"Аттың ниһен маҡтайһың – бәйгеләрҙә сапмаған..."

Бер быуат самаһы элек үк, ауылдарға тәүге тракторҙар килгәс, күптәр: “Тиҙҙән аттың кәрәге ҡалмаясаҡ”, – тип фаразлаған. Әммә 90-сы йылдарҙа ла әле ауыл халҡының байтаҡ өлөшө, арбаға йә санаға егеп, аттары менән утын, бесән ташый ине. Күмәк хужалыҡтарҙың да өйөрҙәре, эш аттары булды. Тай өйрәттеләр, һабантуйҙарҙа сәмле бәйгеләр үткәрҙеләр, бәләкәй сағынан һыбай мендереп, малайҙарҙың күңелен күтәрҙеләр... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тора-бара, шәхси ихаталарҙа машиналар, тракторҙар ишәйгәс, атҡа һан бөттө. Күп кенә фермерҙар бөгөн йылҡы малын ите, ҡаҙыһы һәм ҡымыҙы өсөн генә үрсетә.
Әлбиттә, фәнни үҫеш, һанлы технологиялар заманында ат көсө менән донъя көтөүҙе күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын. Бөтә нәмә тиҙлеккә ҡоролған, машиналар һәм сымһыҙ элемтә ярҙамында башҡарыуға ҡулайлаштырылған бит. Ләкин ат спорты, ат һөйөүселәр мәҙәниәте хаҡында йыш ҡына онотоп ебәрәбеҙ. Өйөр-өйөр булып йөрөгән йылҡыларыбыҙ араһында нисәүһе өйрәтелгән икән? Шуның күпмеһе ярышҡа сығарырлыҡ? Аллаһ Тәғәлә тарафынан кешеләр менеп йөрөһөн өсөн яратылған малдың әһәмиәтен һарыҡ-кәзә кимәленә төшөрөп барабыҙ түгелме?
Ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе, эшҡыуар, Бөрйән районындағы Яңы Усман ауылы имамы Фидан Мәзитов менән әңгәмәлә ошондай мәсьәләләрҙе күтәрҙек.
“Ат ауырыуы”на ҡаршы дарыу юҡ
– Фидан ҡәрҙәш, таҙа ҡанлы инглиз тоҡомло сабыш аттары үрсетеүгә тотонғанһың. Ниндәйҙер ҙур планмы ул, бала саҡ хыялымы?
– Бала саҡта атайым өйөбөҙгә тәүге атты алып ҡайтҡанға хәтлем нисек ваҡыт үткәргәнемде, нимә менән ҡыҙыҡһынғанымды хәтерләмәйем. Иҫ белгәндән бирле йылҡы малы араһында үҫкән, уларһыҙ бер көн дә тормаған кеүекмен. Үҙебеҙҙең ат миңә, кинйә малайға, һирәк эләгә ине, шунлыҡтан тиҫтерҙәрем менән совхоздың һарайына барып, ундағы аттар менән мәж килә торғайныҡ. Быныһы минеке, тегеһе һинеке, тип “бүлешеп” бөткән инек. Мәктәптән ҡайтыу менән ферма яғына һыпыртабыҙ. Хужалыҡтың йылҡы өйөрө ҙур ғына булды, шулай ҙа һәр аттың тиерлек шәжәрәһенә хәтлем белә инем. Хатта ҡайһы бер көтөүсе ағайҙар, үҙҙәренә тай өйрәтеп алырға уйлаһа, минән килеп кәңәш һорай торғайны. Ҡайһыһы ниндәй тоҡомдан, ниндәй бейә менән айғырҙың ҡолоно, өйрәтелгән бер туғандары бармы, ярышта йәки йөк тартыуҙа улар үҙҙәрен нисек күрһәткән – бөтәһен дә белдем. Шунлыҡтан “Зоотехник” тигән ҡушамат та тағылды.
Ваҡыт үтеү менән иптәштәрем башҡа шөғөл табып бөттө, ә мин һаман да күңелем менән аттан айырыла алманым. Ауыл мәктәбен тамамлап, Баймаҡ интернатына уҡырға киткәндән алып күпме дәүер икенсе тормош менән йәшәп ҡаралды, ләкин “ат ауырыуы”на ҡаршы бер ниндәй ҙә дарыу юҡ ул. Нисәмә йыл бит күңелдәге шул ҡуҙҙы баҫырға, икенсе эшкә әүрәргә тырыштым – килеп сыҡманы.
Хәҙер бына ауылда төпләнеп йәшәйем, кәртәмдә аттар тора. Донъя теүәлләнгәндәй. Хыялдың бойомға ашыуы түгел, ә асылға ҡайтыу һымаҡ ҡабул итәм был хәлде. Аллаһ Тәғәлә бөтөнләй көтмәгәндә, уйламағанда, изге Рамаҙан айына бүләк яһағандай, ҡайтарҙы мине атлы тормошҡа.
Изге айҙағы мөғжизә
– Нисегерәк булды һуң? Бәйән ит әле беҙгә.
– Ҡыҙыҡ хәл инде ул, һөйләһәң. Бер нисә йыл элек йәйгеһен Мораҡ ауылы егеттәре менән урмандан “КамАЗ”-ға ағас тейәп сығып килә инек, ҡараһаҡ, юлдың уртаһында яңы тыуған ҡолон тора. Туҡтап, эргәһенә барғайныҡ, беҙҙән ҡасмай ҙа, киреһенсә, эйәреп китергә уйлай. Бейә затынан үҙе. Яҡын-тирәлә башҡа аттар күренмәй. Аптырандыҡ хәҙер. Ҡолондо йөк машинаһына ултыртып алып китеп булмай ҙа инде. Ҡалдырһаҡ, ҡара урманда хәҙер үк бүре-фәлән тотоп ашаясаҡ. Ни эшләргә? Теге егеттәргә: “Ярай, мин бының менән тороп ҡалам, һеҙ, ауылға барып, Шәрәфулла ағайға әйтегеҙ, “УАЗ”-ы менән килһен, шуның өйөрөнән айырылған ҡолондор”, – тинем.
Сәғәттән ашыу көттөм – килеүсе юҡ. Теге ҡолон, мине әсәй тип уйлайҙыр, төрткөләп, имергә һорай. Бүтән әмәл ҡалмағас, яйлап ҡына ауыл яғына ыңғайларға булдым. Ҡолон артымдан бер тотам ҡалмай. Рамаҙан айының беренсе көнө, ныҡ эҫе. Бөрйән менән Баймаҡ райондарын тоташтырып ятҡан ташлы юлдан китеп барабыҙ, ауылға хәтлем ун биш саҡрым самаһы. Ураҙа башланып ҡына торғас, өйрәнелмәгән, һыуһата, урман эшенән хәл дә бөткән. Юл ситенән бер буш шешә табып алдым, шуға күләүектән һыу тултырып, ҡолондоң ауыҙына ҡоям да ары атлайбыҙ. Малҡай минән дә нығыраҡ арыны шикелле. Ҡаршыға осраған машиналарҙың эйәләре ҡайһыһы аптырап, ҡайһыһы көлөп үтеп китә. Саңға батып, эҫенән элһерәп, Хужа Насретдин менән ишәге кеүек киләбеҙҙер инде.
Ауылға ярайһы уҡ яҡынлашҡанда ике туған Фәрғәт ағай арттан килеп туҡтаны ла, көлөп-көлөп, ары китте. Шунан, күп тә үтмәй, кире боролдо. “Юҡ, ҡайтып етә алмаҫ ул ҡолоноң, әйҙә, берәй нисек ултыртып алайыҡ”, – ти. Ҡолондо күтәреп, машинаға артҡы ишегенән инеп ултырғайным, тегенем тубығыма башын һалды ла бала кеүек йоҡланы ла китте. Шунда уҡ эсемдә бөтә нәмәнең әйләнеп сыҡҡанын, нисәмә йылдар буйы ауыҙлыҡлап тотоп маташҡан ат һөйөү тойғоларының ысҡынып киткәнен тойҙом.
Артабан ул ҡолондо һыйыр һөтө имеҙеп үҫтерҙек. Көндөҙ балалар ярҙам итһә лә, төнгөлөккә үҙемә ҡарарға тура килде. Йоҡолар ҡасты инде. Ары-бире генә баш терәйһең дә кире тораһың, сөнки йылҡы малы һыйыр кеүек көнөнә ике мәртәбә генә ҡутарғансы иммәй, ә әҙ-әҙләп кенә сәғәт ярым һайын туҡланып тора. Кәләш: “Дүрт балаңдың (ул ваҡытта бәләкәй малай тыумаған ине әле), шарылдап ятып илаһалар ҙа, береһенең дә сәңгелдәген бәүеткәнең булманы, ә был атың өсөн инде нисәнсе төн йоҡламайһың”, – тип һуҡранып та алды. Ул минең бала саҡты, ат һарайында уйнап үҫкән малай икәнемде, йылҡы малына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булғанды бөтөнләй белмәй ине бит. Яйы сыҡмағас, һөйләмәгән булғанмын, күрәһең.
Хәйерлегә булған ғәрлек
– Табылдыҡ атың инглиз тоҡомло булып сыҡтымы әллә?
– Юҡ, әммә, ана шул ҡолон менән йылҡы малына ныҡ әүрәп кителде лә, тағын берәйҙе алырға ҡарар иттем. Яйлап ҡына төрлө яҡтарҙан ат ҡараштыра башланым. Күрше Баймаҡ районы йылҡысылыҡ буйынса алға киткән бит инде, уларҙың элекке хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов был тармаҡты үҫтереүгә күп көс һалған. Шуға ҡарашым Баймаҡта туҡталды.
Ҡатнаш ҡанлы булһа ла, берәй спорт аты алып, район ярыштарында ҡатнашып ҡарарға ине иҫәп. Һорашып йөрөгән саҡта ныҡ ғәрләнгес күренешкә осраным. Йылҡы тотҡан кешеләргә барып, үҙебеҙҙең һабантуйҙа ярышырлығы кәрәк ине, тип һораһам, өйөрөндәге иң йолҡош атты тәҡдим итеп ала ла китәләр. Мин бит яҡшыһын эҙләйем, тиһәм, ҡул һелтәп ебәрәләр: “Эй, Бөрйәнегеҙҙә ошо атҡа ла береһе лә етә алмай. Мин, быуаҙ бейә йә 20 йәшлек ат менән барып, һеҙҙекеләрҙе ярты әйләнешкә ҡалдырып китәм...”
Тыуған яғымды ныҡ яратҡан кеше булараҡ, ошо көндән ауыҙығыҙҙы яптырам, тип вәғәҙә биреп ҡайттым. Март башында Темәстә үткән ҡышҡы ат ярыштарына барып, электән спорт аттары менән шөғөлләнгән Илгиз исемле ҡәрҙәште күреп, кәңәшләштем. Ул оҙаҡ көттөрмәне, бер айҙан һуң саф ҡанлы инглиз тоҡомлоно табып алып килде. Шул айғырҙан башланды инде минең икенсе этап. Артабан тағы ла тоҡомло бейәләр һатып алып, өйөрөмдө киңәйтеп ебәрҙем.
Аттарҙың доғаһы көслө
– Тимәк, ат көтөргә булдың да киттең инде. Ә нимәһе менән шул ҡәҙәрем ылыҡтыра был мал?
– Ат һөйөүселәр өсөн был иң ауыр һорауҙыр, моғайын. Уға аныҡ ҡына яуап бирә алған кешене осратҡаным юҡ. Әммә беҙ, мосолмандар, донъя эштәрендә ниндәй генә мәсьәләгә барып терәлһәк тә, яуапты иң беренсе Ҡөрьәндән йәки хәҙистәрҙән эҙләй башлайбыҙ. Мин дә хәҙистәрҙән, сәхәбәләр тормошонан байтаҡ файҙалы мәғлүмәт таптым.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: “Ҡиәмәт көнөнә тиклем аттың маңлайына бәрәкәт бәйләнгән булыр”, – тигәне билдәле. Шулай уҡ бер ваҡыт сәхәбәләрҙән Мөғәүиә атын тәрбиәләп йөрөгән Әбү Зәррҙе (Аллаһ уларҙан риза булһын) күреп ҡалған да: “Был ниндәй ат?” – тип һораған. “Аллаһ Тәғәләнән ҡылған доғаларына яуап ала торған ат”, – тигән Әбү Зәрр. Мөғәүиә: “Аттар ҙа доға ҡыла белә, тип әйтмәксеһеңме?” – тип аптырап ҡуйған. “Эйе, аттың Аллаһ Тәғәләгә, Эй Раббым, мине Әҙәм балаһына буйһондорҙоң, уның был донъялағы иң ныҡ яратҡан затына ла әйләндерһәңсе, тип ялбармаған бер төнө лә юҡ, – тип белдергән Әбү Зәрр. – Уларҙың араһында доғаһына яуап ала алмағандары ла була, әммә минең аттыҡын Аллаһ Тәғәлә ҡабул иткәненә бер ниндәй ҙә шигем юҡ”.
Минең аттарҙың араһында Әбү Зәррҙең (Аллаһ унан риза булһын) аты кеүек доғалары ҡабул була торғандары барлығында шикләнмәйем. Көндәр, төндәр шулар менән үтә бит инде. Иртәнсәк эшкә юлланған саҡта аттар эргәһенән айырылып китәһең дә, көнө буйы йөрөп ҡайтҡас, өйгә лә инмәй, тура һарай яғына йүнәләһең. Һәр береһен ҡарап, һыйпап сыҡмайынса өйгә инеү юҡ. Бер мәл кәләшем бәпәй алырға йөрөгән сағында әҙерәк үпкәһен белдерҙе әле. Эш буйынса бер нисә көнгә Өфөгә сығып киткәйнем, сәғәт һайын тиерлек шылтыратам да, сәләм биргәс тә аттарҙың хәлен һорашырға тотонам икән. Бер шылтыратҡанда: “Ул аттарыңа нимә булһын? Торалар инде шунда, ашап. Минең хәл өҫтөндә икәнде беләһең, исмаһам, бер тапҡыр һорашмайһың”, – тине. Өфөнән ҡайтҡан саҡта ла атҡа төрлө егеү әйберҙәре, йыуындырыу өсөн кәрәк-яраҡ, витаминдар алғанмын, ә башҡаларҙы, ҡарышҡан кеүек, онотҡан да ҡуйғанмын. Бая иҫкә алған доғаның көсөлөр инде.
Йән бит Ожмахты һағына
– Инглиз атының башҡа тоҡомлолар алдында ниндәй өҫтөнлөгө бар? Күптәр бит, башҡорт атынан да шәберәге юҡ, ти.
– Аттарҙың бер тоҡомон да “быныһы яҡшы”, “быныһы насар” тип әйтеп булмай инде ул. Һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас ыңғай һыҙаттары бар. Эйе, башҡорт аты күпкә сыҙамлыраҡ. Һәм аҫраусылар өсөн дә беҙҙең яҡта иң отошлоһо шул, сөнки ҡар аҫтынан үләнде үҙе ҡаҙып сығарып ашай ала, сатлама һыуыҡтарға ла бирешә һалып бармай.
Әммә миңә үҙен үҙе туйындыра алғаны түгел, ә нәҡ ярыш өсөн тоҡомло ат кәрәк ине. Ер йөҙөндә был йәһәттән инглиз тоҡомло сабыш атына тиңләшеүсе юҡ әлеге мәлдә. Күп әйттеләр инде: “Башҡорт аты алмай ни, быныңдың аяҡтары минең беләктән дә нәҙегерәк... Тиреһенән тамырҙары үтә күренеп тора, йәйгеһен себенгә нисек сыҙаһын ул...” Шулай тиергә керешһәләр, элек ауылдағы Ғәйзулла исемле апаның үҙенең ейәнен әрләгәне иҫкә төшә. Айнур ағай, Себер тарафтарында аҡса эшләп ҡайтып, бында сауҙаға тотонғайны. Магазинына тауар ташыу өсөн яңыраҡ ҡына сыға башлаған “ГАЗель” автомобилен һатып алды. Шул турала ишетеп ҡалғас, олатаһы енен сәсеп килеп ингән: “Был һөмбашты нимә итәң?! “ЛуАЗ” алмай ни!” Бөтә кешегә лә көлкө булып күренәлер 200 саҡрым алыҫлыҡтағы ҡаланан “ЛуАЗ” менән тауар ташыуы нисек була икәнен күҙ алдына баҫтырыуы. Ә бабай, башҡа машина менән йөрөп ҡарамағас, “ЛуАЗ”дан да яҡшырағы юҡ икән, тип белә.
Минең былай, инглиз тоҡомло менән бер тапҡыр ҙур тиҙлектә һыбай йөрөп алғас, башҡа бер атҡа ла ултырғым килмәне. Ул тойғоно һүҙ менән һис аңлатып булмаҫ. Хәҙистә телгә алынған ҡанатлы атҡа ултырып остоммо ни! Әйткәндәй, уны ла һөйләп үтәйем әле. Бер көн Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ ниндәйҙер бәҙүән килгән дә: “Эй Аллаһ илсеһе, мин аттарҙы шул хәтлем ныҡ яратам, – тигән. – Үлгәндән һуң беҙгә Ахирәттә аттар булырмы икән?” Быға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, йылмайып: “Эйе, әлбиттә, буласаҡ, – тип яуаплаған. – Әгәр Ожмахҡа эләкһәң, унда һиңә ике ҡанатлы ат килтерерҙәр, шуға ултырып, теләгән ереңә осоп ҡына йөрөрһөң”. Тимәк, Ожмахтағы кешеләрҙең транспорты ҡанатлы ат буласаҡ. Ҡәрҙәштәр бер-береһенә бындағы кеүек карапҡа, осаҡҡа, тимер юл вагонына ултырып түгел, ә елдән етеҙ ҡанатлы аттар менән ҡунаҡҡа йөрөйәсәк, тип күҙ алдына килтерәйек.
Аттар ана шул мәңгелек донъя ләззәттәрен иҫләткәнгә лә кешене ныҡ ылыҡтыралыр инде. Беҙҙең йәндәр, Ожмахтан килгән булғас, белә унда ниндәй бәхет барын. Кешеләр, үҙҙәре аңламаһа ла, тыуғандан алып Ахирәткә күскәнсе көнө-төнө шуны эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, ялған бәхет артынан ҡыуып, гонаһлы юлдарға төшөп китә. “Анау машинаны алһам, бәхетле булырмын... Ошондай өй һалһам, бәхетле булырмын... Бынау ҡатынға өйләнһәм... Фәлән яҡта сәйәхәт итеп ҡайтһам...” Ҡайһы бер байҙар хатта үҙҙәренә айҙан ер һатып алды. Бер нисә көнлөк түгел, хатта минутлыҡ ҡәнәғәтлек кисерәләр ҙә бөттө. Барыбер нимәлер етмәй! Ниңә улай? Сөнки ысын бәхет Ожмахта ғына, йәнебеҙ шуны теләй.
Әгәр йән нимәләлер Ожмахта ғына була торған хисте тойоп ҡалһа, уға сат йәбешә, ҡайһы саҡ айырып алып та булмай. Мин инглиз тоҡомло атта сабып ҡарағанда ла ерҙән айырылып осоп киткәндәй булғайным. Аяҡтарының ергә тейгәне, һелкенгәне бөтөнләй һиҙелмәне. Хас та хәҙистәге кеүек инде...
Бала саҡтан атта йөрөгәс, ниндәй генәһенә ултырып, ярышып ҡаралманы. Бәғзеләре менән ҡайһы саҡта, ләззәт татыу түгел, финишҡа иң һуңғылар рәтендә килеп етеп, төшкәс, бер килке ҡыбырлап китә алмай торола ине. Гүйә һин һыбай бармағанһың, ә ат һине менеп сабышҡан. Саф инглиз тоҡомло менән иһә – бөтөнләй икенсе хәл. Шуға ла мин нәҡ уны һайлағанмындыр.
Ярыштар – уйын түгел
– Киләсәктә ярыш аттары менән генә шөғөлләнергә ниәтең бармы? Бөрйәндә йәшәп, уларҙың ниндәй файҙаһын күреп була?
– Аттарҙы матди килем алыу өсөн тотмайым, ул турала уйлағаным да булманы. Үҙемдең эшем бар: ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәм, бура бурап, таҡта бысып һатам. Әлхәмдүлилләһ, ғаиләмә лә, аттарыма ла шунан алынған килем артығы менән етеп тора.
Эйе, беҙҙең яҡта ат спорты яҡшылап үҫешмәгән, уға һуңғы йылдарҙа ғына иғтибар арта башланы. Шуға күрә, аттарҙы ярыш өсөн генә аҫрап, файҙа алып булмай. Йылына бер нисә тапҡыр ғына булған сараларҙа яуланған бүләктәр аттың ашаған бесәненең хаҡын да ҡапламаясаҡ.
Быйыл ҡыш райондың санаға егелгән юртаҡтар ярышында беренсе урын алғайным, бүләккә бензин яғып эшләй торған бысҡы бирҙеләр. Шуның менән ағас турап йөрөһәм, бер ағай килде лә: “Ҡайҙан алдың бындай бысҡыны? Бик затлы күренә. Магазиндарҙа юҡ шикелле ундай”, – ти. “Был бысҡы һатылмай шул, уға эйә булыр өсөн тәүҙә йөҙ ҙә нисә меңлек тоҡомло ат һатып алырға ла йыл әйләнәһенә ҡарарға, тәрбиәләргә, ярышта еңергә кәрәк”, – тип көлдөм.
Ысынлап та, ярыш аттарына сығым күп. Улар башҡорт аты һымаҡ һыйырҙан ҡалған бесәнгә генә риза булып тормай. Көнөнә кәмендә ике тапҡыр һоло бирергә кәрәк. Бесәнде ҡарап, һайлап ҡына ашатаһың, сөнки, күгәргәне эләкһә, ағыуланып үлеүе мөмкин. Витаминлы ризыҡтан, йәшелсәнән өҙмәҫкә, һис юғында махсус препараттар ҡаҙатып торорға тура килә. Күнекмәләргә килгәндә, ярыш аты һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тейеш. Әгәр йөрөтмәһәң, тиҙ арала быуындары йомшара, аҙаҡтан сығарып саптырһаң, шул ыңғайы йәрәхәтләнәсәк, хатта тояҡтары быуынынан өҙөлөп китеүе лә ихтимал.
Әгәр бик тә бик файҙаһын сығарам тиһәң, атыңды тәүҙә яҡшы итеп рекламалайһың инде. Бер нисә йыл дауамында тирә-яҡтағы бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй йөрөһә, аҙаҡ ҡолондарын һатырға була. Тәүге ҡолондары яҡшы һөҙөмтә күрһәтһә, артабанғыларына хаҡты өҫтәргә мөмкиндер.
Ә ярышып ҡына файҙа алам тиһәң, Ҡаҙағстан яҡтарына сығыуҙы хәстәрләргә кәрәк, сөнки унда бүләктәр ҙур. Яңыраҡ Интернеттан ҡарап, хайран ҡалып ултырғайным: беҙҙең Темәс ауылынан бер бейәне ҡаҙаҡтарға 500 мең һумға һатып ебәргәйнеләр, ул унда былтыр һигеҙ ярышта еңгән һәм яңы хужаларына алты автомобиль, Нурсолтан ҡалаһынан ике бүлмәле фатир һәм бер мәртәбә аҡсалата бүләк килтергән. Бер йәй эсендә! Әгәр тырышһаң, шулай итеп, бер нисә айҙа әллә нисәмә йыллыҡ мөлкәт туплап алырға була инде. Әммә мин әле ул турала уйламаҫҡа тырышам. Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты.
– Фидан ҡәрҙәш, ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар насип булһын!
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ