Мәҡәләләр
Хижама – кешене тәненән бысраҡ ҡанды һурып алыу юлы менән дауалау ул. Табип, пациенттың хәлен һорашып, сирен асыҡлағас, ҡанды сығарыу урындарын билдәләй. Ғәҙәттә, банкалар арҡаның ҡалаҡ һөйәге тәңгәленә, бил тапҡырына ҡуйыла.
Гөбәҙиә – татар һәм башҡорт халыҡтарының милли ризығы. Бик татлы һәм күрмәлекле булғанға ул һәр саҡ табын түренән урын ала. Әгәр инде был тәмлекәсте оҫта итеп үҙегеҙ бешергән булһағыҙ, ҡунаҡтарығыҙ маҡтап бөтә алмаҫ.
Бөгөнгө фән әһелдәренә донъяла 50 мең самаһы ағыулы бөжәк барлығы билдәле. Был иһә киләсәктә уларҙан алынған биологик әүҙем матдәләрҙе файҙаланып кешеләр өсөн төрлө дарыуҙар яһарға мөмкинлек бирәсәк. Австралиялағы Макуэри университеты белгестәре, тәжрибә үткәреп, өй себендәренең, серәкәйҙәрҙең ҡанатында антибиотиктар барлығын асыҡлаған.
“Һеҙгә һөйөнөслө хәбәр бирәм, һеҙ ҙә артығыҙҙа булғандарҙы һөйөнсөләгеҙ. Хаҡиҡәттә, кем “лә иләһә илләЛлаһ” (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) тип ысынлап шаһитлыҡ итә, шул Йәннәткә инәсәк”, – тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ.