Аңды бутаусы ҡумта
Намаҙ уҡыу мәсьәләһе күтәрелһә, күптәр “ваҡытым юҡ” тип һылтаулай. Йәнәһе, Раббыбыҙ бүләк иткән 24 сәғәттең күп тигәндә утыҙ минутын көндәлек биш намаҙға бүлеп булмай. Ә бына “зәңгәр экран” эсендә тәүлек әйләнәһенә сыр-сыу килгән “дуҫтар”ға текләп ултырырға һәр ваҡыт сара табыла.
Һыу кеүек аҡҡан ваҡытыбыҙҙы файҙалы китап уҡып, фәһемле видео ҡарап үткәрһәк, күпкә отошлораҡ булыр ине. Аң кимәлен әҙме-күпме үҫтерерҙәй викториналар, тарих биттәрен байҡаусы тапшырыуҙар ҡараһаҡ та, бер хәл. Башлыса буш хыялдарға ҡоролған сериалдарға, үс алыу, үлтереш, аҡса өсөн йәнде фиҙа ҡылыу күрһәтелгән фильмдарға, кеше тормошон сәйнәү, булғанын да, булмағанын да арттырып, күпертеп һөйләү менән булышҡан шоуҙарға ваҡытын түгәләр.
Бәғзеләр мосолмандарҙы фанатизмда ғәйепләй. Йәнәһе, беҙҙең үҙ фекеребеҙ юҡ һәм һуҡырҙарса кемдеңдер артынан эйәрәбеҙ. Мосолмандар Ҡөрьән һәм Сөннәткә тотона. Тимәк, Аллаһ ҡушҡан ҡанундар буйынса йәшәйҙәр һәм Уның рәсүленең ﷺ артынан эйәрәләр, уны үҙҙәренә өлгө итеп алалар. Ә телетапшырыуҙарға бәйле булыу, ғаиләң тураһында онотоп, эшләр эштәреңә ҡул һелтәп, көноҙоно барған сериалдарҙы ҡарап ултырыу, йортоңа килеп инеү менән тиерлек ҡулыңа пульт алыу, шул “ҡумта” мейеңә көсләп һеңдергән идеология буйынса тормошоңдо ҡороп маташыу фанатизм түгелме?
Быны танырға теләйбеҙме, юҡмы, барыбер күпселек тап ана шул “ҡумта” өйрәткәнсә йәшәй, унда күрһәтелгәнде хаҡиҡәт тип ҡабул итә, тормошон шундағыса ҡора. “Зәңгәр экран”да тәүлек әйләнәһенә ҡатын-ҡыҙ гүзәл затты шәрәләндереүсе бутиктар буйлап саба, мода артынан ҡыуа. Улай ғына ла түгел, уның өсөн асыҡтан-асыҡ зина ҡылыуҙың да, хәмер йотоуҙың да бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Ошонан һуң ни өсөн беҙ гүзәл заттың көндән-көн аҙыуына бот сабып аптырайбыҙ һуң?
Мосолмандар араһында арыу уҡ ҡына билдәлелек яулаған бер дәғүәтсе: “Әгәр ҙә кеше әҙ генә ваҡытҡа булһа ла телевизор ҡарауҙан баш тартһа, күптәр әллә ҡасандан Ислам динен ҡабул иткән булыр ине”, – тигәнерәк һүҙҙәр әйткәйне. Килешмәйенсә булмай. Ысынлап та, шундай осраҡта кешегә үҙенсә фекерләү өсөн форсат тыуа. Тимәк, кеше теге йәки был ваҡиғаларға ҡарата үҙенсә уй төйнәй башлаясаҡ, иғтибарын кәрәкле нәмәләргә йүнәлтәсәк.
Иғтибар итһәк, телевизорҙа мосолмандарҙы гел генә тиерлек алама итеп күрһәтәләр, терроризмда, экстремизмда ғәйепләйҙәр. Тағы килеп, “зәңгәр экран” киңлектәрендә хаҡ Ислам хаҡында тапшырыуҙарҙы түгел, хатта әҙәп-әхлаҡты, сәләмәт тормошто беренсе урынға ҡуйғандарын да табыуы ҡыйын бит. Эскелектән һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙән арыныуға, спортҡа саҡырған тапшырыуҙарҙы ла көндөҙ шәм яндырып эҙләйһе.
Ғөмүмән, һәр кемдең уйланыу мөмкинлеге, үҙенсә фекерләү хоҡуғы бар. Нимә беҙҙең өсөн яҡшы һәм отошло: Раббыбыҙ ҡушҡанса Ҡөрьән һәм Сөннәт буйынса йәшәүме, әллә аңыбыҙҙы һурып алған телевизор ҡоло булыу, уның ялған идеологияһына эйәреүме?
Нәркәс Алсынбаева.
Фото osnmedia.ru сайтынан.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ