Мәҡәләләр
Күп кенә халыҡтарҙа һөт элек-электән аҙыҡ та, дарыу ҙа булараҡ ҡулланылған. Ғәрәптәр, мәҫәлән, дөйә һөтөнөң эс ауыртыуҙан, тире ауырыуҙарынан ярҙам итеүен белгән. Әле иһә был һөттөң витаминдарға, минералдарға бай булыуы, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә алыуы фәнни яҡтан иҫбатланды.
Бөгөнгө фән әһелдәренә донъяла 50 мең самаһы ағыулы бөжәк барлығы билдәле. Был иһә киләсәктә уларҙан алынған биологик әүҙем матдәләрҙе файҙаланып кешеләр өсөн төрлө дарыуҙар яһарға мөмкинлек бирәсәк. Австралиялағы Макуэри университеты белгестәре, тәжрибә үткәреп, өй себендәренең, серәкәйҙәрҙең ҡанатында антибиотиктар барлығын асыҡлаған.