Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙмы?

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙмы?

Башҡорт телендә “Бәрәкәт” тип аталған мәҙәни мәғрифәт журналын нәшер итергә тотоноуыбыҙға биш йыл тулып килә инде. Ошо уңайҙан уның үткәне, бөгөнгө хәле һәм киләсәккә ниәттәребеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтмәксебеҙ.
Тәүге һан, хәтерләйһегеҙҙер, 2020 йылдың ғинуарында баҫылып сыҡты, шулай ҙа журналдың тарихы оҙонораҡ, сөнки уны киң мәғлүмәт сараһы булараҡ рәсми теркәү, “Рәсәй почтаһы” каталогына индереү, реклама таратыу һәм башҡа эштәр 6-7 айға алданыраҡ башланғайны. Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, тигәндәй, беренсе ярты йыллыҡта “Бәрәкәт”те алдырыусылар күп булманы: тәүге айҙа 274 кеше яҙылһа, июнгә хәтлем саҡ 340-ҡа етте. Июлдән тираж яҡшы ғына күтәрелде, йәнә бер йылдан иһә, әлхәмдүлилләһ, 1700-ҙән артып киткән ине инде. Быға, әлбиттә, тәүге сәбәп Башҡортостан мосолмандары өсөн тиҫтә йыл самаһы нәшер ителгән “Ваҡыт! Урал” һәм “Безнең Вакыт!” гәзиттәре редакцияһының үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыуы булғандыр. Аныҡлап әйткәндә, уларҙың уҡыусылары Ислам дине нигеҙҙәре тураһында мәғлүмәттәргә ярайһы уҡ ҙур урын биргән “Бәрәкәт”кә күсергә мәжбүр ине. Икенсе сәбәп – шул “Ваҡыт!” нәшриәтенә ярҙамлашҡан мосолман егет һәм ҡыҙҙарҙың, ағай-апайҙарҙың яңы журналды киң таратыуға ла күп көс һалыуы.
Дини гәзиттәр ябылғас, иң ныҡ борсолғаны татар ҡәрҙәштәребеҙ булды, сөнки Ислам хаҡында башҡортса журнал бар, ә уларҙың телендә – юҡ. Айырыуса Октябрьский, Туймазы, Бишбүләк, Кушнаренко яҡтарынан мөрәжәғәттәр күп килде. Шунан 2021 йылдың яҙында Өфөләге мосолмандар йыйылдыҡ та татарса журнал сығарырға ҡарар иттек. Исеме башҡортсаныҡынан әллә ни айырылып тормаһын, тип, “Бәрәкәт ачкычы” тип атаныҡ. Үкенескә күрә, был баҫма тиражы менән “Бәрәкәт” кимәленә етә алманы.
Беҙҙең эшмәкәрлек баштан уҡ ҡатмарлы шарттарға тура килде: тәүге йылдарҙа пандемияға бәйле сикләүҙәр булыуы сәбәпле бер ҡайҙа ла командировкаға сыға, халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора алманыҡ, шунлыҡтан тираж ауыр йыйылды; аҙаҡ иҡтисади мәсьәләләр, ҡағыҙға, буяуға, полиграфия хеҙмәттәренә хаҡ күтәрелеүе бәкәлгә һуҡты; һуңғы осорҙа ла матди яҡтан мохтажлығыбыҙ ҙур. Хәлдән килмәҫтәй тойолғас, теүәл өс йыл нәшер иткәндән һуң “Бәрәкәт ачкычы” журналын сығарыуҙы туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ.
“Бәрәкәт” иһә, әлхәмдүлилләһ, төрлө ауырлыҡтарға ҡарамай, йәшәп килә. Беҙҙең төп проблема – журналдарҙың һуңлауы. Быға өс сәбәп бар. Беренсенән, эшләргә кеше һәм хеҙмәт хаҡы түләргә аҡса етмәүҙән башлыса фрилансерҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ, һөҙөмтәлә баҫма яйыраҡ әҙерләнә; икенсенән, журналға яҙылыу халыҡтың кеҫәһенә һуҡмаһын өсөн иң арзан типографияны һайлағанбыҙ, ә ул бик әкрен баҫа, ҡайһы берҙә хатта дүрт аҙнаға һуҙылып китә; өсөнсөнән, “Рәсәй почтаһы” оҙаҡ тарата, бәғзе бер урындарҙа почта бүлексәһе бөтөнләй ябылған.
Әлхәмдүлилләһ, редакцияның ярҙамдан өҙөлгәне лә юҡ: бына нисәмә йыл инде күп эштәр – хеҙмәт хаҡы фондын тулыландырыу, командировкалар ойоштороу, яҙылыусыларҙы дәрләндереү өсөн үткәрелгән конкурстарға бүләктәр хәстәрләү, реклама таратыу, типографияға бурыс йыйылып китһә, шуны ҡаплау һ.б. – мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең хәйриә ярҙамы менән атҡарыла. Беҙҙең журналдың хаҡының 40 проценттан ашыуы саҙаҡа иҫәбенә тура килә. Аллаһ Тәғәлә ошо ихлас, йомарт, тырыш ҡәрҙәштәребеҙҙең тормоштарын имен һәм бәрәкәтле итһен, изге ғәмәлдәренең әжерен меңләтә арттырып ҡайтарһын ине. Әмин.
Ижади төркөмөбөҙ редакция тип һаналған бер-ике кеше менән генә сикләнмәй, Өфөнөң Матбуғат йортондағы һәр ҡатта тиерлек авторҙарыбыҙ, ярҙамсыларыбыҙ бар. Әҙиптәр ҙә үҙ әҫәрҙәрен тәҡдим итеп тора, улар беҙҙән хатта гонорар ҙа һорамай. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда журналдың тиражын һаҡлау һәм арттырыу өсөн төрлө район һәм ҡалаларҙан 40-тан ашыу ҡәрҙәшебеҙ көс һала! Кемдәр икән, тиһегеҙме? Ябай эшселәр, төҙөүселәр, инженерҙар, янғын һүндереүселәр, гәзит-журнал ташыусылар, уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар, блогерҙар, хаҡлы ялдағылар... Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн, халҡыбыҙ динен һәм телен онотмаһын, өйрәнһен, бәхетле булһын, тигән ниәт менән туғандарын, яҡташтарын “Бәрәкәт” журналын алдырырға өгөтләйҙәр, күптәрен үҙ иҫәбенә яҙҙыралар. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, Аллаһтан уларға бәрәкәт, һаулыҡ һәм именлек һорайбыҙ.
Әлхәмдүлилләһ, офисыбыҙ булмаһа ла, редация менән яҙылыусылар араһында бәйләнеш тығыҙ. Хәҙер инде “Бәрәкәт”те даими алдырған, уҡыған кешеләрҙең күбеһен беләбеҙ, ни тиһәң дә, телефон һәм Интернет заманы. Ижтимағи селтәрҙәр, телефон аша ла, почтанан да беҙгә рәхмәтле хаттар йыш килә. Кәңәш тә һорайҙар. Журнал саҡ ҡына оҙаҡланымы – шылтырата башлайҙар. Былтыр Өфө почтамты хеҙмәткәрҙәренән: “Һеҙҙең “Бәрәкәт” буйынса проблема күп, яҙылыусылар таптырып яфалай”, – тигән дәғүә ишетеү сикһеҙ шатландырҙы. Тимәк, был баҫма кешеләргә кәрәк!
Уҡыусыларыбыҙ менән аралашып торғас, уларҙың ихтыяждарын белергә форсат бар. Уҙған йыл аҙағында пәйғәмбәрҙәр, сәхәбәләр тураһында йышыраҡ яҙыуҙы һорағайнылар – быйыл башлап ебәрҙек. Ҡайһы бер хәҙрәттәрҙең вәғәздәрен, кәңәштәрен баҫыуҙы ла талап итәләр. Әлбиттә, динебеҙҙе өйрәнгәндә файҙалы булырҙай бер нәмәнән дә баш тартмайбыҙ. Маҡсатыбыҙ кешеләрҙе ике донъяла ла бәхеткә ирештереү бит.
“Һеҙҙең журналды уҡып, әсәйем (йәки атайым) намаҙға баҫты!” – тип ҡыуанысын уртаҡлашҡан ҡәрҙәштәребеҙ берәү-икәү генә түгел хәҙер. Моғайын, күптәр хаҡ мосолман булырға, Аллаһҡа тейешенсә ғибәҙәт ҡылырға теләйҙер ул, әммә ошо юлда тыуған һорауҙарына яуап тапмауы ғына тотҡарлап торалыр. Мәсеткә барып, башҡалар ыңғайына өйрәнә башларға һәр кем тәүәккәлләй алмайҙар, дин әһелдәренән төпсөнөп һорашырға ла ҡыймайҙар. Туғандар, яҡын кешеләр ҡылған дәғүәт иһә бик һирәк осраҡта йөрәктәргә үтеп инә. Ә бына китаптар, гәзит-журналдар кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу, анализлау йәһәтенән бик тә уңайлы.
Ана шул “тәүәккәлләргә ҡыймаусылар”ҙың күплеге өсөн дә беҙ Исламды төрлө яҡлап, әммә ҡатмарлаштырмай, еңелерәк итеп аңлатырға тырышабыҙ. Әгәр баҫманың һәр битендә тик сүрә һәм аяттар, хәҙистәр, доғалар һәм зикерҙәр, шәриғәт хөкөмдәре тураһында ғына яҙылһа, диндән йырағыраҡ торған кешеләргә уны уҡыуы ныҡ ауыр буласаҡ. Ислам бит шәһәҙәт, намаҙ, зәкәт, ураҙа һәм хаж менән генә сикләнмәй, ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. 
Эшмәкәрлегебеҙҙең маҡсаты Ислам нигеҙҙәрен аңлатыу ғына түгел, үҙ иңебеҙгә алған йәнә бер мөһим яуаплылыҡ – туған телде һаҡлауға хәлдән килгәнсә өлөш индереү. Балалар ҙа иғтибар итһен, биттәрен асып, уҡып ҡарарға теләһен өсөн журналдарҙы сағыу төҫлө, матур биҙәлешле итергә килешкәнбеҙ. Ят һүҙҙәрҙе йыш ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ. Ғөмүмән, милләт киләсәген ҡайғыртыу – һәм ҡайһыбыҙҙың мөҡәддәс бурысылыр. Әгәр кеше телен онотһа, рухи яҡтан көсһөҙләнә, сөнки яйлап тамырҙарынан ситләшәсәк, тарихын белмәйәсәк, диненә ҡарата ла йылы тойғоларын юғалтасаҡ, ахыр сиктә бөтөнләй икенсе халыҡ вәкиленә әүереләсәк. Әлхәмдүлилләһ, әле башҡорттоң күпселегендә милли үҙаң бар, һәр кемебеҙ үҙен мосолман тип тә иҫәпләйҙер, ләкин тынысланырға ярамай.
Бөгөнгө тираж ҡәнәғәтләндермәй, әлбиттә, шулай ҙа барына шөкөр итәбеҙ. Бер үк ваҡытта “Бәрәкәт”, әйтәйек, “Йәшлек” гәзите менән ярышырлыҡ хәлгә етмәһә лә, исмаһам, өс мең дана булып таралһа ине, тигән өмөттәбеҙ. Редакция типография сығымдарын һәр саҡ ваҡытында ҡаплай алһын, эш хаҡтары һәм гонорарҙар түләнһен, офисыбыҙ булһын өсөн яҙылыусыларыбыҙ дүрт мең кешегә етергә тейештер. Ә инде компьютерҙарыбыҙ, фотоаппараттарыбыҙ, автомобилебеҙ ҙә барлыҡҡа килһен тиһәк, тағы ике тапҡырға күберәк тираж кәрәк.
Төрлө район һәм ҡалаларҙағы ҡәрҙәштәребеҙ дәррәү генә ярҙамлашһа, тормошҡа ашмаҫлыҡ ниәт түгел ул. Яҡташтарыбыҙ бит хатта күрше Татарстанда сыҡҡан матбуғат баҫмаларын унар меңләп алдыра, тимәк, мөмкинлектәре бар. “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тигән шиғарҙы, әйҙәгеҙ, 2025 йылға “Бәрәкәт” журналына яҙылыуҙа ҡулланып ҡарайыҡ. Килеп сығырмы икән?
Яҙылыусыларҙың кәмеүе һәм хаҡтарҙың артыуы сәбәпле һуңғы йылдарҙа илдә байтаҡ ҡына гәзит-журналдар электрон версияға күсте. Беҙҙә иһә әлегә ҡағыҙ баҫманан башҡаны үҙһенмәгән уҡыусылар күп кенә, шуға күрә “Бәрәкәт”те ошо рәүештә мөмкин тиклем һаҡларға тырышырбыҙ инде. Әммә, сайтты һәм ижтимағи селтәрҙәрҙе файҙаланып, хәҙерҙән үк эште ике йүнәлештә дауам итергә лә уй бар, сөнки йәш быуынды иғтибарҙан ситтә ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Берәй мәл дәғүәт маҡсатында ҡыҫҡа видеофильмдар төшөрөүгә тотонорға ла тура килер, бәлки.
Ун, егерме йыл аша алға ҡараһаҡ та, динебеҙҙе һәм милләтебеҙҙе һаҡлау өсөн эшләргә сәбәптәр һәм мөмкинлектәр бихисап булыр һымаҡ. Иң мөһиме – Аллаһ Тәғәлә ғәмәлдәребеҙҙе дөрөҫ итһен, халҡыбыҙҙы төрлө афәттәрҙән һаҡлаһын, изгелектәр ҡылыу маҡсатында берләштерһен. Әмин.

Мөхәрририәт.

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ