Хакимиәт башлығы өлгөһө
Тарихи шәхес Кинйә Арыҫланов тарафынан Көйөргәҙе йылғаһы буйында, ике яғынан тауҙар уратып алған ерҙә нигеҙләнгән Кинйә-Абыҙ ауылы матурлығы ғына түгел, көс-ҡөҙрәте менән дә данлы. Бик күп ҡаһарман ир-егеттәр, шул иҫәптән Ғәфиәт Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин кеүек батырҙар үҫтергән төйәк ул.
Ата-бабаларының абруйына бөгөнгө вариҫтары ла тап төшөрмәй. Аҙ ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар быйыл, “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп сығып, хәҙер инде республика кимәлендә танылыу өсөн көрәшә. Элек-электән сәләмәт тормош алып барған, берҙәмлеккә ынтылған төйәк халҡы был ҙур проект бурыстарын бөтөн күңелен биреп, теүәл тормошҡа ашыра, көн дә тиерлек әһәмиәтле, файҙалы, күңелле саралар үткәреп, уларҙа дәррәү ҡатнаша.
Был эштәрҙең башында ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов тора.
– Электән тәртипле, әҙәпле халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа хаҡ юлға, Ислам диненә айырыуса ныҡ ынтыла. Эсеп, аҙып-туҙып, эшһеҙ ҡаңғырып йөрөмәйҙәр беҙҙә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсетебеҙ юҡ. Ауылдаштарыбыҙға бергә йыйылып йолалар үтәү, дини белемен арттырыу, йома, ғәйет намаҙҙары уҙғарыу һәм, ғөмүмән, төйәккә иман нуры өҫтәү өсөн иман йорто кәрәк. Был теләгебеҙ, ин шәә Аллаһ, бойомға ашырға тора: быйыл ауылыбыҙҙа мәсеткә нигеҙ һалынасаҡ – Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте вәғәҙә бирҙе. Ғибәҙәтхана төҙөлөп, ғилемле имам табылып, хаҡ юлға баҫҡандар күбәйеп, төйәгебеҙҙә ырыҫ-бәрәкәт артыр, тигән ышаныстабыҙ, – ти Фәнис Мансур улы.
Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығы үҙе лә дингә тәүге аҙымдарын яһаған, әле Ислам нигеҙҙәрен, мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәлдәрҙе, ҡағиҙәләрҙе өйрәнә. “Ошондай ваҡытта остаз һүҙе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ғәмәли йәһәттән тәүге дини һабаҡ биргән имамдың ышаныслы булыуы мөһим, – ти ауыл хакимиәте башлығы. – Тап шундай кеше табылыр, мәсетебеҙ юлына халыҡ саң ҡундырмаҫ, ин шәә Аллаһ".
Йәмғиәттең алға барыуының, үҫештең төп нигеҙе иманда икәнен ныҡлы белгән Фәнис Мансур улы бөтөн көсөн, күңелен халыҡтың бар яҡлап именлеген хәстәрләүгә һала. Райондағы йәш быуын вәкилдәренә уҡ атыу серҙәрен дә ихлас өйрәтә ул. Кинйә-Абыҙҙың “Айыҡ ауыл” исемен алыуға лайыҡлы икәнен күрһәтеү өсөн уҙғарылған бар сараларҙың башында тора, тағы ла әүҙемерәк булырға әйҙәй. Күңелдәрҙә хаҡ юлға ынтылышты арттырыу маҡсатындағы сығыштарында динебеҙ һабаҡтарына, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ нәсихәттәрен еткереүгә ҙур иғтибар бүлә.
Ошо көндәрҙә ҡайһы бер яҡташтарын бүләк рәүешендә “Бәрәкәт” мәҙәни мәғрифәт журналына яҙҙырып та һөйөндөрҙө Фәнис Мансур улы. Аллаһ Тәғәлә уй-теләктәрегеҙҙе бойомға ашырһын, башҡарған ғәмәлдәрегеҙ уң булһын, ауылығыҙҙа ырыҫ-бәрәкәт артһын!
Дилбәр Ишморатова.
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ