Эттең – үҙ урыны

Эттең – үҙ урыны

Студент сағым ине. Ҡышҡы матур көндәрҙең береһендә, мәсеткә өлгөрәйем тип Өфө урамынан йүгерә-атлай барғанда, ҡаршымда өлкән генә бер инәйҙең ауыр күренгән ике пакеты йыртылып китте. Ит киҫәктәре, аҡ май кеүек ризыҡтар тирә-яҡҡа тәгәрәште. Инәй уларҙы йыйырға керешкәс, мин дә ярҙам итмәй булдыра алманым.

Пакеттарҙың тотҡостары өҙөлгәнгә күрә уларҙы бер кешегә күтәреүе бик ауыр ине. Ахырҙа инәйҙе подъезына тиклем оҙатырға ҡарар иттем. Ул ҡыуанып ризалашты, ризыҡтарҙы арзан хаҡҡа ҡайһы баҙарҙан алғанын һөйләй-һөйләй килде. Өйө яҡында ғына икән, шуға әйберҙәрен фатирына тиклем мендереп тә ҡуйырға булдым.

Тупһаһына еткәс, инәй ишеген шаҡығайны, берәү асты ла төпкә үтте. Ә бына ҡаршыбыҙҙа быҙау хәтлем эт тора! Хужаһына һикерәм тип, сабырһыҙланып олой ине ул. Күҙ алдарым ҡараңғыланып, башым әйләнеп киткәндәй булды. “Йә инде, түҙ саҡ ҡына. Бына бит, күпме ризыҡ алып ҡайттым һиңә”, – тип өтәләнде инәй. Ә мин сығып йүгерҙем...

Ни өсөн кешеләр фатирҙарында, өйҙәрендә бындай йән эйәләрен тота икән? Эт еҫкәһә, ялаһа йәки ышҡынһа, был кейем менән намаҙ уҡырға ярамай, ул тейгән һауыт-һабаны ете ҡат ныҡлап йыуырға кәрәк. Һеләгәйе аша ҡурҡыныс паразиттар, тимрәү һәм башҡа инфекциялы сирҙәр күсеүе мөмкин. Эт йәшәгән өйгә бер генә фәрештә лә кермәй (Аллаһ һаҡлаһын!). Шулар хаҡында һис кенә лә белмәйҙәрме, уйланмайҙармы икән ни?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эттәрен йорто эсендә йәшәткәндәр бихисап. Бер иҙәндән атлау, хатта бергә ашау, бергә йоҡлау, бер ваннала йыуыныу... “Беҙгә эт менән күңелле”, “Миңә уны ҡарау оҡшай”, “Йән эйәһен хәстәрләү – изге эш”, “Ул – минең дуҫым” тигән һүҙҙәрҙе ишеткән бар.

Эт етәкләп йөрөгән кешеләрҙе йыш ҡарап үтәм. Был хайуандарҙың ниндәй генәһе юҡ: ныҡ бәләкәстәре лә, бик ҙурҙары ла, төрлө төҫтәгеләре, кейем кейҙерелгәндәре... Сабыйы ятҡан колясканы этеп, икенсе ҡулына эт бәйләнгән бауҙы тотоп йөрөгән әсәйҙәр ҙә бар. Шундайҙарҙың береһенән: “Бәпәй өсөн хәүефле түгелме? Этте өйҙә тотмайһығыҙҙыр?” – тип һораным. Ул иһә: “Йортобоҙҙа йәшәһә лә, этебеҙ бәпәй яғына ҡарамай ҙа. Бәйҙә торғанды яратмай ул. Тоҡомо шундай – ер тетрәү кеүек ғәрәсәттәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡара торған. Фатир буйлап йөрөй, минең менән бергә йоҡлай”, – тип яуап ҡайтарҙы...

Был донъяла һәр нәмәнең үҙ урыны, үҙ ваҡыты булған кеүек, эттәрҙең дә махсус тәғәйенләнеше бар. Мәҫәлән, йорт-ҡураны һаҡлау, мал көтөү, урманға, һунарға бергә йөрөү һәм башҡа йәһәттән ярҙам итһендәр өсөн тоталар уларҙы. Яҡшы мөнәсәбәт күрһәтһәң, яраталар, тоғролоҡ һаҡлайҙар. Бәйле торғандарына ҡарата бигерәк тә иғтибарлы булырға, ваҡытында тамағын туйҙырырға кәрәк.

Йән эйәләренә ҡарата ҡылған изгелектәребеҙ өсөн оло әжерҙәр насип булһын. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла иман, бәрәкәт, сәләмәтлек бирһен. Ғүмеребеҙҙе файҙалы, мәғәнәле эштәр менән үткәрергә яҙһын.

Гөлшат Мәннәнова.

Фото: vplate.ru

  • 15 февраль, 2023
  • 1
Мунир Гайнуллин
Иманы булмаған кеше был мәҡәләне аңламаҫ, әстәғәфирулла.
Яуап бирергә

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ