"Ә беҙ ауылды үҫтерергә тырышабыҙ...."
Башҡорттар элек, ырыу ҡоролошо менән йәшәгән саҡта, һәр мәсьәләне йыйындарҙа хәл иткән, эштәрҙе үҙ-ара кәңәшләшеп башҡарған, йәшенең дә, ҡартының да фекере иҫәпкә алынған. Шуға халыҡта берҙәмлек рухы көслө булған, айырымланмағас, ҙур-ҙур һынауҙарға ла бирешмәгәндәр. Хәҙер иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи йолалар онотолоп бара, йәмғиәттең тарҡаулығы, уны йыйнап тотоусы уртаҡ йүнәлеш юҡлығы һиҙелә. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә милли үҙенсәлекте һаҡлаусылар бар әле. Мәҫәлән, Әлшәй районының Ҡармыш ауылында.
Район үҙәгенән биш-алты ғына саҡырым алыҫлыҡтағы был ауылда бөгөн 600-гә яҡын кеше көн итә. XVIII быуат урталарында Дим йылғаһы ярына шундай хозур тәбиғәтле, иркен, уңдырышлы ерҙе һайлап килеп төпләнгән Мең ырыуы башҡорттары. Мал көткәндәр, иген үҫтергәндәр, йәнлек һәм балыҡ аулағандар. Элек-электән ҡармыштар тирә-яҡта берҙәмлеге, тырышлығы, ғәмле һәм сәмле булыуы менән дан тота.
Күп кенә башҡа ауылдарҙағы кеүек, йәштәре төрлө яҡҡа таралып бөтмәгән, ата-баба нигеҙен ҡоротмаған. Ҡармыштың халыҡ иҫәбе буйынса районда икенсе урында тороуының бер сәбәбе шулдыр, моғайын. Яҡынса өс тиҫтә йәш ғаилә бар, уҙған өс йылда тиҫтәнән ашыу яңы өй ҡалҡып сыҡты, ҡайһы берәүҙәр икешәр ҡатлы итеп төҙөнө, тинеләр. Йәштәр бала таба, берәү-икәү менән сикләнмәй. Һәм улар һис тә заман ауырлыҡтарына һылтанып, ҡайҙандыр ярҙам көтөп ятмай – мал һәм ҡош-ҡорт үрсетәләр, умарта тоталар, кәсеп итәләр. Ауылда 12 шәхси эшҡыуар теркәлгән. Тыуған төйәктәренең ныҡлы таянысы булған йүнселдәрҙән кемеһелер буралар эшләй, ағасты таҡтаға яра; кемеһелер тимерҙән ҡапҡалар, ҡоймалар, мунса мейестәре яһай; кемеһелер иген үҫтереү, ит һәм һөт малсылығы менән шөғөлләнә.
Бындағы халыҡ донъянан артта ҡалмай, ижтимағи тормошта һәр саҡ әүҙем. Шуға ҡармыштарҙың уңыш-ҡаҙаныштарын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла йыш күрһәтеп тора. Мәҫәлән, боронғо башҡорт йолаларын һаҡлап, аҫалы балаҫ һуғыуҙарын, өмәләр ойоштороуҙарын, мәсет асыуҙарын, яңы быуынды спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙарын. Әйткәндәй, 2019 йылда Ҡармыш “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеүсе булды, артабан республика кимәлендә лә үҙен лайыҡлы итеп танытты. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, һуңғы йылдарҙа ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән етди ниәттәрен бойомға ашырыуҙарын да телгә алып үтеү кәрәктер. Атап әйткәндә, зыярат биләмәһе киңәйтелгән һәм яңынан кәртәләнгән, ауыл уртаһындағы парк та йәмләндерелеп, ҡоймаһы алмаштырылған.
Ҡармышта ике мәсет эшләй. Уларҙың береһе, ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәйес Һәүбәновтың матди ярҙамы менән һалынғаны, 2020 йылда ғына асылғайны. “Нур-Иман”да йома намаҙҙары уҡыла, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары, никах тантаналары ойошторола. Иҫке мәсеттә иһә балалар өсөн дә, ололарға ла дин дәрестәре даими үткәрелеп тора. Мөғәллимдәре – Өфөлә мәҙрәсә тамамлаған белемле кешеләр. Ауылда хәҙер инде байтаҡ кеше Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡый ала икән. Быйыл Рамаҙан айында ураҙа тотҡан ҡатындар ғына ла ҡырҡтан ашыу булған. Намаҙ уҡыусы ирҙәргә килгәндә, күпселеге – йәштәр. Өлкәндәр, үкенескә күрә, һүлпәнерәк, шулай ҙа йома көндәрендә булһа ла мәсеткә йөрөйҙәр.
Иҫке мәсеттең тарихында, әйткәндәй, ауыл халҡының уяу һәм бер һүҙле икәнлегенә бик яҡшы дәлил бар. Ҡасандыр уны төҙөкләндереүҙә, йыһазландырыуҙа, эшен ойоштороуҙа һәммәһе ихлас ҡатнашҡан. Әммә бина, бөтәһе өсөн уртаҡ ғибәҙәтхана итеп файҙаланылһа ла, айырым бер кешенең исеменә теркәлгән булған, шунлыҡтан вариҫтар тарафынан һатыла яҙған. Ҡармыштар тиҙ генә күмәкләп йыйылып, кәңәшләшеп, һаҡлап ҡала алған мәсеттәрен.
Йәнә ниндәйҙер йылда бик ҙур бер ойошма, ошо ауыл янында нефть шламдарын күмеү урыны эшләргә уйлап, ерҙе межалап сыҡҡан булған. Халыҡтан ризалыҡ һорап тормай, шым ғына. Әммә, ниәттәрен белеп ҡалып, ҡармыштар дәррәү ҡаршы төшкән. Йыйын ойоштороп, әлеге ҡалдыҡтарҙың тәбиғәткә ни хәтлем зыянлы икәнлеген аңлатыу һәм төҙөлөшкә ҡарата дәғүә белдереү өсөн теге ойошманың вәкилдәрен саҡырғандар. Сәнәғәтселәр, әлбиттә, халыҡты алдаштырыуға өмөтләнеп, хәүефһеҙ яңы технологиялар, ышаныслы фильтрҙар тураһында реклама әҙерләп килтергән, ләкин, дөрөҫ һүҙгә бер нисек тә яуап ҡайтара алмай, ҡалдыҡтар полигонынан баш тартырға мәжбүр булған. “Әгәр бер ниндәй ҙә зарары юҡ икән, үҙ ерегеҙҙә төҙөгөҙ һуң”, – тигәндәр уларға.
Ҡармыштың йәмәғәт әүҙемселәре төркөмө бик һәйбәт эшләй. Мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеп, ауылдың бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләп йәшәйҙәр. Мәсет ихатаһын тәртиптә тотоу, урамдарҙы таҙалау һымаҡ дөйөм эштәрҙән тыш, бер-береһенә өмәгә йөрөйҙәр: кемгәлер өйөн төҙөшһәләр, икенсегә гараж һалышалар, өсөнсөгә ҡыйыҡ ябышалар, дүртенсегә ҡойма тотошалар, тигәндәй. Быйыл йәй, үҙҙәре араһында ундай ярҙамға мохтажлыҡ әллә ни тойолмағас, егеттәр бер нисә тапҡыр Йәрмәкәй районына барып мәсет төҙөшкән. “Бер мәл ауылда өмә итеү йолаһы онотолоп бара ине, һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙ күтәреп алды уны, – ти Ҡармыш ағинәйҙәре. – Быға төп сәбәп халыҡтың Исламға ҡайтыуы булды, әлбиттә. Әлхәмдүлилләһ, динде яҡшыраҡ өйрәнгән һайын йәмәғәттең татыулығы, ихласлығы арта, кешеләрҙә битарафлыҡ, ялҡаулыҡ һәм һаранлыҡ кеүек сифаттар юҡҡа сыға”.
Һис шикһеҙ, был ауылдағы берҙәмлек тураһында тағы ла бик оҙаҡ итеп яҙырға, күп миҫалдар табып, маҡтарға һәм башҡаларҙы һоҡландырырға мөмкиндер. Тик, үкенескә ҡаршы, йәмәғәттең тырышлығын тейешенсә баһаламау, теләктәре менән иҫәпләшмәү осраҡтары ла булып ҡуя шул. Ул мәсьәләне ҡуйыртҡы килмәһә лә, әйтмәй сара юҡ – Ҡармыштар быйыл үҙҙәренең мәктәбен һаҡлап ҡала алмаған.
– Беҙҙе ата-әсәләр йыйылышына саҡырҙылар ҙа, мәктәпте ябыу-япмау мәсьәләһен ҡарайбыҙ, тинеләр. Бөтәбеҙ ҙә барҙыҡ, тауыш бирәбеҙ ҙә яптырмайбыҙ, тип уйлай инек. Әммә йүнләп һүҙ әйтергә лә ирек бирелмәне, барыһы ла хәл ителгән, мәктәпте алып ҡалып булмай, тип ҡырт киҫтеләр. Имеш, балалар аҙ, уҡытыусыларығыҙ һүлпән, белем биреү кимәле түбән, ашханағыҙ насар хәлдә... Алмашҡа ике мәктәп тәҡдим ителде: Раевкалағы башҡорт лицейы һәм район үҙәгенә ҡушылған Яңауыл тигән биҫтәләге яңы төҙөлгән гимназия, – тип һөйләй ауыл кешеләре. – Ысынында беҙҙә бөгөн балалар ғына аҙыраҡ, бүтән проблемалар юҡ. Ҡултамғалар йыйып, район хакимиәтенә рәсми хат яҙып ебәрҙек, прокуратураға ла мөрәжәғәт иттек. Ата-әсәләрҙең республика комиссияһынан, Мәғариф һәм фән министрлығынан да ярҙам һорап ҡараныҡ. Ни ғәләмәт, ата-әсәләрҙең барыһы ла мәктәпте ябыуға риза булған, балаларҙы йөрөтөүгә ике автобус бирелгән, барыһы ла ҡәнәғәт, биш километр ғына ара, тигән яуаптар килә. Ә ысынында Ҡармыштан 5-се гимназияға ҡәҙәр – 16 километр. Юлы ярар ҙа, беҙ бит балаларыбыҙ район үҙәгендә туған телдә белем алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалыр, ситләтелер тип ҡурҡабыҙ. Мәктәп булмағас, тора-бара йәш ғаиләләрҙең күбеһе Раевкаға күсеп китеүҙе хуп күрер, ауылды һаҡлай алмаҫбыҙ...
Мәктәп мәсьәләһен тикшерергә Өфөнән комиссия август башында килергә тейеш булған, ләкин ваҡыты 13 сентябргә хәтлем кисектерелгән. Уҡыу йылы башланып, балаларҙы Раевкаға йөрөтөргә керешкәстәр, һуң бит инде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рөстәм Баянов һәм Сынтимер Баязитов, Ата-әсәләрҙең республика комиссияһынан Айгөл Атанова ҡатнашлығында осрашыу булған былай. Өфө вәкилдәре, рәхмәт инде, ауыл халҡының хәленә инергә тырышҡан. Ҡармыш мәктәбен башҡорт лицейы филиалы итергә, башланғыс синыфтарҙы ауылда ҡалдырырға тип килешкәндәр. Аҙаҡ, синыф һайын биш-алты бала йыйылһа, тотош мәктәпте кире эшләтеп ебәрербеҙ, тигән хакимиәт вәкилдәре. Ата-әсәләр, бер ябылғандың ҡасандыр асылырына ышанып етмәһә лә, өмөтөн өҙмәй әле.
“Бөтә нәмә өсөн көрәшергә кәрәк. Һүҙ әйткән һайын яманатлы ла булып ҡалаһың. Беҙ яҡшы йәшәргә, ауылыбыҙҙы үҫтерергә тырышабыҙ – шул ғәйепме икән ул?” – тип аптырай халыҡ. Уларҙы тейешенсә аңлай, кәрәк сағында яҡлай алмауҙары үкенесле. Бик үкенесле.
Даян Мәзитов.
Диобәр Ишморатова фотоһы.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ