Сәлиә Мөхәмәтғәлина: “Яулыҡ ябынып, әрәм булдың, тип йәлләйҙәр ине...”

Сәлиә Мөхәмәтғәлина: “Яулыҡ ябынып, әрәм булдың, тип йәлләйҙәр ине...”

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында мосолмандарға тәғәйенләнгән “Йома” тапшырыуын алып барыусы Сәлиә Мөхәмәтғәлинаны танып беләһегеҙҙер. Уның динебеҙ файҙаһына хеҙмәте бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Мөмкин тиклем күберәк кешегә изгелек өләшеү маҡсатында мөслимә ҡәрҙәшебеҙ Интернеттағы ижтимағи селтәрҙәрҙә лә ошо йүнәлештә әүҙем эшләй, Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү дәрестәрен ойошторған.

Берәүҙәр фәһем алыр, күңелен тынғыһыҙлаған ниндәйҙер һорауҙарға яуап ишетер тигән ниәт менән Сәлиә Мөхәмәтғәлинаны әңгәмәгә саҡырҙыҡ та хаҡ дингә илткән юлдары, ҡаршыһына осраған ауырлыҡтар, уларҙы еңеү арҡылы татыған бәхете һәм башҡалар тураһында һөйләүен үтендек.

– Ғәҙәттәгесә, бала сағығыҙҙан, оло тормош юлының тупһаһынан башлайыҡ. Ҡайҙа, ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ, кем булырға хыялландығыҙ? Нәҫелегеҙҙә дин әһелдәре бар инеме?

– Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуғанмын. Нәҫелемдә дин әһелдәре булғандырмы – уныһы миңә мәғлүм түгел. Фамилиямдың атаҡлы Мөхәмәтғәле батырҙан килгәнен беләм былай. Яҡын туғандарыбыҙҙан әсәйемдең бер туған ағаһы ғына намаҙға баҫып өлгөргәйне, мәрхүм булып ҡалды.

Беҙ бәләкәй саҡта әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһе бар ине инде ул. Бөгөн, тегендә-бында тәртипһеҙ балаларҙы, йәштәрҙе күрәм дә, ниндәй ҡурҡыныс хәлгә төшөп барабыҙ, тип һығымта яһап ҡуям. Зыялы, хатта ҡайһы бер дини ғаиләләрҙә лә сабыйҙарҙың тәрбиә күрмәй үҫеүе аптырата. Шуға әсәйемә, өлкән туғандарыма ныҡ рәхмәтлемен.

Биш бала буй еткерҙек: апайым, мин һәм өс ҡустым. Байтаҡ ваҡыт Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында йәшәнек, мин алтынсы синыфҡа хәтлем шунда уҡыным. Аҙаҡ ғаилә хәлдәренә бәйле кире Хәлилгә ҡайтҡас, тыуған ауылымда туғыҙынсыны бөттөм дә Сибай гимназия-интернатына юлландым.

Аттестат алғас, аптырашта ҡалдым. Әсәйҙең хәлен күреп торам бит инде: балаларын яңғыҙы ҡарай, мине артабан уҡыта алмаясаҡ. “Яныңда булырмын, аҡса эшләрмен, исмаһам, ярҙамым тейер”, – тинем. Шунан “Яҡтыкүл” шифаханаһына санитар булып урынлаштым. Бер йыл эшләнем унда. Икенсе йылына юғары уҡыу йортона инергә ине иҫәп. Кемдер, бәлки, иҫләйҙер: һигеҙенсе синыфта саҡта “Етегән” тигән төркөмдә йырлай торғайным. Шулай “әртис булам” тип йөрөгән ерҙән, етдиерәк һөнәр кәрәклеген аңлап, бер әхирәтем менән БДУ-ның социология факультетына ғариза тапшырҙыҡ. Унда һынауҙы үткән булғанмын, әммә документтарҙың төп нөсхәһен килтереп өлгөрмәүем сәбәпле алманылар. Һөҙөмтәлә мәктәпте тамамлағандың икенсе йылына ла бер ҡайҙа ла уҡырға инмәнем. Район үҙәге Асҡарҙа тәүге кәрәҙле элемтә салондары асылғайны, тик ятмайым әле, тип, шунда консультант булып барҙым.

2006 йылда шәхси тормошомда сетерекле хәлдәр булды ла Өфөгә сыҡтым да киттем. Килгәс, баш ҡалала бер әхирәтем менән ары һуғылдыҡ, бире һуғылдыҡ, нимәләр генә күрмәнек. 2005 йылда, үҙебеҙҙең райондағы “Һылыуҡай”ҙа еңгәс, Өфөгә республика конкурсына килеп, өсөнсө урын алған инем, шуға бында таныш-тоноштарым булды, уларға таянырға тырыштым. Асҡарҙа алған тәжрибәм ярап ҡалып, кеҫә телефондары һатыу селтәренә эшкә төшөлдө.

Бер мәл таныштарҙан: “Телевидениелағы “Сәләм”гә хеҙмәткәрҙәр кәрәк”, – тигән хәбәр ишеттем. “Башҡортса матур һөйләшәһең бит, инеп ҡара”, – тиҙәр. Ышанмай ғына барғайным, администратор вазифаһына ҡабул ителдем. Бер нисә тапшырыуҙа ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөгәс, телевидениеның ул саҡтағы етәксеһе Рәмис Дәүләтбаев күреп ҡалған да: “Бынау ҡыҙҙы ултыртып ҡарайыҡ әле эфирға”, – тигән. Камераға төшөрөп, тикшерҙеләр ҙә ҡарарҙары оҙаҡ көттөрмәне: “Иртәгәнән тура эфирға сыға башлайһың!” Шулай итеп, юғары белемем дә булмаған, уҡып та йөрөмәгән килеш телевидениеның алып барыусыһына әйләнеп киттем. Бер аҙҙан, 2007 йылда, кадрҙар бүлегенең тәҡдиме буйынса БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ситтән тороп белем ала башланым... Диндәге тормошома ҡәҙәр булғандар ошолар инде.

– Исламға ҡайтыуығыҙ хаҡында ла шулай уҡ ентекле итеп һөйләрһегеҙме?

– Эйе, бер ниндәй сер юҡ. 2008 йылдың аҙағында, Рамаҙан айы ине, коллективтың иртәнге йыйылышы барышында “Сәләм”дең етәксеһе Дилара апай Зарипова: “Ураҙа тураһында сюжеттарыбыҙ юҡ”, – тип белдерҙе. Берәү ҙә алмай икән әлеге теманы. Шунан нисәлер көн алда ғына бер әхирәтем менән Туҡай урамындағы мәсет янында саф һауа һулап йөрөнөк тә, әйҙә, анау магазинды ҡарап сығайыҡ, тип, мосолмандар өсөн тауарҙар һатылған “Йәсмин”гә ингәйнек. Замира исемле һатыусы ҡыҙ: “Эй ҡәрҙәштәрем, ниңә улай ҡыҫҡа итәк менән йөрөйһөгөҙ? Үҙегеҙгә генә зыян ҡылаһығыҙ бит”, – тип шелтәләп алғас, ныҡ оялып сыҡтым да һаман тәьҫирләнеп йөрөй инем. “Әйҙәгеҙ, был теманы мин алайым”, – тинем етәксебеҙгә.

Сюжет төшөрөү өсөн яҡындағы “Ғуфран” мәсетенә барҙыҡ. Ингәс, Усман хәҙрәткә ниндәй һорау бирергә лә белмәйем. Шунан ул мәсьәләне үҙе хәл итте, нимәләрҙең хәләл һәм харам икәнен аңлатайым һуң, тине. Мин, был төшөнсәләр иткә генә ҡағыла тип уйлап йөрөгән кеше, бик ҡыҙыҡһынып тыңланым. Аҙаҡ Усман хәҙрәттең кәңәше буйынса Һупайлы биҫтәһенә Илшат Ғәлиндың хәләл тауарҙар һатылған кибетенә юл тоттоҡ. Үҙем эстән шул хәтлем ҙур оялыу кисерәм. Ысынлап та, бығаса дин тураһында бер нәмә лә белмәгәнмен тиерлек. Яңы донъяға күҙем асыла башланы. Кибет хужаһының ҡатыны Резеда апайҙан: “Ә Ҡөрьәндең башҡортсаһы буламы ул?” – тип һорайым. “Әлбиттә, була”, – тине лә Илшат Хафизовтың “Ҡөрьән-Кәрим тәфсире” китабын тотторҙо ул миңә. Рамаҙан айына бүләк, ти, йылмайып. Мин иһә ул китапты ҡулым менән тоторға ла оялам, сумкама үҙегеҙ һалығыҙ, тим. Шунан Резеда апай, дин менән ҡыҙыҡһыныуыма ҡыуанып, Айҙар ағай Хәбибуллиндың нәшриәтендә сыҡҡан “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” китабын да бүләккә бирҙе.

Ҡайттым да башкөллө сумдым дин хаҡында китаптар уҡыуға. Бер нәмә лә аңламайым үҙем. Ни өсөн “Һыйыр”, “Ҡырмыҫҡа”, “Үрмәксе” тигән сүрәләр ҙә бар икән изге китапта, тип аптырайым. Әкренләп өйҙә намаҙҙы өйрәнә башланым. Аяттарҙы ятлауы ҡыйын ине, әлбиттә. Шулай ҙа, тырыша торғас, ошо Рамаҙан айында тәүгә намаҙға баҫтым.

– Эш урынында был яңылыҡты нисек ҡабул иттеләр?

– Беҙҙең эштә дресс-код бит инде. Беләктәремде, муйынымды ҡаплап, оҙон итәк кейергә керешкәс, һиҙенделәр, аптыранылар. Шунан яйлап ҡына “ҡәҙимгесә” кейенергә кәңәш бирә башлағайнылар, тоттом да әлеге “Йәсмин” магазинына барып, баштан-аяҡ мосолманса кейем һатып алдым. Матур ғына костюм, төҫөнә тура килеп кенә торған яулыҡ. Күп ҡыҙҙар, Марокко тураһында телесериал ҡарап, шундағы ҡатындар һымаҡ кейенергә хыялланған саҡ бит инде.

Бер үҙем яулыҡта йөрөйөм. Аптырайҙар, саҡырталар, һөйләшәләр... Ғилемем булмағас, һорауҙарға нисек итеп яуап бирергә белмәйем, “шулай кәрәк”, тим дә ҡуям. Хәҙер төрлө дәлилдәр килтерә алыр инем, әммә, моғайын, ул саҡта һүҙҙең ҡыҫҡалығы яҡшыраҡ булғандыр.

Нисек кейенеүемде оҡшатмағастар, бер нисә мәртәбә эштән китеү тураһында ғариза яҙҙым. Тик ул ҡағыҙҙарҙы генераль директор йырта ла ырғыта икән. “Яулығыңды сис тә эшлә!” – тинеләр. Шунан тағы берҙе яҙҙым да, ҡул ҡуйғандарын да көтмәй, сығып киттем. Артабан әсәйем менән икебеҙҙең арала низағ ҡупты. “Өлгөрөр инең әле, – тине ул. – Йәп-йәш көйө абыстай булып ни...” Аңлайым хәҙер мин уны: Өфө һынлы Өфөгә килеп, телеүҙәктә эшләп йөрөгән ҡыҙың шулай, тиҫкәреләнеп, өмөттәреңде өҙһөн әле. Ныҡ ауыр булды.

Бер ай буйы Өфө буйлап эш эҙләнем – тапманым. Көндәрҙән бер көндө телевидениенан етәксенең урынбаҫары шылтыратып, кире ҡайтырға саҡырҙы. Башта оҙаҡ ҡына һөйләште ул минең менән, һүҙемде еңә алмағас, дин юлына баҫҡан оло ағайҙар менән әңгәмәләштереп ҡараны. “Яулыҡ ябынып, әрәм генә булдың”, – тинеләр инде шунан. Ахырҙа күнделәр.

Бер заман “Сәләм” тапшырыуы ярты сәғәт – урыҫса, ярты сәғәт башҡортса булып алды. Йөҙгә грим һалынғансы тәһәрәтләнеп ҡуйғас, тапшырыуҙар араһында тиҙ генә дүртенсе ҡатҡа күтәреләм дә, иҙәнгә “Башҡортостан” гәзитен йәйеп һалып, намаҙға баҫам. Бер бүлмә аша – дини тапшырыуҙар алып барған Морат Лоҡмановтың кабинеты. Намаҙҙан һуң: “Йә Аллаһ, мине шул тарафҡа күсер”, – тип доға ҡыла инем. Хәйер, Морат ағай менән ул мәлдә бөтөнләй аралашманыҡ, ҡаршыға осрағанда ул етдилек менән: “Әссәләмү ғәләйкүм!” – ти ҙә башын эйеп кенә үтеп китә торғайны.

Шунан бер мәл төш күрәм: Морат ағай, кабинетының ишеген асҡан да, мине ҡул болғап саҡыра. Күп тә үтмәне, 2008 йылдың аҙағындараҡ ысынлап “Йома”ла эшләй башланым. Үҙ урыныма ҡайттым һымаҡ, ниһайәт! Яҡын ғына булғас, “Ғуфран” мәсетенә йөрөнөм, йомаларҙы ҡалдырманым, сөнки нәсихәттәр алыуға мохтаж инем. Хәтбәләр тыңлау үҙе бер мәҙрәсәләй булды. Бынан тыш, үҙебеҙҙең илдәге имамдарҙың төрлө китаптарын уҡыным, сөнки уларҙың кәңәштәре менталитетыбыҙға нығыраҡ тура килә.

– Дини тапшырыу әҙерләүе күпкә ауырыраҡтыр, шулаймы?

– Башта, эйе, ҡыйын булды. Ярай әле янымда Морат ағай Лоҡманов бар, ул ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә ябай, матур итеп, төбөнә төшөп аңлата белә. Ныҡ тырышырға, дублдәрҙе күп эшләргә тура килде, сөнки дини тапшырыуҙа яһалмалыҡ, илке-һалҡылыҡ бөтөнләй килешмәй. Йөрәктән үткән генә йөрәккә етә, тиҙәр бит. Шулай уҡ был эштә тормош тәжрибәһе туплау, әйткән һүҙең тере булһын өсөн ғилем алыуҙан туҡтамау шарт.

Морат ағай әйтмешләй, беҙҙең тапшырыу халыҡҡа эсәр һыу кеүек кәрәк. Бурысыбыҙ – кешеләрҙә Аллаһҡа, Уның диненә һөйөү уятыу, Исламдың сафлығын, ауыр һәм ҡатмарлы түгел икәнлеген күрһәтеү. Кеше беҙҙе ҡарап, тыңлап, уйлана башлай, күңелендә нимәлер земберҙәп китә икән, тимәк, эшебеҙ бушҡа булмаған.

Әлбиттә, тапшырыуға геройҙар табыуы анһат түгел. Ни өсөн тигәндә, күп кеше күңелендәген камераға һөйләй алмай, йомола ла ҡуя. Шулай уҡ башҡортса иркен һөйләшкән дин әһелдәре һирәк. Исламға бәйле мәсьәләләрҙе тормоштан миҫалдар менән, ябай итеп аңлата белгәндәре тағы ла аҙыраҡтыр.

Еңел яғы ла бар эшемдең. Мәҫәлән, ауылдарға барғанда шундай күркәм холоҡло, көслө иманлы кешеләрҙе күреп ҡайтам. Беҙ бында дин ҡушҡанса йәшәргә, мосолман ғаиләләре ҡорорға, өлгө күрһәтергә тырышҡан булабыҙ, ә үҙебеҙ булдыра алмайбыҙ. Ябай ғына ауылдарҙа иһә туған-тыумасаһы, күрше-күләне менән шундай татыу йәшәгән, ирен ҡәҙерләгән, балаларын матур тәрбиәләгән, бик яҡшы кәңәштәр бирә белгән һоҡланғыс апайҙар бар. Уларға был һәләт быуындан-быуынға тапшырылып килеп еткән, әсә һөтө менән һеңгән.

Илһамланып, дәртләнеп эшләйбеҙ. “Йома”ны халыҡ яратып ҡабул итә, әлхәмдүлилләһ. Йыш ҡына беҙгә шылтыраталар, яҙалар. Урамда ла танып, туҡтатып, һорау биреп йә рәхмәт әйтеп китәләр.

Эшемдең йәшәү рәүешем менән бәйле булыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Эфирға әҙерләнгән һайын, төрлө һорауҙарға яуап табыу өсөн китаптар аҡтарып, шулай уҡ тапшырыу геройҙары менән осрашҡанда фәһемле фекерҙәр ишетеп, зиһенемде байытам. “Йома”ның һәр сығарылышы – минең өсөн дәрес.

– Ижтимағи селтәрҙәр аша дәрестәр алып бараһығыҙ икән. Унда нимәләр өйрәтелә?

– Аҙнаһына берҙе эфирға сыҡҡан егерме дүрт минутлыҡ тапшырыуҙа бөтә нәмәне лә һөйләп, күрһәтеп өлгөрөп булмай. Ижтимағи селтәрҙәр аша Ҡөрьән уҡыу дәрестәрен башлауыма шул сәбәп. БДУ-ла иҫке төркисә уҡыу-яҙыуға өйрәнгәйнем. Яҡшы беләм, тип әйтә алмаһам да, тәжүидте лә үҙләштергәнмен. Быйыл яҙ, йоғошло сирҙән һаҡланып өйҙә ултырырға мәжбүр булғас, WhatsApp ҡушымтаһында әхирәттәрем өсөн төркөм асып, һабаҡ бирә башланым. Уҡыусыларымдыҡынан бигерәк үҙемдең һорауҙарым күбәйеп китте, шунлыҡтан, ҡатыны Зөлфиә апайға шылтыратып, Ишморат ағай Хәйбуллинға һорауҙар яуҙырҙым ғына. Ул ғәрәп теле үҙенсәлектәрен генә түгел, диндәге бик күп ҡатмарлы темаларҙы аңлатты. Шулай беренсе “сығарылыш” үтте. WhatsApp уңайһыҙыраҡ, шуға “Ҡөрьән уҡырға өйрәнәбеҙ” дәрестәрен ике ай элек Telegram ҡушымтаһына күсерергә ҡарар иттем. WhatsApp хәҙер ҡатындарҙың дин буйынса һорауҙарына яуап биреү өсөн файҙаланыла, унда өс төркөмөм бар. Ныҡ һорағастар, тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу, яулыҡ бәйләү, үҙеңде тотоу буйынса йәнә Instagram аша мәғлүмәттәр бирәм.

Әйткәндәй, Башҡортостандан ғына түгел, Силәбенән, Мәскәүҙән, Сорғоттан, хатта Үзбәкстандан да ҡушылалар төркөмдәргә. Араларында 50-60 йәшлектәр ҙә, йәштәр ҙә күп. Һорауҙары артҡандан-арта бара. Ҡатын-ҡыҙ бит тота килеп берәй хәҙрәткә сетерекле һорау менән мөрәжәғәт итә алмай, ояла, шуға мин уларға яуап эҙләргә ярҙамлашам. Төркөмдәр алып барыуым үҙем өсөн бер мәктәпкә әйләнде инде. Гүзәл зат вәкилдәре йыш ҡына, хат яҙып, шылтыратып, кисергән ауырлыҡтары хаҡында күҙ йәштәре аша һөйләй. Сараһыҙҙан психолог та булып кителә.

– Әхирәттәрегеҙ, туғандарығыҙ араһында һеҙҙән күреп дингә килеүселәр күп булдымы?

– Минән күрепме, уныһын әйтә алмайым, әммә эргә-тирәмдәге байтаҡ кеше хаҡ юлға ҡайтты. Уларҙы яулыҡ ябынырға, намаҙ уҡырға өйрәткәндә сикһеҙ һөйөнәм. Хәҙисте иҫтә тотоп, әгәр минең арҡылы бер генә кеше Исламға ҡайтһа ла, был ошо донъялағы бер ниғмәткә лә алыштырырлыҡ түгел, тим. Эфирҙа саҡта камераға ҡарағанда ла ҙур аудиторияны түгел, ә бер генә кешене күҙ уңында тотам. Исмаһам, шул берәүҙең күңеленә барып етһен һүҙҙәрем.

– Ҡатын-ҡыҙға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

– Тыйнаҡлыҡ, мөләйемлек, тырышлыҡ, белемгә ынтылыусанлыҡ... Биҙәнгән ҡыҙға ҡарағанда оялғаны матурыраҡ, тиҙәр, әммә бөгөнгө шарттарҙа ҡыйыулыҡ та кәрәктер. Юҡһа нисек дәғүәт ҡылаһың, күңеле менән аҙашып йөрөгәндәрҙе нисек хаҡ юлға саҡыраһың?

Һис шикһеҙ, даими рәүештә ғилем эҫтәү мөһим. Өс көн белем алмаһаң, тәнең тере булһа ла, йәнең үле була, тигәйне бер мөғәллим. Эйе, шунда уҡ тормош йөгө баҫа башлай. Мәҙрәсәгә уҡырға инеү мотлаҡ, тимәйем, белем алырға мөмкинлектәр күп бөгөн.

Яҡшы ҡыҙ, яҡшы ҡатын, яҡшы әсә булырға тырышырға тейеш һәр ҡайһыбыҙ. Бөтә вазифалар ҙа оҫталыҡ талап итә. Аллаһ Тәғәлә бер кешене лә һәләтһеҙ итмәгән инде ул. Нимәгәлер маһирһың һәм ул эшең Исламға ҡаршы килмәй, киреһенсә, диндең гүзәллегенә күҙҙәрҙе аса икән, шул яҡтан үҫешергә, ошо юлда хеҙмәт итергә кәрәк. Белгән ғилемеңде, тәжрибәңде башҡалар менән уртаҡлашыу ҙа мөһим. Китаптар артмаҡлаған ишәк кеүек булмаҫ өсөн.

– Бөгөнгө Башҡортостанда диндең үҫешен күрәһегеҙме?

– Эйе, был күп нәмәлә сағыла. Мәҫәлән, яңы мәсеттәр төҙөлә, намаҙ уҡыусылар ишәйә. Бер яҡлылыҡ кәмене: мосолмандар спорт менән шөғөлләнә, төрлө тармаҡта бизнес алып бара. Күп кенә уңышлы кешеләрҙең, ғаиләләрҙең намаҙҙа икәнен белеп, ихлас ҡыуанам. Йәштәр Рамаҙан айында  дәррәү ураҙа тота. Ауылдарҙа эскеһеҙ туйҙар һәм башҡа мәжлестәр үтә.

Яулыҡ ябыныусылар ҙа арта. Тик, элек хижәпле ҡыҙҙарға сәләм бирһәң, йылмайып яуаплайҙар ине, хәҙер иһә сәләм алмаусылар ҙа бар. Бер һөйөнһәң, бер эсең боша. Тимәк, матурлыҡ өсөн генә кейәләр хижәпте. Дин тип һөрәнләп йөрөгән, әммә өйөндә бөтә нәмә ҡыйралып ятҡан ирҙәр ҙә барлығын беләм. Мосолман ғаиләләренең тарҡалыуы осраҡтары күбәйә – айырыуса ҡыйын хәл. Ғаилә институты емерелеп бара беҙҙә, ғөмүмән. Ныҡлы ғаиләләрҙең ишәйеүенә өлгәшмәйенсә динде, милләтте нисек алға ебәрәйек? Тәрбиәле, тәүфиҡлы балалар ҡайҙа тәрбиәләнә һуң?

– Әйткәндәй, күптән түгел кейәүгә сыҡҡанһығыҙ икән.

– Быйыл октябрь аҙағында Өфөнөң Дим биҫтәһендәге “Көмөш шишмә” мәхәлләһенә тапшырыу эшләргә барып, буласаҡ ирем менән таныштым шул. Дәрестәр үткәреп, мәсет төҙөтөү мәшәҡәттәре менән ҡаңғырып йөрөгән Әхмәт хәҙрәттең хәләл ефетемә әйләнерен ул саҡта уйламай ҙа инем. Әлхәмдүлилләһ, бер айҙан никах уҡыттыҡ. Икебеҙҙең дә икешәр балабыҙ бар. Ғилемле, абруйлы, минең менән бер юлды ҡыуған, яҡшы күңелле кеше булһын ине ирем, тип гел доға ҡыла торғайным һуңғы осорҙа. Һәм Аллаһ Тәғәлә ошо теләктәремде ҡабул итте.

Тәүге иремдән айырылғас, ҡайһы берәүҙәр шылтыратып, кәләшлеккә һорап йөҙәткәйне. Икенсе ҡатынлыҡ тәҡдим итеүселәр булды. Ул мәсьәләгә килеп төртөлгәс, төрлө яҡтарын өйрәнеп, уйланып алдым да, икенсе ҡатын булып, башҡаларға өлгө күрһәтәйемме, йәмғиәттә ошо теманы күтәреп сығайыммы әллә, тип йөрьәтләнеп киткәйнем. Аңлауымса, әлегә беҙҙә был аҙымға беренсе ҡатындар ризалыҡ бирә һалып бармай. Ирҙәрҙең дә ҡыйыулығы, ныҡышмаллығы самалы.

– Милләттәштәргә ниндәй кәңәштәр, нәсихәттәр бирер инегеҙ?

– Динебеҙҙе ҡатмарлы, ауыр итеп күреүҙән туҡтарға ваҡыт. Уны хөрәфәттәрҙән айырырға ла өйрәнәйек, юғиһә мосолман ауылдарында әллә ниндәй ырым-юрауҙар ишетеп, сәстәр үрә тора яҙа. Шулай уҡ: “Ирем эсә, уға ниндәй доға ишеттерергә икән?” – тип һорайҙар, Исламға әпсен-төпсөн һымаҡ ҡарайҙар ҙа ҡуялар. Дин – ул йәшәү рәүеше, ә кәрәге тейеүе ихтимал булған аят һәм доға рецепттары йыйынтығы түгел.

Хәйриә эше менән булышҡандарға бәрәкәт юлдары асылыуын онотмаһын, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылһын ине кешеләр. “Саҙаҡа биреүсенең малы кәмемәй” тигән хәҙисте күптәрҙең ишеткәне барҙыр, моғайын. Балаларын ишәйтергә лә ҡурҡмаһындар, тәүәккәлләһендәр, сөнки ризыҡты Аллаһ бирә. “Ғүмереңдең оҙон, ризығыңдың киң булыуын теләһәң, туған-тыумасаң менән бәйләнеште өҙмә”, тип тә өйрәтә динебеҙ. Ғөмүмән, аяттарҙы, хәҙистәрҙе уҡыйыҡ, иҫтә тотайыҡ. Белеүҙән бигерәк тормошта ҡулланыуыбыҙ мөһим. Динебеҙ ҡушҡанса ғәмәлдәр ҡыла башлаһаң, йәшәү шунда уҡ еңеләйә бит ул. “Яҡшы нәмә генә һөйлә йәки өндәшмә” тигән хәҙискә генә таянһаң да.

Хәйерле эштәрҙең дауамлы булыуы өсөн тырышыу кәрәк. Әҙләп-әҙләп кенә үтәй алғандарҙан башлап камиллашыу яғына һәр беребеҙ ынтылһа, яҡшы менән яманды, хәләл менән харамды айырырға өйрәнһәк, ин шәә Аллаһ, ғаиләләрҙә, өммәтебеҙҙә бәрәкәт булыр.

 

  • 25 декабрь, 2020
  • 0

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ