Ғаилә нигеҙҙәре ниңә емерелә?
Рәсәйҙә нисәмә йыл инде өйләнеүселәрҙең кәмеүе һәм айырылыусыларҙың артыуы күҙәтелә. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр, мәҫәлән, 923553 никах теркәлгән, 644207-һе ғәмәлдән сығарылған. Башҡортостанда иһә ошо уҡ осорҙа 23036 ғаилә барлыҡҡа килгән, 16704-е тарҡалған. Ҡайһы бер йылдарҙа ниндәйҙер сәбәп менән (2020 йылда, әйтәйек, пандемия арҡылы) һандарҙа киҫкен үҙгәреш булып ҡуя, әммә барыбер кире тенденция һаҡлана. Яҡынса алғанда, илдә хәҙер никахтарҙың 70 проценты оҙаҡҡа түҙмәй. Утыҙ йыл элек был нисбәт 42 процент самаһы булған икән, ә етмеш йыл әүәл – 4 процент ҡына...
Әлеге ҡурҡыныс хәлгә ни арҡылы барып терәлгәнбеҙ һуң? Был һорауға, фәнни тикшеренеүҙәргә ҡарап, бер нисек тә аныҡ яуап биреп булмай. Аллаһ Тәғәләнең һынауы, тип кенә әйтергә мөмкин. Әлбиттә, бар ғәйеп йәмғиәттең үҙендә: ирҙәрҙә лә, ҡатындарҙа ла, йәштәрҙә лә, өлкәндәрҙә лә. Берсә коммунизм, берсә демократия тип елкенеп йөрөп, баштары әйләнеп, күптәребеҙ рухи ҡиммәттәрҙән ситләште, өй йылыһының, ата-әсә тәрбиәһенең ни икәнен онотто. Ә бит һәр ғаилә – йәмғиәттең бер күҙәнәге, тимәк, ирле-ҡатынлылар араһында бәхетлеләр ни тиклем күберәк булһа, милләтебеҙ шул хәтлем имен һәм көслөрәк.
Матурлыҡ туйҙа кәрәк...
Алда күрһәтелгән һандарға ҡарап ҡына башҡорт халҡының ниндәй хәлдә икәнен билдәләп булмай, әлбиттә, сөнки республикабыҙҙа башҡа милләттәр ҙә байтаҡ. Шулай ҙа, тирә-яғыбыҙға күҙ һалып, нисәмә егетебеҙҙең буйҙаҡ йөрөүенә, нисәмә ҡыҙыбыҙҙың ситкә кейәүгә сығыуына, ғаиләләр тарҡалыуы һөҙөмтәһендә нисәмә баланың атай тәрбиәһе алмай үҫеүенә иғтибар итәйек. Күпме шунан?
Йәнә әлеге айырылышыуҙарҙың ҡағыҙҙа ғына булыуы ла мөмкин, тиерһегеҙ. Ләкин, бергә йәшәүен дауам итһәләр ҙә, йәштәр никахтарын рәсми рәүештә юҡтан ғына тарҡатмай бит: йә бер-береһен иҫкәртеү өсөн, йә алимент юллау маҡсатында, йә бүтән уй менән. Ни булһа ла, үҙҙәрен ғаиләлә бәхетле тойғандан түгел.
Айырылышыу сәбәптәре араһында иң киң таралғандары – холоҡтарҙың тура килмәүе, бер-береңә тоғролоҡ һаҡламау, наркомания һәм эскелек, ирҙең ҡул күтәреүе йәки психик баҫым яһауы, матди яҡтан ҡәнәғәтлек кисермәү. Дөйөмләштерһәк, “нәфсе ауырыуҙары” тиергә лә була. Нәфсеһен тыя алмағандан үҙ фекерен гел алға ҡуя, барыһына баш булырға тырыша, көнләшә, йәренә хыянат итә, иҫерткестәр менән мауыға, байлыҡҡа туймай бит кеше.
“Холоҡтар тура килмәү” – донъяға ҡараштарҙың төрлөлөгө ул. Йыш ҡына тышҡы матурлыҡҡа ҡыҙығып ҡына өйләнешәләр ҙә аҙаҡ һыйыша алмайҙар. Халыҡ: “Матурлыҡ туйҙа кәрәк, ә татыулыҡ көн дә кәрәк”, – тип бушҡа әйтмәгән. Ғаилә ҡорор алдынан буласаҡ йәрең менән тормош тураһында әңгәмәләшеү, фекерҙәрен һәм хыялдарын белешеү, уның туғандарынан кәңәштәр алыу мөһимдер. Күп осраҡта йәштәр, башҡа нәмәләргә бик яҡшы өлгөрһә лә, туйға хәтлем уй-ҡараштарын уртаҡлашырға ваҡыт тапмай.
Бөгөнгө ата-әсәләрҙең күбеһе балаларын ғаилә ҡороп йәшәүгә әҙерләмәй, олоғайғансы сабый итеп күрә. Һөҙөмтәлә улары ни эш рәтен белмәй, ни үҙ аллы ҡарар ҡыла алмай. Әлбиттә, беҙҙең халыҡ араһында ундайҙар бик күп түгелдер. Дөйөм Рәсәй буйынса алғанда, “ярлылыҡ” тигән сәбәп айырылышыуҙарҙың 33 процентына хас – минеңсә, бының төбөндә ана шул үҙ аллы тормошҡа әҙер булмау ята.
Һәр етенсе никахтың тарҡалыуына ирҙең йәки ҡатындың тоғролоҡ һаҡламауы, йәғни зина ҡылып йөрөүе сәбәп икән. Тағы ла ҡурҡынысырағы – Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәренең һәр 10-сы кешенән әлеге хәшәрәтлеккә ҡарата “бер ниндәй зыяны юҡ” тигән яуап ишетеүе.
Икенсе ҡатын артыҡ, имеш...
Бәғзе яҙыусыларыбыҙ, төрөктәрҙең “Күркәм быуат” һымаҡ телесериалдарын ҡарай торғас, халҡыбыҙҙың тарҡаулығына мосолмандарҙың күп бисә алыуы сәбәп булған, тип һығымта яһаған. Йәнәһе, әүәлге урыҫ батшалары солтандар һымаҡ өс-дүрт ҡатын менән йәшәмәгән, төрлө әсәнән тыумағас, балалары үҙ-ара ыҙғышмаған, шуға ла ул халыҡ көслөрәк... Әгәр Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарына ҡаршы килмәһә, Интернетта сыҡҡан ул яҙмаға иғтибар бирмәҫ тә инем, әммә нәҡ әлеге осраҡта әйтмәй ҡалыу ярамайҙыр. Ни тиһәң дә, халыҡ әҙиптәрҙең һүҙенә ышаныусан һәм фекерҙәре менән еңел генә килешеүсән.
Иң тәүҙә шуны онотмаҫҡа кәрәк: бындай фильмдар кемдәрҙеңдер ғаиләһе эсендәге хәлдәрҙе түгел, хатта тарихи ваҡиғаларҙы ла дөп-дөрөҫ итеп сағылдырмай. Өҫтәүенә, байтаҡ нәмә халыҡты ҡыҙыҡһындырыу, мауыҡтырыу өсөн юрый ҡуйыртып ебәрелә. Яҙыусы кеше, моғайын, уныһын ябай кешеләрҙән яҡшыраҡ аңларға тейештер. Әллә нисәмә быуат элек йәшәгән солтандың ҡатындары, балалары араһында ниндәй мөнәсәбәттәр булғанын кем белә ала һуң? Әгәр йылъяҙмаларға, хаттарға таянғандар икән, уларҙы ҡалдырған кешеләр гел ысынбарлыҡты ғына теркәгәнме? Бына бөгөн донъяла ниҙәр барғанын меңдәрсә журналист мең төрлөгә бороп һөйләй ҙә баһа.
Элек, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе булып эшләй башлағанда, ул саҡтағы мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәттән интервью алырға барғайным. Һүҙ ыңғайында: “Ә һеҙ күп ҡатынлылыҡҡа ниндәй ҡарашта?” – тип һорап ҡуйҙым да уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. “Ә ниндәй фекерҙә булырға тейешмен һуң, Аллаһ Тәғәлә Үҙе рөхсәт иткәс?” – тине мөфтөй. Шунан ипләп кенә аңлатып китте: “Бөгөн ирҙәрҙең бер нисә кәләш алыуын гүзәл заттың хоҡуҡтарын сикләү кеүек күрһәтергә тырышһалар ҙа, ысынында был – Аллаһтың тәү сиратта ҡатын-ҡыҙға ҡарата мәрхәмәте. Уйлап ҡара: илебеҙҙә нисәмә ҡыҙ, ваҡытында булдыҡлы егетте эләктереп өлгөрмәгәс, эҙләнә-эҙләнә лә йә яңғыҙлыҡта ҡартая, йә ахыр сиктә берәй холоҡһоҙға кейәүгә сыға ла ҡыйырһытылып йәшәй. Күп ҡатынлылыҡ арҡылы уларҙың барыһына ла матур итеп ғаилә ҡороп, хәстәрлектә көн күреү, балалар үҫтереү бәхетен тойоу мөмкинлеге тыуыр ине. Шулай уҡ миллиондарса кеше зина гонаһынан, ғәйбәттән һаҡланасаҡ. Йәнә бәпәй таба алмағаны өсөн генә ҡатынын айырып, ташлап китеүсе ирҙәр кәмейәсәк, йәшләй тол ҡалғандар яңғыҙлыҡта ҡартаймаясаҡ. Көслө зат, һис шикһеҙ, ҡатындары артҡан һайын яуаплыраҡ, дәртлерәк була. Башҡа төрлө хикмәттәре лә барҙыр. Ғөмүмән, ғаиләң ишәйгән һайын Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтте лә арттыра...”
Бөгөн халҡыбыҙ әгәр ысынлап та тарҡау икән, бында күп кәләш алыусыларҙы түгел, ә ана шул йоланан баш тарттырыусыларҙы ғәйепләү дөрөҫөрәктер. Социология фәндәре кандидаты Тимур Мөхтәров “Миҙалдың икенсе яғы” тигән мәҡәләһендә (“Бәрәкәт” журналы, 2020 йылдың 12-се һаны, 26 – 28-се биттәр) 1735 йылда Сенат обер-секретары, Ырымбур экспедицияһы етәксеһе И.К. Кирилловтың, Урал мосолмандары ғаиләләрендә балалар ишәйеүен сикләүгә иҫәпләнгән саралар тәҡдим итеп, Рәсәйҙең Министрҙар кабинетына “...Башҡорт халҡының һаны күп ҡатынлылыҡ һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш тиҙ арта... Башҡорттар, мишәрҙәр һәм яһаҡлылар, әҙләп булһа ла, Ырымбур ҡалаһы тирәһенә хеҙмәткә тәғәйенләнәсәк, улар унда саҡта ҡатындары балаға уҙмаясаҡ, ә инде үлгәндәре бөтөнләй ҡайтмаясаҡ...” тип хат яҙғаны тураһында белдергәйне. Тимәк, бер нисә ҡатын менән тороуҙың күп бала табып үҫтереү йәһәтенән өҫтөнлөгөн танығандар, хатта уға ҡаршы көрәшергә тырышҡандар.
Беҙҙең кеүек милләттәрҙең артыуын теләмәүселәрҙең тағы әллә ниндәй мәкерҙәре барҙыр әле. Мәҫәлән, йыш ҡына, йәштәр өйләнешергә теләген белдерһә, бигерәк тә бер ауыл кешеләре булһалар, араларында туғанлыҡ юҡмы икәнен тикшерергә керешәбеҙ. Был мәсьәләгә ҡарата ла Нурмөхәммәт хәҙрәттән заманында көтөлмәгән яуап ишеттем: “Ете быуынға тиклемге туғандарға үҙ-ара никахлашырға ярамай, тигән талап диндә юҡ та инде. Халҡыбыҙ ишәймәһен өсөн берәүҙәр юрый таратҡан ул йоланы. Өс туған булһа ла, ярай. Ҡөрьәндәге “Ән-Ниса” сүрәһенең 23-сө, 24-се аяттарында барыһы ла асыҡ итеп әйтелгән. Бер үк нәҫел вәкилдәре өйләнешһә, туғанлыҡ ептәре тағы ла нығынып, милләтебеҙ көсәйеп китәсәк, сөнки яуаплылыҡ тойғоһо ҙур буласаҡ. Ә “был ярамай, теге ярамай” тип тыйыу йәштәрҙе үҙ әҡрәбәһенән биҙҙерә, күңелдәре тартмаһа ла, ситтән йәр эҙләргә мәжбүр итә. Күптәр шунан йә сит халыҡ араһында йотола, йә булдыҡһыҙ затҡа юлыға, йә бөтөнләй яңғыҙ ҡала”.
Бер нисә ҡатын алыуҙың урыҫтарға хас булмауы хаҡында фекер ҙә яңылыш. Тарихҡа ҡараһаҡ, XIV быуат башында, Урҙала Үзбәк хандың фарманына ярашлы дин тотоу ныҡлап талап ителә башлағас, күп кенә татар мырҙалары мәжүсилектән һәм христианлыҡтың бер тармағы булған несторианлыҡтан Исламға күсергә теләмәгән һәм, православиены ҡабул итеп, Мәскәү яғына һыйынған. Һөҙөмтә булараҡ, ҡайһы берҙәре Рәсәйҙә киң билдәле дворян нәҫелдәренә башланғыс биргән, яңы йәмғиәткә үҙ йолаларын, шул иҫәптән күп ҡатын алыуҙы ла килтереп таратҡан. Ул саҡта, әлбиттә, урыҫтарҙа бындай күренеш ят тип тә һаналмағандыр, сөнки, Киев йылъяҙмаһында теркәлеүенсә, урыҫ дәүләтендә ХII быуат баштарында вятичтар, радимичтар һәм северяндар икешәр-өсәр кәләш алған. Святославтың балалары булған кенәздәрҙән, мәҫәлән, Игорь – 2, Ярополк – 2, Владимир 5 ҡатын менән йәшәгән, тип әйтелә. Ғөмүмән, Мәскәү дәүләтендә батшаларҙың ҡул аҫтында ҡол ҡатындар тотоуы, хәлле ирҙәрҙең бер нисә кәләшкә өйләнеүе Петр I реформаларына тиклем дауам иткән.
* * *
Илебеҙҙә ғаилә институты һуңғы йылдарҙа ғына емерелә башламаған ул. Тәүге сереткене октябрь инҡилабы, хатта Петр I дәүере тирәһенән эҙләү кәрәктер. Ҡыйралышҡа ХХ быуатта Көнбайыштан килгән “мәҙәниәт” тағы ла ҙур өлөш индерҙе. Ҡайһы бер илдәрҙә ирҙәрҙең – ир, ҡатындарҙың ҡатын менән ҡауыша башлауына ҡарағанда, кешелек хәҙер инде иң түбәнгә төшөп етмәксе буғай. Шуны бер нисек тә аңларлыҡ түгел: теләһә ниндәй ЛГБТ өйләнешергә хоҡуҡлы булғанда ниңә күп ҡатынлылыҡҡа рөхсәт юҡ?
Никахтар тарҡалыуы сәбәптәренең барыһын да асыҡлап, өйрәнеп, хаталарҙы айырым-айырым төҙәтеп бөтөү мөмкин түгелдер. Бәләнең төп тамыры, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын тотмауҙа. Әгәр Ул рөхсәт иткән икән, ниңә күп ҡатынлылыҡты тыйырға, әҙ-мәҙ туғанлығы булғандарҙы үҙ-ара өйләндермәҫкә? Әгәр Ул тыйған икән, ниңә гонаһлы эштәрҙе рөхсәт итергә? Киләсәгебеҙ имен булһын тиһәк, сирҙең эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеп ваҡыт уҙғарғансы, йәмғиәтте сәләмәтләндереүгә иң баштан тотоноу дөрөҫтөр.
Ата-бабаларыбыҙ тиҫтә быуат дауамында Ислам дине ҡушҡанса йәшәгән һәм төрлө милләт, төрлө дин вәкилдәре уратыуында үҙҙәрен халыҡ булараҡ һаҡлай алған. Бер нисә тиҫтә йылға мосолманлыҡтан ситләшеүебеҙ булды – башҡалар араһында йотолоп, уларҙың яңылышыуҙарын ҡабатлайбыҙ, телебеҙҙе лә, мәҙәниәтебеҙҙе лә онотабыҙ. Әгәр былай барһа, күпмелер йылдан беҙҙең ижтимағи аңда ла һәр төрлө енси аҙғынлыҡтарға – ыңғай, ә ҡәҙимгесә ғаилә булып тормош көтөүгә кире ҡараш нығынмаҫ тимә. Ул саҡта инде “башҡорт” тигән атамабыҙҙың онотолған булыуы хәйерлерәк.
Даян Мәзитов.
Фото: elixirfoto.ru
Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ