Күрәгәле гөбәҙиә
Гөбәҙиә – татар һәм башҡорт халыҡтарының милли ризығы. Бик татлы һәм күрмәлекле булғанға ул һәр саҡ табын түренән урын ала. Әгәр инде был тәмлекәсте оҫта итеп үҙегеҙ бешергән булһағыҙ, ҡунаҡтарығыҙ маҡтап бөтә алмаҫ.
Нимәләр кәрәк буласаҡ?
(12 кешегә иҫәпләп әҙерләһәк)
Ҡамыр өсөн:
Һөт – 250 мл
Шәкәр – 5 г
Йомортҡа – 1 дана
Аҡ май – 100 г
Йомшартҡыс – 5 г
Тоҙ – 5 г
Бойҙай оно – 450 г
Үҫемлек майы – 20 мл
Эслек өсөн:
Шәкәр – 40 г
Йомортҡа – 6 дана
Аҡ май – 80 г
Ҡыҙыл эремсек – 400 г
Дөгө ярмаһы – 150 г
Йөҙөм – 100 г
Күрәгә – 150 г
Өҫтөнә һибеү өсөн ҡатнашма:
Шәкәр – 20 г
Аҡ май – 30 г
Бойҙай оно – 60 г
Дөрөҫ туҡланыуҙың төп ҡағиҙәләренең береһе – аҡһым, май һәм углеводтарҙың кәрәкле нисбәттә булыуы. Беҙ бешергән ризыҡ был талаптарға тура килә.
Аҡһымдар: 17 %
Майҙар: 25 %
Углеводтар: 58 %
Әҙерләү тәртибе
Иң тәүҙә, әлбиттә, йөҙөм менән күрәгәне яҡшы итеп йыуыу шарт. Артабан уларҙы берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, 15 минут тотҡас, һарҡытып алабыҙ. Шунан емештәрҙе йәйеп, саҡ ҡына булһа ла киптерәбеҙ.
Бер үк ваҡытта ҡамыр менән дә булышырға мөмкин. Иләнгән ондо иркен һауытҡа һалабыҙ, тейешенсә шәкәр һәм тоҙ ҡушып, болғайбыҙ, өй йылылығында йомшарған (утҡа ҡуйып иретелгән булмаһын) аҡ майҙы өҫтәйбеҙ. Унан инде әлеге ҡатнашманы ус менән ваҡ итеп ыуғыслап сығабыҙ.
Барлыҡҡа килгән ыумасҡа йомшартҡыс һалабыҙ ҙа бутауҙы дауам итәбеҙ. 35 – 40 градусҡа хәтлем йылытылған һөттө ҡоябыҙ, йомортҡаны һытып, ҡушып ебәрәбеҙ. Болғата торғас, ҡамырҙың төйөрсөктәре ҡалмаҫҡа тейеш. Уны һауыттан алып, аҙыҡ төргөс менән урап, ярты сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға кәрәк.
Ваҡыты еткәс, ҡамырҙың өстән бер өлөшөн бәлештең ҡапҡасын эшләү өсөн бүлеп алабыҙ ҙа, ҡалғанын туҡмас таяғы менән йәйәбеҙ, бер аҙ үҫемлек майы һөртөлгән яҫы (ҡалыныраҡ та булһын) формаға һалабыҙ. Ситтәрен сығарыңҡырап ҡуйыу хәйерлерәк.
Артабан эслеккә күсәбеҙ:
– иң аҫҡа тигеҙ итеп ҡыҙыл эремсекте йәйәбеҙ;
– бешергәндән һуң һыуытылған дөгөнө һалабыҙ ҙа саҡ ҡына шәкәр һибәбеҙ;
– өсөнсө ҡатлам – йөҙөм һәм вағыраҡ итеп телгеләнгән күрәгә;
– артабан – йоморо килеш бешергәндән һуң һыуытылған һәм бысаҡ менән туралған йомортҡа;
– иң өҫкә аҡ май киҫәктәрен тигеҙ итеп һалып сығабыҙ.
Алдан бүлеп ҡалдырылған ҡамырҙы туҡмас таяғы менән йәйеп, гөбәҙиәнең өҫтөнә ябабыҙ ҙа ҡырҙарын йәбештерәбеҙ. Хәҙер инде уны 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейес эсенә 25 минутҡа ҡуйырға кәрәк.
Бушаған арала, онға шәкәр һәм аҡ маҡ ҡушып, ыуа торабыҙ. Гөбәҙиәне мейестән алғас, өҫтөнә бумала менән үҫемлек майы һөртөп ебәрәбеҙ ҙә, әҙерләнгән ҡатнашманы тигеҙ итеп һибәбеҙ. Шунан бәлешебеҙҙе тағы 8 – 10 минутҡа эҫегә индерәбеҙ.
Эш тамам. Табын йәйеп, хуш еҫле сәй хәстәрләй торһағыҙ ҙа була!
Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт тә 45 минут
100 г гөбәҙиәлә – 272 ккал
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ