр (йүнәлтәләр); уңышта, уңышһыҙлыҡта, һиҙәйәттә (тура юлға күндереү) һәм, ғөмүмән, бәндәләрҙең көсө етмәй торған эштәрҙә кирамәт (мөғжизә) юлы менән мәдәд (өҫтәмә көс, ярҙам) бирәләр; саҡырыусыларға һәм доға ҡылыусыларға ярҙам итергә етешәләр тип ышаныусылар ошо урында телгә алынған тәүхидте ҡабул итмәгән һәм үҙҙәренә билге итеп ҡылмаған, “лә иләһә илләЛлаһ” тип ысынлап һәм ихлас рәүештә шаһитлыҡ бирмәгән булырҙар.
Бәндәләрҙең ҡөҙрәттәре етмәй торған нәмәләр яңғыҙ (!) Аллаһ Тәғәләнең Үҙенән генә һоралырға, сараһыҙ ваҡыттарҙа Аллаһ Тәғәләнең яңғыҙ Үҙенә генә (!) һыйыныу ҡылынырға тейешле. Хаҡиҡи тәүхид һәм “лә иләһә илләЛлаһ” тип дөрөҫ (ысын) һәм ихлас шаһитлыҡ биреү бына шул. Юғиһә, ҡоро тел менән генә уҡыуҙа һәм ғәмәл ваҡытында башҡаса хәрәкәт итеүҙә мәғәнә булмаҫ.
Аллаһ рәсүле ﷺ был һүҙен (иң үрҙә яҙылған хәҙис күҙ уңында тотола) үҙ ҡәүеме исеменән илсе булып килеүсе Әбү Муса әл-Әшғәригә (Аллаһ унан риза булһын) һәм уның иптәштәренә һөйләгән. “Артығыҙҙа булғандарҙы һөйөнсөләгеҙ”, – тиеүенең маҡсаты “Ҡәүемегеҙгә ҡайтып, ошо хәбәрҙе еткерегеҙ” тигән мәғәнәләлер. Хәҙис Әбү Муса әл-Әшғәригә әйтелгән һәм уның халҡы тураһында һөйләнгән булһа ла, уның бөтә өммәт өсөн ғөмүми икәнлегендә шик юҡ.
Ризаитдин бин Фәхретдиндең “Джәүәмиғүл-кәлим” шәрхе” китабынан.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ