Ашығыҙға себен төшһә...
Бөгөн фән әһелдәренә донъяла 50 мең самаһы ағыулы бөжәк барлығы билдәле. Был иһә киләсәктә уларҙан алынған биологик әүҙем матдәләрҙе файҙаланып кешеләр өсөн төрлө дарыуҙар яһарға мөмкинлек бирәсәк. Австралиялағы Макуэри университеты белгестәре, тәжрибә үткәреп ҡарап, өй себендәренең, серәкәйҙәрҙең ҡанатында антибиотиктар барлығын асыҡлаған һәм уларҙы медицина өлкәһендә ҡулланыу ысулдарын өйрәнә башлаған да инде.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был турала кешеләргә 1400 самаһы йыл элек үк әйтелгән булған! Имам әл-Бохариҙың һәм Ибн Мәджәһтең хәҙис йыйынтыҡтарында яҙылыуынса, Әбү Һурайра (Аллаһ унан риза булһын) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Әгәр эсемлегегеҙгә себен төшһә, уны тиҙ генә (шул эсемлеккә) тулыһынса батырып алығыҙ һәм шунан ғына ташлағыҙ, сөнки бер ҡанатында – сир, икенсеһендә дауа булыр”, – тигән һүҙҙәрен тапшырған. Шундай уҡ мәғлүмәт Ән-Нәсәи менән Ибн Мәджәһкә Әбү Сәйед әл-Худри (Аллаһ унан риза булһын) аша ла килеп еткән: “Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Ысынлап та, себендең бер ҡанатында – ағыу, ә икенсеһендә – дауа; һәм, әгәр себен ашығыҙға төштө икән, уны тулыһынса сумдырып алығыҙ, сөнки тәүҙә ағыуы бүленеп сыға, шунан ғына – дарыуы”, – тине”.
Австралия ғалимдары, өйҙә йәшәй торған ике төрлө себенде, көньяҡ серәкәйен һәм ҡәҙимге серәкәйҙе тикшергәс, был дүрт бөжәктең барыһында ла бихисап бактериялар тапҡан. Шулай ҙа микробтар себендәрҙә күберәк икән. Улар таратҡан ауырыуҙар кешегә генә түгел, хайуандарға, хатта үҫемлектәргә лә зарар килтерә, өҫтәүенә, бактериялары эҫегә лә, һыуыҡҡа ла, химик эшкәртеүгә лә, радиоактив нурға ла бирешеп бармай.
Әлеге себен-серәкәйҙәрҙә табылған сүпрәләр һәм бәшмәктәр иһә башҡа бик күп бактерияларҙы юҡ итеүсе көслө антибиотик матдәләр бүлеп сығара, ти. Мәҫәлән, себендең уң ҡанатындағы “Бациллус циркулянс” (ул да эҫегә, һыуыҡҡа, химияға һәм нурға бирешмәй), әгәр ашығыҙға эләкһә, ундағы бөтөн микробтарҙы үлтерәсәк, эсегеҙгә килеп ингәс тә тәнегеҙҙе дауалауын дауам итәсәк. “Бациллус циркулянс” күҙҙәргә, тән туҡымаларына, нервы системаһына, һейҙек юлына, ашҡаҙанға, эсәктәргә һәм башҡа ағзаларға зыян килтереүсе стафилококк, бесән таяҡсаһы һымаҡ микроорганизмдарҙы ла һис бер ауырлыҡһыҙ еңә, ти белгестәр.
Ғөмүмән, бөжәктәрҙең ошо үҙенсәлектәрен өйрәнеп кенә лә кешеләр әллә күпме файҙалы асыштар яһай ала. Һәм, әлбиттә, Ҡөрьәндәге, хәҙистәрҙәге мәғлүмәттәргә иғтибарлыраҡ булһаҡ, донъя серҙәре, йәшәү мәғәнәһе тураһында йышыраҡ уйланһаҡ ине.
Мысырҙағы “Әл-Әзһәр” университеты ғалимы доктор Мостафа Ибраһим Хәсәндең мәҡәләһе буйынса.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ