Рәфил Аҫылғужин: “Тамырынан айырылғандың киләсәге юҡ”
Быйыл көҙ Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтергә тейеш. Ошо уңайҙан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән билдәле йәш ғалим, күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы” хеҙмәте авторҙарының береһе, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин ҡайһы бер һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе.
– Рәфил Рифғәт улы, башҡорт тарихын өйрәнеү менән күптән шөғөлләнәһегеҙ. Был эшкә ҡасан, ни сәбәпле ылығып киттегеҙ?
– Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында, республикала суверенитет мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә торған саҡта, төрлө кимәлдә милли хәрәкәттәр башланды. Мин Дәүләкән ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында белем ала инем, бер дәрестә уҡытыусыбыҙ: “Башҡорттар ирек тип ҡаңғыра, әллә ниндәй хоҡуҡтар даулай. Арағыҙҙа, исмаһам, бер башҡорт бармы?” – тип һораны. Һәм төркөмдәге 44 кеше араһынан дүртәү, шул иҫәптән мин дә, ҡул күтәрҙек. Бер-береһе менән һуғышып тик йөрөгән дүрт егет! Шунан уҡытыусы: “Үҙҙәре аҙ ғына, етмәһә, һыйыша алмайҙар”, – тип һығымта яһаны. Әлеге хәлдән һуң милләттәш егеттәр менән башҡа ыҙғышманыҡ, мин иһә: “Башҡорттар ниңә улай аҙ икән?” – тип етди уйланырға керештем. Тарих менән ҡыҙыҡһынып китеүем шуға бәйлелер.
Яҙыусы Булат Рафиҡов, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров һәм башҡаларҙың ырыуҙар тарихы буйынса асыштарын ҡабул итә алмаусылар, ҡаршы төшөүселәр күп ине тәүге осорҙа. “Әйҙәгеҙ, улайһа, ырыуҙарға бүленеп бөтәйек тә һәр ҡайһыбыҙ үҙ ояһына бикләнеп йәшәһен!” – тип ғәрләндерергә маташтылар. Әммә бер аҙҙан бәхәсләшеүселәр ҙә ырыуҙар тарихын өйрәнеүҙең халыҡты туплау, рухи үҫеш өсөн кәрәкле эш икәнлеген таныны. Эйе, ошо хеҙмәттәрҙе уҡып, кешеләр үҙенең милләтен асыҡлай, теленә ҡарата иғтибарын көсәйтә, туғанлыҡ бәйләнештәрен таба.
Был йәһәттән күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы” халҡыбыҙға оло бүләк булды. Алдан уҡ ул китаптарҙың һәр башҡорт ғаиләһенә тигәндәй барып етеүен маҡсат иткәйнек. Бигерәк тә – республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә, сөнки уларҙың күбеһе шәжәрәләрен белмәй, үҙҙәрен икенсе милләт тип һанай. Татарса уҡыйым, аралашам, тимәк, мин татар, тип уйлайҙар.
– Ошо мәсьәләне ентекләберәк аңлатып үтмәҫһегеҙме?
– Егерменсе быуат башында, башҡорт әҙәби теленә дәүләт статусы бирергә кәрәк булғанда, көньяҡ-көнсығыш диалектын нигеҙ иткәндәр, республиканың көнбайышында һәм төньяғында йәшәүсе милләттәштәрҙең мәнфәғәтен иҫәпкә алмағандар. Милли составты ентекләп тикшереп тормай, төньяҡ-көнбайыш төбәк мәктәптәренең барыһында ла татарса белем бирә башлағандар. Ә ундағылар араһында бит башҡорттар байтаҡ, тик телдәре көньяҡ-көнсығыштыҡыларҙан бер ни тиклем айырыла.
Төньяҡ-көнбайыштағы ауылдар, этник яҡтан ҡарағанда, һыҙат-һыҙат булып, ҡатнашып урынлашҡан. Миҫал өсөн алғанда, Баймаҡ районында бер генә татар ауылы бар, уныһында ла кешеләр башҡортса һөйләшә, Бөрйәндә бүтән милләт ауылдары бөтөнләй юҡ, ә бына көнбайыштағы бер район да моноэтник тип билдәләрлек түгел. ХХ быуат баштарында, тимәк, мәктәптәрҙә туған тел дәрестәрен үткәрергә тотонғанда ошо мәсьәләгә етди иғтибар бүлергә тейеш булғандар.
Әлеге проблема халыҡты бергә туплау эшенә гел арҡыры ята. Унан ҡотолоу юлын туған телде уҡытҡанда ике диалектҡа ла таяныуҙа күрәм. Көнбайыш һөйләшен факультатив итергә мөмкин, көньяҡ-көнсығыштыҡы барыһы өсөн дә уртаҡ булып ҡалһын. Мин тыуып үҫкән Миәкә районында, Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттар күберәк, әммә барлыҡ балалар ҙа тиерлек татарса белем ала. Уларға: “Һеҙ татарса түгел, ә башҡорт теленең көнбайыш диалектында һөйләшәһегеҙ”, – тип аңлатырға ғына кәрәк. Ғөмүмән, күп нәмә мәктәпкә бәйле. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ярҙамына таянмайынса тороп, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Ошоғаса сығарған китаптарыбыҙ 10 тапҡырға артҡан хәлдә лә.
– Фәнни теорияға нигеҙләнеп әйткәндә, кешенең милләте һөйләшкән теленә ҡарап билдәләнә. Төньяҡ-көнбайышта йәшәүселәр татарға яҡыныраҡ түгелме ни?
– Миңзәлә, Бөгөлмә, Бөрө өйәҙҙәрендә йәшәүселәр үҙҙәрен башҡорт тип таныған бит. Элек дәүләт теле тигән нәмә булмаған, халыҡ тел айырмаһына ҡарап бүлгеләмәгән. Волга буйында, нигеҙҙә, төркисә бер төрлөрәк һөйләшкәндәр. Автономиялы республикалар төҙөлә башлағас ҡына, телдәр бер-береһенә оҡшарға тейеш түгел, тип, иң йыраҡ диалекттарҙы айырып алғандар. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың бер өлөшө икенсеһе өсөн ятҡа әйләнгән. Хәл беҙҙә генә түгел, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә лә шулайыраҡ.
Республика төҙөгән дәүерҙә, белеүебеҙсә, Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары башта ҡыҙылдарға ҡаршы булған. Аҙаҡ, аҡтарҙың беҙҙең автономияны ҡабул итмәйәсәген, ил халҡының милли-мәҙәни яҡтан бер төрлөлөгө өсөн тырышасағын белгәс, кире ҡыҙылдарға ҡушылғандар. Башҡорттарҙың һаны, һуғыша-һуғыша йөрөп, ныҡ кәмегән ул ваҡытта. Утыҙынсы йылдар аҙағында респрессиялар башланған, милләт зыялыларын күпләп ҡырғандар. Сәйәси эшмәкәрҙәрҙе генә түгел, ғалимдарҙы, яҙыусы һәм шағирҙарҙы ла. Унан ары – Бөйөк Ватан һуғышы... Шул арҡылы халҡыбыҙ аҙайып ҡына ҡалмаған, сифат яғынан да ҙур юғалтыуҙар кисергән. Милләттең, телдең бәҫе лә төшә биргәндер, ҡайһы берәүҙәр икенсе ҡәүемгә инеүҙе уңайлыраҡ тип тапҡандыр.
Әлхәмдүлилләһ, һуңғы осорҙа башҡорт халҡы әүҙем тергеҙелә. Айырыуса Туймазы, Илеш, Яңауыл, Тәтешле райондарындағы милләттәштәребеҙ тырыша асылына ҡайтыу өсөн. Төп ҡаҙаныш – ырыуҙар хәрәкәтенең тергеҙелеүе, сөнки борон-борондан башҡорт йәмғиәтенә шундай ҡоролош хас булған. Күрше халыҡтарҙың ырыуҙарға бүленеп йәшәүе хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланмаған, тимәк, улар икенсе төрлө формалашҡан. Шуға, мәҫәлән, хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районынан берәй кеше, шәжәрәһен өйрәнә башлап, архивтан алынған метрикаларҙы, ревизия яҙмаларын ҡараны ла, ата-бабаларының гәрәй ырыуынан икәнлеген күрҙе икән, ул башҡорт булып сыға.
– Ырыуҙар тарихы буйынса китаптар ғына тейешле һөҙөмтәгә илтерме икән?
– Әлбиттә, киң ҡоласлы эшмәкәрлек алып барыла. Былтыр республикала башҡортса диктант тәүге мәртәбә төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яҙылды. Быйылдан мәктәптәрҙә туған тел буйынса һайлау хоҡуғы бирелә: башҡорт, татар һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты. Эштең асылы шунда: халыҡты берләштереү өсөн ниндәйҙер саралар күрмәй булмай. Был йүнәлештәге аҙымдар күптән инде академик Раил Кузеев тарафынан башланған булған, артабан Әнүәр Әсфәндиәров, Фәнил Фәйзуллин, Венир Сәмиғуллин кеүек ғалимдарҙың тырышлығы менән дауам иткән һәм әле бына эстафета беҙгә тапшырылды.
Шул юҫыҡта хатта гендар өлкәһендә тикшеренеү алып барҙыҡ. 2012 йылдан башлап Мәскәүҙәге медик-генетик ғилми үҙәге менән берлектә эшләнек, Ҡаҙағстан ғалимдары ла ярҙам итте. Һөҙөмтәләр күп кенә фараздарыбыҙҙың дөрөҫлөгөн раҫланы. Мәҫәлән, Башҡортостандың Балтас һәм Тәтешле райондарында күпләп йәшәгән иректе ырыуы башҡорттарының ДНК-һы Татарстандың Мөслим районы халҡыныҡына тап килә, Аҡтаныштағы гәрәй ырыуы башҡорттарыныҡы иһә – Краснокаманыҡына.
– Ырыуҙар ҡоролошо башҡорттар өсөн уңышлы булғанмы?
– Элек зат-ырыуыңды белеү, һанлау тормошта бик мөһим тип иҫәпләнгән. Кеше ижтимағи мөнәсәбәттәргә тәрән үтеп ингән булған, ул үҙе генә түгел, тотош нәҫеле, ҡәбиләһе өсөн яуап биргән. Мәҫәлән, берәй ир яуҙан ҡайтманы, уның ҡатыны – тол, балалары етем ҡалды, ти. Ырыу кешеләре тиҙ арала мәсьәләне хәл итергә тырыша: ҡатынды икенсегә кейәүгә бирәләр, балаларын атай яҡлап туғандары тәрбиәгә ала. Ә хәҙерге мәлдә нисек булыр ине? Етем сабыйҙарға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына иғтибар етмәй, тимәк, нәҫелдең бер тармағы тамырҙарынан ситләшә.
Борон халҡыбыҙҙа берҙәмлек рухы көслө булған, шуға ул ҙур-ҙур һынауҙарға ла бирешмәгән. Ырыуҙа барыһына ла тәғәйен эштәр, вазифалар табылған, һәр ғаилә башлығы нимәгә һунар иткәнен, мал аҫрағанын, ниндәй маҡсат менән йәшәгәнен, ни өсөн яуға күтәрелергә тейеш икәнен яҡшы аңлаған. Бөгөн ҡайһы бер егеттәр, ниңә һаман өйләнмәйһең, тиһәң, аптырап китә. “Ә нимәгә?” – тиҙәр. Элек ундай һорау кешенең теленә түгел, башына ла килмәгәндер. “Тиҙерәк өйләнергә, ырыуымды ишле һәм көслө итергә кәрәк!” – тигәндәрҙер.
Хәҙерге заманда йәштәрҙең аңына төрлө идеологиялар һеңдерелә. Шуға ла хаҡиҡәтте ялғандан айырыуы ҡыйын, күптәр яңылышыуға дусар. Бер маҡсат менән йәшәмәгәс, һаман тарҡала, көсһөҙләнә барабыҙ. Тамырҙарҙан өҙөлһәк, башҡалар тарафынан йотоласаҡбыҙ. Халыҡ әйтмешләй, “айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар”.
– Милләтте һаҡлау маҡсатында кире ырыуҙарға бүленеп йәшәй башларғамы?
– Минеңсә, беҙҙе рухи һәләкәттән, тамам тарҡалыуҙан дәррәү дингә ҡайтыу ғына ҡотҡарасаҡ. Һәр ҡайһыбыҙ үҙенең йәмғиәттәге урынын һәм бурыстарын белер, ирҙәр мал табыр, ә ҡатындар итәк тултырып бала үҫтерер ине. Карьера, шәхси үҫеш тип ҡаңғырышып, ваҡытында ғаилә ҡормайҙар бит. Замандаштарыбыҙҙың белем кимәле ни хәтлем юғарыраҡ булһа, балалары шул тиклем аҙыраҡ. Биш-алты бала тәрбиәләгән фән докторҙары ла бар, тиерһегеҙ. Ундайҙар бит бармаҡ менән генә һанарлыҡ! Белемлелеккә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәйем, тик тормоштағы иң төп маҡсаттарҙың береһе өйләнеү, балалар үҫтереү, нәҫелде дауам итеү булырға тейеш.
– Бергә донъя көтөрлөк һәйбәт кешене табыуы ҡыйын, тиеүселәр бар. Шулай уҡ бөгөн түлһеҙлек проблемаһы киң таралған. Өйләнеп тә, балаларың тыумаһа, ни хәл итәһең...
– Динебеҙ күп бала үҫтереүҙе хуплай, бының өсөн ирҙәргә бер нисә ҡатын алып йәшәүҙе рөхсәт итә. Беҙҙең олатайҙар заманында левират институты киң таралған булған, йәғни берәй ғаилә башлығы үлгән осраҡта уның ҡатынына ниндәйҙер яҡын туғаны өйләнгән. Һөҙөмтәлә балалары сит-ят ҡулдарҙа түгел, ә үҙ нәҫеле тарафынан тәрбиәләнгән, әсәләре лә яңғыҙ ҡалмаған.
Ғөмүмән, күп ҡатынлылыҡ – гүзәл зат вәкилдәре өсөн яҡшы мөмкинлек. Бөгөн ауылдарҙа эшләргә теләмәгән, эскелеккә һабышҡан егеттәр күп, шунлыҡтан байтаҡ ҡына ҡыҙҙар, яҡын-тирәнән кейәү таба алмай, ситкә сығып китә йәки йәш ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәрә. Йүнле ирҙәр кәләшле булып бөттө бит инде, ни хәл итәһең, тип. Ә бер нисәүгә өйләнеү ғәҙәти күренешкә әйләнһә, ул ҡыҙҙар тыуған еренән айырылмаҫ йәки буйҙаҡ ҡалмаҫ, әсәйлек бәхетен татыр ине. Һис шикһеҙ, ир-ат та яуаплыраҡ, көслөрәк, дәртлерәк булып китәсәк.
– Тимәк, демографик үҫеш маҡсаты никахтар мәсьәләһенә ҡарашты үҙгәртеүҙе талап итә...
– Алда әйтеүемсә, бөгөн беҙ бик аҙ. Халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң ниндәй һандар күрербеҙ – шул турала борсолам. Һаман да бер-ике бала менән сикләнһәк, киләсәктә нимә булыр? Милләт, йәмғиәт мәнфәғәттәрен шәхси маҡсаттарҙан, принциптарҙан өҫкәрәк ҡуймайынса халыҡты һаҡлай алмаясаҡбыҙ.
Хәҙерге башҡорттар араһында сит милләт, икенсе дин вәкилдәре менән өйләнешеүселәр күп. Кем булып, ниндәй телдә һөйләшеп үҫер уларҙың балалары, башҡорт туғандарын танырҙармы? Әйткәндәй, ҡыҙыңды мосолман булмағанға биреү бөтөнләй шәриғәткә тура килмәй. Мин бына Миәкә районындағы Йәнәби-Урсайҙанмын, сыуаш ауылдары араһында йәшәһәк тә, бер ваҡытта ла уларҙан кәләш алманыҡ, ҡыҙ ҙа бирмәнек.
Шулай уҡ һуңғы осорҙа, Интернет һәйбәт эшләп киткәс, сит ил кешеләре менән танышып, ҡырға кейәүгә сығыу үҙенә күрә бер модаға әйләнеп бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әгәр былай дауам итһә, милләтебеҙҙең ғүмере киләһе быуатҡа хәтлем етмәүе лә ихтимал...
– Баштағы һүҙгә әйләнеп киләйек. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын асылына ҡайтарырға тырышыу нимәгә кәрәк һуң? Һан өсөн генәме?
– Улар – халҡыбыҙҙың бер бәләкәй генә киҫәге түгел, ә оло бер төркөмө. Иң кәмендә – өстән бер өлөшө. Күп кенә шәхестәр сыҡҡан төньяҡ-көнбайыш төбәктән, шул иҫәптән мәшһүр ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеев та. Һәм, әлбиттә, рухи-мәҙәни үҫешебеҙгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән абруйлы дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдинде оноторға ярамай. Әйткәндәй, ата-әсәһе лә, үҙе лә, балалары ла документтарҙа башҡорт тип теркәлһә лә, йыш ҡына уны “татар ғалимы” тип яҙып ҡуялар. Документтарға ышанмаған хәлдә ғалимдың милләт тураһындағы яҙмаларын уҡып ҡараһындар.
Шулай уҡ ағалы-ҡустылы ғалимдар Фазыл һәм Кәбир Туйкиндарҙы атап үтергә була. Улар, Татарстандың хәҙерге Лениногорск районындағы Зәй-Ҡаратай ауылында тыуып үҫһә лә, тамырҙары менән башҡорттар. Әйткәндәй, Фазыл Туйкин башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы темаһын әҙәбиәттә һәм матбуғатта иң тәүҙә күтәреп сыҡҡан.
Иң ауыр мәлдәрҙә БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советына етәкселек иткән Муллайән Халиҡов та – хәҙерге Бүздәк районының Иҫке Аҡтау ауылы башҡорто. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында, Мәскәүгә күсеп киткәс, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы мәктәптәрҙең дә, матбуғаттың да татар теленә күсеп бөтөүен ишетеп, ныҡ әсенгән ул, ваҡытында сара күрә алмауына үкенгән. Муллайән Халиҡов республиканы һаҡлауға һәм үҫтереүгә ифрат күп көс һалған, Миңзәлә өйәҙен дә тулыһынса ҡуштырырға уйлаған. Әгәр ошо шәхес тырышмаһа, Кесе Башҡортостан менән сикләнеп ҡалыр инек, бәлки.
Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлидиҙең күп кенә арҡаҙаштары төньяҡ-көнбайыштан булған. Хәҙерге Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылынан Илдархан Мутинды иҫкә алайыҡ. Башҡорт дворяндары нәҫеленән ул, атаһы – гәрәй ырыуы старшинаһы. Шағир Шәйехзада Бабичтың тамырҙары ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылындағы ҡаңлы ырыуы башҡорттарына барып тоташа, икенсе фаразға ярашлы – хәҙерге Кушнаренко районына, йәғни дыуан ырыуына.
Был шәхестәр үҙҙәрен икенсе милләткә әйләндереүҙәрен хуплар инеме икән? Унан да бигерәк, факттарҙы боҙоп күрһәтеп, беҙ тарихи ялған уйлап сығарасаҡбыҙ. Гонаһы ни тора! Белеүегеҙсә, Әхмәтзәки Вәлиди “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нда шулай тигән: “Динебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итегеҙ. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә, эшләнәсәк”. Ул васыятты иҫтән сығарған юҡ. Ҡыҫҡаһы, бер кемде лә башҡортлаштырмайбыҙ, хаҡиҡәтте тергеҙеүҙе генә маҡсат иткәнбеҙ.
Даян Мәзитов әңгәмәләште.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ