Мал ағының фәнни яғы
Күп кенә халыҡтарҙа һөт элек-электән аҙыҡ та, дарыу ҙа булараҡ ҡулланылған. Ғәрәптәр, мәҫәлән, дөйә һөтөнөң эс ауыртыуҙан, тире ауырыуҙарынан ярҙам итеүен белгән. Әле иһә был һөттөң витаминдарға, минералдарға бай булыуы, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә алыуы фәнни яҡтан иҫбатланды.
Әл-Бохари һәм Мөслим имамдар риүәйәт итеүенсә, Мәҙинәгә килеп сиргә һабышҡан бәҙүәндәргә Аллаһ рәсүле ﷺ дөйәнең һөтө һәм бәүеле менән дауаланырға кәңәш биргән. “Хаҡиҡәттә, Аллаһ һәр сир менән бергә уның дауаһын да ебәргән. Һыйыр һөтөн эсегеҙ, сөнки ул төрлө-төрлө үләндәр менән туҡлана”, ‒ тигән хәҙис бар. Аллаһ рәсүленең ﷺ һөттө һәм һөт аҙыҡтарын яратҡаны ла мәғлүм.
Мал-тыуар һөтөнөң әһәмиәте һәм файҙаһы тураһында Ҡөрьәндә лә телгә алына. “Дөрөҫлөктә, мал-тыуарҙа һеҙҙең өсөн ғибрәт бар. Беҙ һеҙгә уларҙың ҡарындарында фәрес (яртылаш һеңдерелгән аҙыҡ) менән ҡан араһында [барлыҡҡа килгән] һәм дә эскәндәр өсөн тәмле, ләззәтле булған таҙа һөт эсерәбеҙ”, ‒ ти Аллаһ Тәғәлә (“Ән-Нәхл” сүрәһе, 66-сы аят).
Малдың ашҡаҙанына инеп ятҡан аҙыҡты һүрәтләр өсөн бында “фәрҫ” һүҙе ҡулланылған. Ғәрәп телендә ул ашҡаҙан эсендәге эшкәртелә башлаған, ләкин әлегә тиҙәккә әйләнмәгән аҙыҡҡа ҡарата ҡулланыла. “Сә’иғаль-лиш-шәбирин”, йәғни “эскәндәр өсөн тәмле, ләззәтле” тигәндә һөттөң тәме түгел, ә еңел йотолоуы, ҡарлыҡтырмауы күҙ уңында тотола икән.
Элекке мөфәссирҙәр (тәфсирләүселәр), ул замандағы ғилемгә таянып, был аятҡа төрлөсә аңлатма биргән. Ә хәҙерге фән был турала нимә ти? Баҡтиһәң, һөт ысынлап та ҡандан барлыҡҡа килә тип әйтергә мөмкин, һәм был эшкә бөтә организм йәлеп ителә.
Көйшәүсе хайуандарҙа ашҡаҙандың төҙөлөшө лә ябай ғына түгел. Мәҫәлән, оло ҡарындағы микроорганизмдар аҙыҡ менән килеп ингән туҡымалы күҙәнәкте (клетчатка) һеркә кислотаһына тиклем тарҡата, ти. Был кислотаһыҙ һөттә май барлыҡҡа килмәй. Мал тәне буйлап йөрөгән ҡан иһә һөт биҙҙәренә төрлө туҡлыҡлы матдәләрҙе (витаминдарҙы, гормондарҙы, минераль тоҙҙарҙы һәм ферменттарҙы) ташый икән. Һөт биҙҙәре альвеолдарын ҡаплап торған күҙәнәктәр һөттәге аҡһымдарҙы, майҙарҙы һәм һөт шәкәрен синтезлай. Ҡыҫҡаһы, мал ҡарынындағы эшкәртелә башлаған аҙыҡ һәм малдың ҡаны һөткә сеймал булып тора, тип әйтергә мөмкин.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һөттән бер ниндәй еҫ һәм тәм сыҡмай, унда ҡан эҙҙәре лә ҡалмай. Бушҡа ғына һөттө беҙҙең халыҡта “аҡ” тип тә атамайҙар. Үҙенә күрә уның сафлығына, таҙалығына ишара был. Уйлана белгәндәр өсөн ысынлап та ғибрәт, ысынлап та бер мөғжизә!
Фото apk-news.kz сайтынан алынды.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ