Ураҙа ауырлыҡ өсөн түгел

Ураҙа ауырлыҡ өсөн түгел

Арабыҙҙа намаҙ уҡыусыларҙың, ураҙа тотоусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы һөйөнөслө. Тимәк, Раббыбыҙ халҡыбыҙҙы хаҡ юлға ҡайтара, беҙгә бының өсөн шөкөр итергә һәм Исламда нығынырға ғына кәрәк. Оҙаҡламай иң изге айыбыҙ Рамаҙан етәсәк, ул иһә – иманыбыҙҙы көсәйтеү, ғилемебеҙҙе арттырыу, йәмәғәтебеҙҙе берләштереү һәм башҡа яҡшы ғәмәлдәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

“Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланма булһын тип, хаҡ юлды аңлатыу, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеү өсөн, Ҡөрьән индерелде. Бына шул айға кем етә – уны ураҙа тотоп үткәрһен, ә ауырыған йәки сәфәрҙә булған кеше бүтән ваҡытта шул сама көн ураҙа тотһон. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй. Көн иҫәбен тултырып, хаҡ юлға сығарғаны өсөн Аллаһты ололауығыҙҙы теләй. Бәлки, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!” – тигән Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 185-се аят).

Бик күп хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Рамаҙан айында Йәннәт ишектәре асыла, Йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтандар сынйырлап ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙың гонаһтары ғәфү ителә, Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙы, ҡәҙерен белеп, файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ.

Ураҙаның мөстәхәб (йәғни кәңәш ителгән, хупланған) шарттары тураһында мәғлүмәт биреп үтергә булдыҡ. Мәҫәлән, сәхәр ашауҙы иртәнге аҙан әйтелгәнгә тиклем һуҙырға, йәғни мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға, кәңәш ителә. Пәйғәмбәребеҙ : “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Шулай уҡ бер хәҙистә: “Иртәнге намаҙға саҡырған аҙанды ишетһәгеҙ, ә ҡулығыҙҙа һауыт булһа, ашап бөтмәйенсә ҡуймағыҙ!” – тиелгән (Әбү Дауыт йыйынтығынан). Йәғни кешенең сәхәре берәй сәбәп менән иртәнге намаҙ ваҡыты инеүгә тиклем һуҙыла икән, ул ҡулында булған һауыттан ризығын ашап бөтөргә тейеш, сөнки Аллаһ Тәғәлә беҙгә һис бер ваҡытта ауырлыҡ теләмәй.

Ифтар ҡылыуҙы (йәғни ауыҙ асыуҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ : “Кешеләр, әгәр ифтар ҡылырға ашыҡһа, бәрәкәттә булыр”, – тигән (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Ул үҙе аҡшам намаҙы алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылған, йәки, яңылары булмаһа, кипкәндәре менән. Улары ла булмаһа, бер нисә йотом һыу эскән.

Рамаҙан айында яҡшы ғәмәлдәрҙе юҡҡа сығарыусы, насарлыҡҡа илтеүсе эштәрҙән ары торорға кәрәк. Мәҫәлән, телевизорҙан мәғәнәһеҙ шоуҙар, фильмдар һәм спорт матчтары ҡарап ултырыуҙан, дингә ҡағылышы булмаған мәғәнәһеҙ кисәләрҙә ҡатнашыуҙан, теләһә кемдәр менән урам ҡыҙырып йөрөүҙән йәки бер ни эшләмәй көнө буйы йоҡлап ятыуҙан тыйылығыҙ. Бер кемгә лә үҙегеҙҙе ҡоторторға, көйҙөрөргә мөмкинлек бирмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ураҙа тотоусыларға, кемдер һөжүм итһә йә мыҫҡыллап маташһа, “Мин – ураҙала!” тип әйтергә ҡушҡан. Бының менән үҙеңде лә, дошманыңды ла ураҙа тураһында иҫкәртәһең. Ғөмүмән, үҙеңде тыныс тота белеү – һәр кеше өсөн бик мөһим, күркәм сифат.

Сәхәрҙә һәм ифтарҙа артығын ашауҙан һаҡланығыҙ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ : “Әҙәм балаһы тултырған иң яман һауыт – ул үҙенең ҡарыны”, – тигән (әт-Тирмизи йыйынтығынан). Аҡыллы кеше йәшәр өсөн ашай, ә ашар өсөн йәшәмәй. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр Рамаҙан айында бешеренеү буйынса бигерәк уҙҙырып ебәрә. Хужабикәләрҙең, күп ваҡыттарын табынға бағышлағас, Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыуға ла ваҡыттары ҡалмауы ихтимал. Шулай уҡ Рамаҙан айында аҙыҡ-түлеккә бүтән айҙарҙағынан күберәк аҡса сарыф итеүселәр бар.

Белем таратығыҙ, мохтаждарға аҡсалата ярҙам итегеҙ, вазифағыҙҙан йә көсөгөҙҙән килгәнсә файҙа өләшегеҙ, бүтәндәр менән аралашҡанда әҙәпле булығыҙ. Бер хәҙистә: “Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты булды, барыһынан да бигерәк ул Рамаҙан айында йомарт ине...” – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан).

Ураҙа тотоу менән бергә ярлыларҙың тамағын туйҙырыу ҙа – иң лайыҡлы ғәмәлдәрҙең береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: унда тышҡы яҡ эстән күренеп тора, ә эске яҡ – тыштан. Аллаһ ул бүлмәләрҙе һөйләшкәндә йомшаҡ булған, ярлыны ашатҡан, йыш ураҙа тотҡан һәм бүтәндәр йоҡлаған саҡта намаҙ уҡыған кешеләр өсөн әҙерләгән”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ .

Рамаҙан айының төндәрендә уҡыла торған өҫтәмә намаҙыбыҙ “тәрәүих” тип атала. Шул уҡ тәһәжжүт намаҙы ул, тик Рамаҙан айыныҡы. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “ял итеү”, “ултырыу” тигәнде аңлата. Элек сәхәбәләр был намаҙҙы бик оҙон итеп уҡыған, шуға ла уның һәр ике йәки дүрт рәкәғәтенән һуң ултырып ял итеп алыр булғандар.

Бер хәҙистә шулай тиелгән: “Аллаһ рәсүле кешеләрҙе Рамаҙан айында төнгө нәфел намаҙҙарын (йәғни тәрәүих намаҙҙарын) уҡырға өгөтләр ине, ләкин быны ҡәтғи рәүештә бойорманы, ә бары тик: “Аллаһтың әжеренә ышаныс һәм өмөт менән Рамаҙан айы төндәрен намаҙҙарҙа үткәргән кешенең әүәлге гонаһтары ярлыҡаныр”, – тип әйтер ине” (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Изге хәлифәләрҙән Ғүмәр ибн әл-Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын), Рамаҙан айы еткәс: “Дөрөҫлөктә, Аллаһ һеҙгә был айҙа ураҙаны фарыз итте, ләкин төнгө намаҙҙар ҡылыуҙы фарыз итмәне. Әммә был төнгө намаҙҙар Аллаһ хәбәр иткән иң яҡшы нәфел ғәмәлдәрҙән. Уны уҡырға теләмәгән кеше йоҡлаһын әйҙә”, – тип әйтер булған.

Күреүебеҙсә, тәрәүих намаҙы фарыз түгел, уны кешеләр Аллаһтың күберәк ризалығын алырға теләгәнгә генә уҡый. Тик бөгөн ҡайһы берәүҙәр, фарыз ғәмәлдәрҙе ҡалдырып, улар урынына диндәге ирекле ғибәҙәттәргә өҫтөнлөк биреп, ныҡ хаталана. Мәҫәлән, Рамаҙан айында ҡайһы бер мәсеттәр тәрәүих намаҙына йыйылған халыҡ менән туп-тулы була. Хатта йома намаҙына ул хәтлем кеше йөрөмәй! Ошо тәрәүихкә йөрөгәндәрҙең күбеһе көнөнә биш мәртәбә фарыз намаҙҙы ла уҡымай икәне билдәле. Тәү сиратта Аллаһ тарафынан фарыз ҡылған ғибәҙәттәрҙе үтәргә кәрәк, йәмәғәт.

Бер ваҡыт Аллаһ рәсүленә сәстәре туҙған бер кеше килә лә Ислам хаҡында һораша. “Һин көнөнә биш тапҡыр фарыз намаҙ уҡырға тейешһең”, – тип әйтә уға Пәйғәмбәр . Теге кеше: “Ә бынан артығын уҡырға тейешменме?” – тип һорай ҙа: “Юҡ, әгәр үҙең өҫтәргә теләмәһәң”, – тигән яуап ала. Артабан Аллаһ рәсүле : “Һин Рамаҙан айында ураҙа тоторға тейешһең”, – ти. Теге кеше: “Ә бынан артығын тоторға тейешменме?” – тип һорай. “Юҡ, әгәр үҙең өҫтәргә теләмәһәң”, – тип әйтә Пәйғәмбәр . Артабан Аллаһ рәсүле зәкәт түләү кәрәклеге хаҡында әйтә. Теге кеше: “Ә шунан артығын түләргә тейешменме?” – тип һорай. “Юҡ, әгәр үҙең өҫтәргә теләмәһәң”, – тип аңлата Пәйғәмбәр . Шунан һуң был кеше: “Аллаһ менән ант итәм, мин быға бер нәмәне лә өҫтәмәйәсәкмен дә, кәметмәйәсәкмен дә”, – тип һөйләнә-һөйләнә сығып китә. Аллаһ рәсүле иһә: “Һүҙендә торһа, ул уңышҡа ирешәсәк”, – тип әйтә.

Ошо сахих хәҙистән күренеүенсә, төп фарыз ғәмәлдәр Ислам диненең нигеҙе булып тора. Шуларҙы еренә еткереп үтәгән кеше үҙе өсөн Йәннәт ҡапҡаларын аса, өҫтәмә ғәмәлдәр ҡылмаһа ла.

Оҙаҡламай килеп етәсәк Рамаҙан айы йәндәребеҙҙе туйындырһын, йөрәктәребеҙҙе терелтһен, ҡайғыларыбыҙҙы алып ташлаһын һәм Раббыбыҙ менән күрешеүгә өмөтөбөҙҙө арттырһын! Үҙенең ураҙалары һәм намаҙҙары менән Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең изге эштәр мизанына ауыр йөк булып ятһын ул. Әмин.

Ишморат хәҙрәт Хәйбуллиндың “Йома хөтбәләре” китабы буйынса.

Фото: islamnews.ru

  • 15 февраль, 2023
  • 0

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ