Батырҙан батыр тыуа

Батырҙан батыр тыуа

Донъя кимәлендә билдәле спортсыларҙың уңыш сере тураһында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына: “Әй, уларҙың илендә бит шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшы, махсус комплекстар төҙөлгән, тренерҙарға аҡсаһын да һәйбәт түләйҙәр”, – тип ҡуйыусылар була. Әммә, айырым шәхестәрҙең тормош юлын байҡап ҡараһаҡ, күбеһе бит йәш сағында бындай уңайлыҡтар хаҡында хыялланмаған да. Бер ниндәй ярҙам көтмәгәндәр, ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмағандар, аҡланмағандар. Спорттағы еңеүҙәр, эйе, иң тәүҙә теләктән, тырышлыҡтан, тимәк, тәрбиә мәсьәләһенән башлана.

Ете йәшендә – рекордсы!

Быйыл Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында йәшәүсе 7 йәшлек Ислам Зәйнетдинов, турникта 500 тапҡыр күтәрелеп әйләнеп, донъя рекордын ҡуйыуға өлгәште. Уның был еңеүен Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында ла күрһәттеләр. Бик яҡшы яңылыҡ, хайран ҡалырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ хәл бит. Бер нисә йыл элек чечен малайы Рәхим Куриевтың 4000-дән ашыу мәртәбә ерҙән этенгәнен күреп, һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеп ҡарап ултырғайныҡ, баҡһаң, үҙебеҙҙә лә бар икән шундай баһадирҙар.

Әйткәндәй, Ислам былтыр, алты йәшлек сағында, 320 тапҡыр күтәрелеп әйләнеп, Рәсәй рекордына дәғүә иткәйне. Үкенескә ҡаршы, видеояҙма бер нисә өлөшкә бүленгән, тип, уның был күрһәткесен иҫәпкә алмағандар. Шулай ҙа тырыш малай төшөнкөлөккә бирелмәгән, киреһенсә, тағы ла дәртләнеберәк шөғөлләнә башлаған.

Атаһы әйтеүенсә, был юлы, күнекмәләрҙә 420-гә өлгәшкәс, Исламға рекорд ҡуйыу өсөн шул да етер, тип уйлаған булғандар. Хәл иткес мәлдә иһә 450-не үткәргәс, туҡтатырға теләгәндәр, әммә малай һаман күтәрелгән дә әйләнгән, күтәрелгән дә әйләнгән. Ата-әсәһенең ундай саҡта ниндәй тойғолар кисергәнен аңлайһығыҙҙыр. Шулай ҙа бөгөн: “Нимә генә тиһәң дә, алдына ҡуйғанды үтмәйенсә ҡалдырмай ул. Бигерәк ныҡыш”, – тип ҡыуана ғына Исламдың әсәһе. “Аҙаҡҡа хәтлем, бер-бер хәл була күрмәһен, тип, улым өсөн ҡурҡа инем, Аллаға шөкөр, ул үҙен ныҡ тотто. Ус тиреһенең күберсеп сығыуына, ҡанап китеүенә һис иғтибар итмәне”, – тип ғорурлана атаһы ла.

“Ҡайҙан килгән икән был малайға шундай көс һәм сәм?” – тип аптырайһы түгел. Ислам – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, данлыҡлы көрәшсе Айгиз Зәйнетдиновтың өлкән улы. Ғаилә башлығы, белеүегеҙсә, милли көрәш буйынса 2018 йылда – Рәсәй, 2019 йылда донъя чемпионы булғайны. Бынан тыш, бер нисә тапҡыр Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогын алды, тағы Екатеринбургта үткәрелгән федераль һабантуйҙа Башҡортостан Башлығы бүләген яуланы. Быйыл яҙ иһә Татарстандың Болғар ҡалаһында милли йыйылма командалар араһында ойошторолған Билбаулы көрәш буйынса донъя кубогы финалынан йәнә бер оло еңеү менән ҡайтты: 90 килограмлыҡтар араһында беренсе урынды яулап, инде икенсегә донъя чемпионы титулын алыуға өлгәште.

Зәйнетдиновтарҙың тормошонда спорт ҙур урын биләй. Айгиз Ғәлиулла улы, юғары кимәлдәге ярыштарҙа республика, ил данын яҡлап бил һынашыуҙан тыш, Миәкә районында көрәшселәрҙең яңы быуынын тәрбиәләй. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Ислам спортҡа ике-өс йәшлек сағынан уҡ ылығып киткән. Шуныһын да өҫтәп әйтергә кәрәктер: быйыл ул донъя рекордына дәғүә иткәндә дүрт йәше менән барған ҡустыһы Имран да, турникта 100 тапҡыр күтәрелеп әйләнеп, үҙ тиҫтерҙәре араһында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште.

Көрәшселәргә алмаш ҡайҙа?

Айгиз ҡәрҙәштең милли көрәш буйынса донъя кимәлендәге еңеүҙәре хаҡында ишеткеләп торһам да, уның менән былтыр ғына тәүгә күрешергә насип булды. Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта үткәрелгән Ҡошсо ырыуы йыйынында элекке уҡытыусым, туҡһанынсы йылдарҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында милли көрәш түңәрәген алып барған Миңлеғәфүр Зәйнетдинов таныштырҙы беҙҙе. Яҡын ғына туғандар икән. Айгиз, Миәкәлә йәшәһә лә, Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән.

Әлбиттә, йыйын мәлендә иркенләп һөйләшергә форсат сыҡманы. Һуңынан Миәкә районына командировкаға барғанда әңгәмәләштек.

– Милли көрәш менән дүрт йәшемдән бирле мауыҡтым. Колхозда эшләһә лә, атайымдың иң яратҡан шөғөлө ауыр атлетика ине, ул гел генә һабантуйҙарҙа көрәшеп еңә торғайны. Бер аҙ ҙурайып, быуындарым нығына башлағас, мине лә ныҡлап өйрәтергә кереште, район кимәленә сығарҙы. Унан инде республика ярыштарында ла ҡатнашырға, еңеүҙәргә өлгәшергә насип булды, – тип хәтерләй Айгиз Ғәлиулла улы. – Тора-бара тормошомдо милли көрәштән тыш күҙ алдына баҫтыра алмай башланым. Ҡомар ғына түгел, ҡандан килгән ынтылыштыр инде. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы физкультура техникумында, Урал дәүләт физик культура университетында уҡып сыҡтым һәм спорттың әлеге йүнәлешен үҙемә һөнәр, йәшәү рәүеше иттем.

Айгиз Зәйнетдинов, тренер-уҡытыусы булараҡ, Ҡырғыҙ-Миәкәләге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дәрестәр бирә, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ һәм Садовый ауылдары өсөн айырым түңәрәк алып бара. Шуға ла әңгәмәбеҙ мәсеттә башланды ла көрәшсенең өйөндә дауам итте, аҙаҡ ауыл мәктәбенең спорт залында ғына тамамланып ҡуйҙы.

Күп кенә спортсылар ярыштан-ярышҡа йөрөп еңеүҙәр яулай, башҡа ваҡытын шәхси күнекмәләр менән уҙғара. Айгизгә иһә, тренер булғас, ундай рәхәтлек тәтемәй. Шулай ҙа ул, зарланыу урынына, ҡыуана ғына.

  Бына, ниһайәт, балаларҙы сираттағы ярышта һынатмаҫлыҡ итеп әҙерләнем. Башта әллә ни дәртһеҙ йөрөгән малайҙар ҙа, әлхәмдүлилләһ, ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, – ти. – Беҙҙең, көрәшселәрҙең, төп бурысы шул бит: спорттың был төрөн үҫтереү һәм үҙебеҙҙән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырыу. Милли көрәш халҡыбыҙ өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр уның менән шөғөлләнһәк, йолабыҙҙы ла, киләһе быуындың һаулығын да һаҡлаясаҡбыҙ, көслө һәм таһыллы егеттәр тәрбиәләйәсәкбеҙ.

Тик тренер ҡайһы берәүҙәрҙең балаларын артыҡ йәлләүенә, иркәләтеүенә аптырай. Мәҫәлән, көн һыуыҡ тип, аҙналар буйы күнекмәгә ебәрмәйҙәр, ярышта йәрәхәтләнеп ҡуймаһын, тип ҡурҡалар икән. Ә бит спорт даимилыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, фиҙакәрлек талап итә. Әлхәмдүлилләһ, быны мосолман атай-әсәйҙәр яҡшыраҡ аңлай.

– Шулай уҡ хәҙер ирекле көрәш менән шөғөлләнеүселәрҙең күбәйеүе милли көрәштең киләсәгенә ҡарата хәүеф тыуҙыра, – тип борсола Айгиз. – Эйе, таҫтамал тотоп бил һынашыу ауырыраҡ, ҡағиҙәләре лә ҡатыраҡ, спорттың был төрө буйынса Олимпия ярыштары ла үтмәй... Ләкин үҙебеҙҙең көрәште, йоланы һаҡларға тейешбеҙ. Үкенескә күрә, урында ойошторолған чемпионаттарға халыҡ аҙ йыйыла, йыл һайын бер үк спортсылар ҡатнаша, тиһәң дә була. Татарстанда иһә һәр көрәшсегә эйәреп әллә күпме көйәрмәне килә, меңәрләгән кеше булғас, ярыштар шаулап-гөрләп үтә. Беҙҙә нисәмә йыл дауамында мине һелтәрлек бер егет үҫеп сыҡманы! Исмаһам, берәйһендә шундай теләк тыуҙымы икән?

Бәхетле ғаилә башлығы

Роза һәм Айгиз Зәйнетдиновтарҙың ғаиләһендә дүрт бала үҫә: Ислам, Мәҙинә, Имран һәм Мәрйәм. Ике малай ҙа, алда әйтеүебеҙсә, спортҡа маһир: турникта ла, милли көрәш менән дә шөғөлләнәләр. Өлкәндәре ҡайһы берҙә: “Үҫкәс, көслө спортсы, хатта чемпион булам, атайым миңә ярҙам итәсәк!” – тип әйтеп ала икән. Һис кенә лә шик юҡ, әлбиттә. Әле үк Исламды Рәсәй ғорурлығы тип атарлыҡ та баһа.

Мәҙинә лә – теремек кенә ҡыҙ, әле үк әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, терәге, яңыраҡ ҡына донъяға килгән һеңлеһе Мәрйәмдең хәстәрлекле апаһы. Ағаһы менән ҡустыһына ҡушылып, ул да спорт менән мауыға, ти. Кем белә, бәлки, был өлкәлә уңышҡа ла өлгәшер.

Әңгәмә барышында Айгиз ҡәрҙәшебеҙҙең бик алсаҡ, ябай кеше, халҡы өсөн янып йәшәүсе уҙаман ғына түгел, йүнсел ғаилә башлығы ла икәненә инандым. Һуңғы йылдарҙа, төрлө ярыштарҙа еңеп, ул өс “Лада Гранта” автомобиленә эйә булғайны. Тотош ғаилә менән ултырып йөрөүгә уңайлы булһын өсөн шуларҙы һатып, ҙурыраҡ һәм ҡеүәтлерәк берәүҙе алған. Шулай уҡ тәүгә донъя чемпионы титулын яулауы хөрмәтенә район хакимиәте тарафынан Ҡырғыҙ-Миәкәлә төҙөп бирелгән өйөн ниндәй зауыҡ менән йыһазлағанын күреп, һоҡланып торҙом. “Ә нимәгә ул хәтлем күп телевизор?” – тип һорағас, йорт хужаһы көлөп ебәрҙе: “Ярыштарҙа бирәләр бит, ҡуйырға урын табылмай хатта”.

Ғаилә ҡаҙнаһын тренерлыҡ эше, унда-бында тапшырылған бүләктәр менән генә тотоп булмай, әлбиттә. Шуға ла Зәйнетдиновтар шәхси ихатаһында күпләп мал аҫрай. Икенсе мәртәбә донъя чемпионы булыуы айҡанлы ҡотлап шылтыратҡанда ла Айгиз ҡәрҙәш ҡырҙа көтөүҙә ине.

– Йәш быуынға көрәш серҙәрен өйрәтеп, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен үтәргә лә, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә лә, ошолай мал көтөп, тормош хаҡында уйланып йөрөргә лә насип иткән миңә Аллаһ Тәғәлә. Бәхет бит был! Барыһы өсөн дә шөкөр итеп йәшәйем, – тине ул.

Даян Мәзитов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

  • 15 ноябрь, 2022
  • 0

Фекерегеҙҙе яҙыр алдынан башта сайтҡа инегеҙ