Рәнис Әхмәҙиев: “Китап яратыу – рухи үҫеш билдәһе”

Рәнис Әхмәҙиев: “Китап яратыу – рухи үҫеш билдәһе”

Матбуғат баҫмаларының һәм ҡағыҙ китаптарҙың “ғүмер”е ахырына яҡынлашты, тиҙәр. Был һығымта һис тә нигеҙһеҙ түгел: йылдан-йыл гәзит-журналдарҙың тиражы төшә, китап кибеттәренә йөрөүселәр һирәгәйә, нәшриәттәр ябыла... Үҙебеҙгә генә иғтибар итәйек әле. Һуңғы осорҙа нисә әҫәр менән таныштыҡ? Ҡулыбыҙға китап алмай ни хәтлем ваҡыт үткәргәнебеҙ бар? Балаларыбыҙ әҙәбиәткә ылығамы, уҡырға яратамы?

Мосолмандар өсөн китаптар нәшер итеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән “Читай-Умма” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәнис Марат улы Әхмәҙиевтың фекеренсә, халыҡтың күпселеге һаман да ҡағыҙҙа баҫылып сыҡҡан һүҙгә нығыраҡ ышана, тимәк, был өлкәнең киләсәге бар.

– Рәнис ҡәрҙәш, бер нисә йыл элек кенә асылыуына ҡарамаҫтан, һеҙҙең ойошма ярайһы уҡ киң танылып өлгөрҙө. Был эште нисек, ниндәй маҡсат менән башлауығыҙ хаҡында һөйләп үтһәң ине.

– Барыһы ла һис уйламағанда булды. Ул саҡта Өфөләге мосолмандар йәмәғәте ҡарамағындағы хәйриә ойошмаһында ҡаҙна эштәре менән шөғөлләнә инем. Йыш ҡына бик мөһим йүнәлештәргә лә аҡса етмәне: йә мохтаждарға ярҙам өсөн саҙаҡа һүлпән йыйыла, йә мәсеттәрҙә дәрес биреүселәргә тейешенсә түләй алмайбыҙ, йә “Ваҡыт” гәзитен баҫтырыуға сығымдар күбәйеп китә... Шулай ҙа бер айҙа ниндәйҙер хикмәт менән ҡаҙнала 50 мең һум артып ҡалды. Ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшкәс, уны өҫтәмә файҙа килтерһен тигән маҡсатта берәй эшкә йүнәлтергә булдыҡ. Шунан Рәсәйҙә ҙур ихтыяж тыуҙырған дини китаптарҙы күмәртәләп алып, берәмләп һатып ҡарарға теләк тыуҙы, сөнки Өфөлә ул осорҙа “Сәләм”дән башҡа бер магазин да Ислам тураһында баҫмалар менән етди шөғөлләнмәй ине тиерлек. Һынау өсөн Ризаитдин Фәхретдиндең, йәнә бер нисә ғалимдың китаптарын ҙур күләмдә алдыртып, таныштарға тәҡдим иткәйнек, тиҙ үк таралып бөттө.

Артабан, Интернет аша дини баҫмалар һатыу менән булышҡым килә, тип, бер мөслимә ярҙамлаша башланы, эш алға китте. Яйлап ҡына китаптар йүнәлешенә иғтибарҙы арттырҙыҡ. “Читай-Умма” йәмғиәтенә шулай нигеҙ һалынды.

Өфөлә мосолман тауарҙары менән сауҙа итеүсе төрлө магазиндарҙы ҡарап, китаптарҙы ҡайҙан алыуҙарын һорашып сыҡтым. Бөтәһе лә Ҡазандан, Мәскәүҙән һәм башҡа урындарҙан килтертә икән. Шунан Рәсәйҙәге ҙур нәшриәттәргә шылтыратып, дилерҙар өсөн шарттарҙы белештем. Иң түбән хаҡҡа бирһендәр өсөн һәр баҫманы 100, 200, хатта 300 дана итеп алырға кәрәклеге асыҡланғас, таныштарҙан, туғандарҙан, мосолман ҡәрҙәштәрҙән бурысҡа байтаҡ аҡса һорап торорға тура килде. Әлхәмдүлилләһ, ышаныс белдерҙеләр. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың дини тауарҙар һатыусы эшҡыуарҙарына, мәҙрәсә һәм мәсеттәргә китаптарҙы Өфөнән арзан хаҡҡа алыу мөмкинлеге тыуҙы.

Башта келәт һәм күмәртә магазины ойоштороу ғына күҙалланһа ла, киләһе йылына берәмләп һатыу кибетен дә асып ебәрҙек. “Мә шә Аллаһ! Кәштәләрегеҙҙә ниндәй генә китап юҡ!” – тип ҡыуанды мосолман ҡәрҙәштәребеҙ. Уларҙың теләктәрен, талаптарын ишетеп, ысынлап та халыҡҡа ифрат кәрәкле эшкә тотонғаныбыҙҙы, иңебеҙгә оло яуаплылыҡ алғаныбыҙҙы аңланыҡ. Берәмләп һатыу кибете беҙгә кемдең ниндәй баҫмаға мохтаж булыуын яҡшыраҡ белергә ярҙам итте. Әйтәйек, өлкәндәр күберәк доға китаптары эҙләй, йәштәр – дин нигеҙҙәре буйынса ғилемде, ғаилә мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәләү, Ислам психологияһы буйынса хеҙмәттәрҙе. Балалар өсөн эшләнгән сағыу биҙәлешле китапсыҡтарға ла ихтыяж ҙур.

– “Рамаҙан” мәсетенә яҡын булыуығыҙ уңайлылыр, әлбиттә...

– Эйе, шулай. Әммә кибетебеҙгә Ислам буйынса йәшәмәгәндәр ҙә йыш инеп сыға. Дин әһеле булған туғандарына, таныштарына бүләк итеү өсөн сувенир, һирәк осраусы китаптар эҙләгәндә Интернеттан “Читай-Умма”ның адресын табалар ҙа киләләр. Уларҙың береһен дә буш ҡул менән оҙатмаҫҡа тырышабыҙ. Ҡайһылары, форсатты файҙаланып, Ислам тураһында һорауҙарын биреп ҡалырға ашыға, һуңынан телефон аша ла ҡыҙыҡһыналар. Шул рәүешле улар өсөн Ислам донъяһы менән бәйләнеш барлыҡҡа килә. Беҙ һатҡан йәки бүләк иткән китаптар аша күптәр Ислам динен ҡабул итә, намаҙ уҡырға өйрәнә, иманын нығыта, белемен арттыра. Был беҙҙе, үҫешкә ихтыяжды күреп, тағы ла инвестициялар йәлеп итергә, киңәйергә этәрә.

Баҫмаларҙың йоҡаһын да, уртасаһын да, ҡалынын да ҡушып һанаһаҡ, өс йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә Өфөләге кибетебеҙ һәм маркет-плейстар аша яҡынса 200 мең дана китап һатҡанбыҙ. Тимәк, шул хәтлем кешенең Ислам буйынса белеме артыуына, иманы нығыныуына булышлыҡ иткәнбеҙ, тиергә мөмкин. Һәм, динде өйрәнеүҙең йәмғиәттәге именлек, рухи үҫеш өсөн ниндәй файҙа биреүен иҫәпкә алып, “Читай-Умма” кеүек кибеттәр республикабыҙҙың барлыҡ район үҙәктәрендә, ҡалаларында ла кәрәк, тип уйлайым. Шулай уҡ, мәҫәлән, Силәбелә, Ырымбурҙа, Екатеринбургта, Төмәндә, Санкт-Петербургта...

– Маркет-плейстар аша сауҙа итә башлауығыҙға пандемия сәбәп булдымы?

– 2020 йылдың аҙағында индек маркет-плейстарға. Тәүҙә ул хаҡта ниәт тә юҡ ине, әммә бер саҡ Мәскәүҙән таныш мосолмандар: “Әйҙәгеҙ, ярҙам итәбеҙ”, – тип шылтыратҡас, күп уйлап тормай, элек “Ваҡыт” гәзитенең баш мөхәррире булған, хәҙер инде беҙҙең ойошмала эшләгән Рәмил Муллагилдин менән икәүләп илдең баш ҡалаһына остоҡ. Мин бер нисә көн генә булдым да кире Өфөгә боролдом, Рәмил иһә, өс айға Мәскәүҙә ҡалып, ҡәрҙәштәрҙең кәсебендә ҡатнашып, яңы һөнәр өйрәнде. Декабрь аҙағында ул ҡайтыу менән Wildberries сайтында кибет астыҡ, артабан OZON-да ла эшләргә керештек. Шуны билдәләргә кәрәк: “Читай-Умма” Рәсәйҙә маркет-плейстар аша мосолман китаптары һатыусы тәүге ойошма ине буғай. Уңышлы ғына сауҙа итә башланыҡ, пандемия шарттарында кибеттәргә йөрөй алмаған халыҡ был мөмкинлеккә ныҡ ҡыуанды. Бик күп хуплауҙар, ыңғай фекерҙәр ишеттек, һаман да рәхмәттәр килеп тора.

Маркет-плейстарҙа һәр тармаҡ буйынса иң яҡшы һатылған 100 тауар исемлеген ҡарарға була. Дин тураһында әҙәбиәт араһында төп урынды элегерәк насрани, йәһүди һәм башҡа диндекеләр алып торһа, беҙ барлыҡҡа килеү менән 30 – 35 процентты Ислам хаҡында китаптар тәшкил итә. Йәғни был баҙарҙа үҙ урыныбыҙҙы ныҡлы биләнек, әлхәмдүлилләһ. Бөгөн Wildberries менән OZON-да мосолмандар өсөн баҫмаларҙы башҡа ойошмалар ҙа тәҡдим итә, әммә әлегә “Читай-Умма” иң уңышлыһы.

Беҙҙән китаптарҙы Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Әбйәлил, Бәләбәй, Мәләүез, Туймазы яҡтарынан ҡәрҙәштәребеҙ ай һайын күпләп ала, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә даими мөрәжәғәт итәләр, хатта Төркиәнән, Кореянан, Япониянан, Европа илдәренән клиенттарыбыҙ булды. Маркет-плейстарға инеүҙән файҙа, һис шикһеҙ, ҙур.

– Үҫеш йәһәтенән тағы ниндәй ҡаҙаныштарҙы телгә алырға мөмкин?

– Моғайын, тәүҙә коллективтың артыуын әйтергә кәрәктер. Ике кеше башланыҡ, тигәйнем. Тәүге йылда өсәү булып киттек, икенсе йылда – дүртәү, хәҙер инде ун ике кеше эшләйбеҙ. Кемдәрҙер Wildberries, OZON һәм KazanExpress аша сауҙа итә, кемдәрҙер кибеттә хеҙмәтләндерә, кемдер китаптар һаҡланған келәттәге тәртип һәм йөк оҙатыу өсөн яуаплы. Ҡиммәтле бүләктәр бүлеге барлыҡҡа килде. Интернетҡа даими ҡуйып барыу өсөн видео һәм фотолар буйынса эште көсәйттек.

Үҙ нәшриәтебеҙ ҙә барлыҡҡа килде, ул йүнәлеште һуңғы йылдарҙа “Ваҡыт” гәзитенең баш мөхәррире булған Зилфәт Таһиров алып бара. Башлыса башҡортса һәм татарса китаптар сығарабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн милли әҙәбиәткә ихтыяж ҙур түгел, әммә кешеләргә үҙ телендә доға китаптары алып уҡыу, Ислам буйынса ғилемен арттырыу мөмкинлеге тыуһын өсөн был йүнәлешкә аҡса һалыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Финанс яғынан һөҙөмтәлеме-юҡмы икәнен ҡараманыҡ та, сөнки рухи файҙаһы ҙур икәнен беләбеҙ. Был эшкә төрлө район һәм ҡалаларҙан ҡәрҙәштәребеҙ саҙаҡа йыйып тапшырҙы.

Әлбиттә, нәшриәтебеҙҙә башлыса башҡортса китаптар эшләнә, сөнки татарсаны Татарстанда күп баҫалар. Ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе генә, ихтыяжға ҡарап, башҡортсанан тәржемә итеп сығарырға тура килә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ике телдә лә “Дини календарь” тип аталған китаптар даими баҫыла, әммә күбеһе Ислам хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр менән тулы. Шуға былтыр 2022 йылға башҡортса дини календарь эшләнгәйнек, киләһе йылға татарсаһы ла өҫтәлде. “Һинең намаҙың”ды тәржемә итеп баҫтырҙыҡ инде, әле “Мосолмандың ҡәлғәһе” үҙ нәүбәтен көтә, “Тәүхид нуры”н татарса сығарыуҙы ла һорайҙар.

Башҡорт телендәге китаптарҙан “Мосолмандың ҡәлғәһе” иң яҡшы һатылғаны булды шикелле. Шулай уҡ Ризаитдин Фәхретдиндең хеҙмәттәре буйынса әҙерләнгән “Ислам дине – еңел дин” ярайһы уҡ киң таралды. Эште башлаған ғына саҡта мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең ярҙамы арҡылы Салауат Әбүзәрҙең “Кисенбикә юлы”н 2000 дана тираж менән баҫтырғайныҡ, әле ул да бик аҙ ҡалған.

– Белеүебеҙсә, һеҙ нәшер иткән китаптар араһында урыҫ телендәгеләр ҙә бар...

– Маҡсатыбыҙ – Ислам хаҡында китаптарҙы популяр итеү. Урыҫса баҫмаларҙы сығарыуға шул мәсьәлә этәрә: күп кенә дини китаптар ҡатмарлы итеп яҙылған, биҙәлеше лә заманса түгел. Урыҫтарҙа “Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар” тигән әйтем бар бит. Хәҙерге кеше, ғәҙәттә, тышлығы ҡыҙыҡһындырмаһа, китапҡа иғтибар бирмәй. Йәки, бер нисә битен асып, күҙ йүгертә лә, мин әле динде аңлау кимәленә етмәгәнмендер, тип, кире һалып ҡуя. Шуға нисектер яраҡлашмайынса булмай.

Миҫал өсөн Эльдар Хаметовтың “Шесть столпов веры” тигән китабын алайыҡ. Ислам буйынса ҙур белемле уҡытыусының дәрестәре йыйынтығын беҙгә автор менән шәхсән таныш булған мосолман ҡәрҙәштәр тәҡдим итте. Ысынлап та, аҡида буйынса бик яҡшы хеҙмәт, тик, әгәр ябай ғына итеп баҫтырһаң, һатылмай, әрәм буласаҡ. Шуға матур дизайн эшләтеп, заманса китап рәүешендә сығарғайныҡ, әлхәмдүлилләһ, яңылышманыҡ.

Киләсәктә ябай кешегә динде аңлатырлыҡ нәфис әҙәбиәтте күберәк нәшер итергә ниәт бар. Мажаралар, ҡәҙимге тормоштан миҫалдар менән. Шулар аша мосолман донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам артыр ине.

Тағы ла Башҡортостанда китап уҡыуҙы киң таратырға, хатта махсус клубтар булдырырға тейешбеҙҙер. Әлбиттә, был хыялдың ҡасан бойомға ашырын Аллаһ ҡына белә, ләкин сара күреү мотлаҡ. Күптәребеҙ уҡымай бит. Кавказ республикалары менән сағыштырғанда, беҙҙә бөтөнләй ҡулға китап тотмайҙар, тиергә мөмкин. Быны сауҙа барышында яҡшы аңланым: Дағстанда беҙҙең менән бер ваҡытта асылған, шундай уҡ тауарҙар тәҡдим итеүсе ойошма бар, ул, ниндәйҙер яңы дини китап сыҡһа, бер аҙна эсендә 150-200 дананы һатып өлгөрә, ә беҙҙең Башҡортостанда – ни бары 4-5 бөртөк! Һүҙ ҙә юҡ, Дағстанда мосолмандар күберәк, ләкин ул хәтлем түгел дә инде. Йәнә шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙән күмәртәләп китап алыусыларҙың яртыһы – Кавказдан. Тимәк, үҙҙәрендә булғаны етмәй ҡала. Татарстандан да мосолмандар һәм китап уҡыусылар һаны буйынса ныҡ ҡалышабыҙ. Хәлде төҙәтмәйенсә йәмғиәттең рухи үҫеше тураһында һөйләүҙең мәғәнәһе юҡ.

– Бәлки, Татарстанда, Кавказ республикаларында сауҙа эше уңышлыраҡ ойошторолғандыр?

– Ул төбәктәрҙә бер нисә тапҡыр булдым, ҡәрҙәштәребеҙҙең нисек эшләгәндәрен ҡараным, әммә хайран ҡалырлыҡ нәмә күрмәнем. Ғөмүмән, Рәсәйҙәге мосолман ойошмаларына өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Мәҫәлән, хеҙмәтләндереү кимәле түбән, клиенттар менән эшләү, тауарҙарҙы рекламалау, команда туплау яйға һалынмаған. Йыш ҡына бер-беребеҙгә ныҡ ышанабыҙ һәм үҙ-ара бурыстарға еңел ҡараштабыҙ. Ә бит һәр кемгә мөнәсәбәтебеҙ иң яҡшыларҙан булырға тейеш. Беҙҙе, мосолмандарҙы, башҡалар күрә һәм өммәтебеҙ хаҡында дөйөм фекер шунан барлыҡҡа килә. Һәр эште етди итеп, талапсанлыҡ менән башҡарырға, үҫешкә ынтылырға кәрәк. Үҙебеҙгә камиллашырға һәм бүтәндәрҙе лә өйрәтергә.

Беҙҙең ойошмаларҙа етәксенең хеҙмәткәрҙәргә мөнәсәбәте, хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә ҡарашы ғәҙеллек өлгөһөнә әйләнергә тейеш. Кеше вазифаһына ярашлы бурыстарынан ҡасырға түгел, ә уларҙы нисек тә яҡшыраҡ башҡарырға тырышһын. Был хаҡта аяттар, хәҙистәр күп, шуларға таяныу мөһим.

– Ә һеҙҙең “Читай-Умма”ла коллективтағы эшлекле мөхитте яҡшыртыу йүнәлешендә ниндәйҙер саралар күреләме?

– Эйе, хәлдән килгәнсә тырышабыҙ. Баштан уҡ “Һәр хеҙмәткәр уҡырға, үҫешкә ынтылырға, исмаһам, ниндәй китаптар һатҡанын белергә тейеш” тигән талап ҡуйҙыҡ. Арабыҙҙан айына 100 биттән дә әҙерәк китап уҡығандарға 500 һум штраф һалына. Ә инде 200 бит уҡыһа, киреһенсә, 500 һумлыҡ бонус түләнә. 300 бит өсөн – 1000 һум, 500 бит өсөн – 1500 һум. Коллектив эсендә иң күп уҡыған кешегә иһә ай аҙағына 2000 һум премия бирәбеҙ.

Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше лә хуплана. Хеҙмәткәрҙәребеҙ офиста урынлаштырылған турникта шөғөлләнә, бер күтәрелгәндә нисәне, ун минут эсендә күпме ҡалҡыныуына ҡарап, шулай уҡ һәр көн дауамында ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшеүен иҫәпләп, ай һайын улар араһынан еңеүселәрҙе асыҡлайбыҙ. Тәүге өс урын өсөн аҡсалата бүләк бирелә. Шул уҡ мәлдә иң һуңғылары булған өсәү тәм-том һатып ала ла күмәкләп табын ҡорабыҙ. Был үҙенә күрә бер яза инде, әммә коллективты берләштереү маҡсатында ғына.

Тәртип буйынса ла ҡағиҙәләребеҙ бар. Мәҫәлән, кемдер эшкә бер минутҡа һуңлаһа, 100 һум түләтәбеҙ. Ә инде 16 минут өсөн – 500 һум. Штрафтар өсөн айырым ҡумта бар, сәй-шәкәргә һәм бонустар биреүгә аҡсаны шунан алабыҙ. Әлхәмдүлилләһ, коллективта был сараларға ҡарата ризаһыҙлыҡ тыумай.

Беҙҙә өҫтәмә килем алыу һәм вазифа баҫҡысы буйлап үҫеү мөмкинлеге бар. Былтыр, мәҫәлән, берәр көнгә тауар төрөүселәр йәлеп итә башлағайныҡ, Баймаҡтан 19 йәшлек егет килде лә, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, бер аҙҙан кибеткә эшкә күсте, хәҙер инде маркетплейстар аша һатыу итә һәм һәйбәт аҡса таба. Кәләш тә алып ебәрҙе.

Һуңлап булһа ла, иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләргә керештек. Быйыл 2020 йыл йомғаҡтары буйынса бер ҡәрҙәшебеҙ 50 мең һум күләмендә премия алғайны, тиҙҙән 2021 йылдыҡын асыҡлаясаҡбыҙ. Йәшкә, стажға, мохтажлыҡҡа һ.б. шарттарға ҡарап айырыу юҡ, бер үк кеше йыл да еңеүсе була ала.

– Ғөмүмән, дини баҫмалар һатыу иҡтисади яҡтан отошломо? Ситтән ҡарағанда, китап өлкәһендә хәл тик ауырлаша бара һымаҡ.

– Әлхәмдүлилләһ, илебеҙҙә мосолмандар аҙлап булһа ла арта, үҙ сиратында дини китаптарға ихтыяж үҫә. Кеше бит барыбер ғилемде ҡағыҙ баҫмаларҙан алыуға өҫтөнлөк бирә, сайттар, электрон версиялар менән ҡәнәғәтләнә алмай. Күпселек китапҡа нығыраҡ ышана. Тимәк, был тармаҡтың киләсәге бар әле. Тик үҙебеҙҙән ҙур тырышлыҡ та талап ителә.

Алдағы йылдарҙа “Читай-Умма”ның филиалдарын ойоштора башларға хыялланабыҙ. Инвесторҙар өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, уларға, беҙҙең бизнестың үҫешенә аҡса биргән хәлдә, йылына 15-тән 35 процентҡа тиклем килем алырға мөмкин. Әле лә инвесторҙарыбыҙ байтаҡ, ҡайһылары бер нисә йыл инде дивидендын алмай, тауар әйләнешенә өҫтәп һала ла һала. Сөнки матди яҡтан ышаныслы булыуын тоялар, динебеҙ өсөн дә файҙаһы барлығын күрәләр.

Эйе, әгәр мосолман ҡәрҙәштәребеҙ төрлөсә ҡеүәтләп, бурысҡа аҡса биреп йәки инвестор булараҡ ярҙамлашмаһа, әлбиттә, был эште бөгөнгө кимәлгә еткереүе бик ауырға тура килер ине. Китап менән сауҙа итеүҙән алынған килем аҙ. Әммә беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс – халыҡҡа хаҡ динде еткереү, кешеләрҙең ғилемен арттырыу, иманын байытыу эшенә ниндәйҙер өлөш индереүебеҙ. Һәр хеҙмәткәребеҙ быны яҡшы аңлай һәм хәленән килгәнсә тырыша.

– Эшҡыуарлыҡ, бигерәк тә сауҙа тармағы иҫәп-хисап буйынса етди белем һәм тәжрибә талап итә. Ҡайҙа уҡып, ниндәй һөнәр алдың? Сер булмаһа, финанс мәсьәләләрендә кемдер ярҙамлашамы?

– Өфө дәүләт авиация техник университетында бөтөнләй икенсе йүнәлеш буйынса уҡыным, артабан “Гидравлика” заводына урынлашып, туғыҙ ай самаһы эшләп алдым. Унан киткәс, күпмелер ваҡыт бер ҡәрҙәшебеҙгә ялланып паркет, ламинат һатып йөрөнөм, шунан мосолмандар йәмәғәтендә ҡаҙнасы булдым бит инде. Әлеге эштә, моғайын, һуңғы осорҙа туплаған тәжрибәм ярҙамға киләлер. Ни тиһәң дә, аҡсаға бәйле һәр өлкә кешеләр менән мөнәсәбәт урынлаштыра белеүҙе талап итә. Бухгалтерия, документтар тултырыу, психология буйынса курстарға йөрөргә тура килмәне.

Заводта эшләгән саҡта уҡ Аллаһ Тәғәләнән Ислам диненә файҙа килтерерҙәй һәм бәрәкәтле кәсеп биреүен һорай торғайным. Доғаларымды ҡабул ҡылып, Ул яйлап ҡына мине ошо юлға килтерҙе. Хәҙер ниндәйҙер эре сәнәғәт йәки сауҙа ойошмаһында етәксе булһам да, һис шикһеҙ, күңелем ул хәтлем ҡәнәғәтлек кисермәҫ ине.

Беҙҙең йәмәғәттә төрлө тармаҡ буйынса уңышҡа өлгәшкән эшҡыуарҙар байтаҡ, кәрәк булғанда уларға мөрәжәғәт итәм. Маркетинг буйынса биргән дәрестәренән, кәңәштәренән файҙа бик ҙур: әгәр элек айына 300 – 500 дана китап һатҡан булһаҡ, хәҙерге күләм 5-тән 7 меңгәсә барып етә.

Аллаһтың мәрхәмәте менән миңә бизнес өсөн кәрәкле сифаттар, һәләт бирелгән. Әлхәмдүлилләһ, математиканы һәйбәт беләм, иҫәпләргә яратам, хаталарға юл ҡуймайым. Кешеләрҙе изгелеккә саҡырһам да, яҡшы килеп сыға. Һәм, иң мөһиме, һәр аҙымымдың дөрөҫ икәненә, файҙаһыҙ түгеллегенә инанғанмын. Эйе, әгәр кеше үҙенең көсөнә һәм ниәттәренең хаҡлығына ныҡлы ышанһа, уның ғәмәлдәре ихлас башҡарыла, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ була.

Даян Мәзитов әңгәмәләште.

  • 15 август, 2022
  • 1
Мунир Гайнуллин
Башҡортостанда мосолмандар күп, ә дин тотоусылар әҙ. Шуға ла Дағыстан менән сағыштырып булмай.
Яуап бирергә

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ